07.02.2014 Сит илгә йөрөүселәр һаны артҡан
Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында былтыр 200 мең сит ил паспорты эшләнгән. 2012 йыл менән сағыштырғанда, яңы төр документ алыусылар һанының 38 процентҡа артыуы күҙәтелә. Граждандарҙың күпселеге яңы өлгөләге шәхеснамә – ун йылға иҫәпләнгән биометрик паспорттарға өҫтөнлөк бирә.
14 йәшкә тиклемге балаларға яңы төрҙәге документ эшләтеүселәрҙең дә һаны артыуы күҙәтелә – республикала бөтәһе 20 мең бала заманса документҡа эйә булған. Сәфәр йөрөүселәрҙең күбеһе Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙең берҙәм порталы аша үҙе хаҡындағы белешмәләрҙе тапшырған. Барлығы 29 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 9 ғинуарҙан Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сит ил паспорттарын алырға теләүселәрҙе яңы урында – Өфө ҡалаһы, Рязань урамы, 1/1 адресы буйынса ҡабул итә. Шулай уҡ граждандар Дәүләт һәм муниципаль ярҙам күрһәтеүҙең берҙәм порталы, Дәүләт һәм муниципаль ярҙам күрһәтеүҙең күп функциялы үҙәктәре аша ғариза бирә ала.
З. ХӘСӘНОВА.