RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юл ҡағиҙәләренә ете үҙгәреш

20.11.2010 Юл ҡағиҙәләренә ете үҙгәреш

Юл ҡағиҙәләренә  ете үҙгәрешЮл ҡағиҙәләренә, закондарға үҙгәрештәр, ай-һай, бик йышайҙы түгелме? Әле быға тиклемгеләренә өйрәнеп бөтөп тә өлгөрмәйбеҙ, яңылары өҫтәлеп кенә тора. Бына 21 ноябрҙән юл ҡағиҙәләрендә мөһим үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. «Йәшлек» биттәрендә был хаҡта яҙылғайны, шулай ҙа ҡабатлауҙың һөҙөмтәһе лә ыңғай. Дүрт тәгәрмәсле «дуҫы» булғандар түбәндәгеләрҙе хәтер янсығына һалып ҡуйһын:
Автомобилең менән ҡайҙа ғына йөрөүеңә ҡарамаҫтан, фарҙар һәр саҡ тоҡандырылған көйө ҡала. Был ҡағиҙәне боҙған хәлдә штраф – 100 һум.
Хәүефһеҙлек ҡайышын бөтәһе лә мотлаҡ эләктерергә тейеш. Быға тиклем «оперативниктар», автомәктәп инструкторҙары уҡыусыһы менән «дәрес» үткәргәндә таҡмаһа ла мөмкин ине. Хәҙер ул «бәхет» бөттө. Буйһонмаусыларға 500 һум штраф һалыу ҡаралған.
Юлдар киҫелешендәге ҡулсала үҙгәрештәр бар. Хәҙер унда инеүселәр ҡулсалағыларға юл бирергә тейеш. Әйткәндәй, бындай юл сатында «ҡулсалы хәрәкәт», «Юл бир» тигән кеүек билдәләр ҡуйыласаҡ.
Юлда тыйыусы һыҙыҡ, билдә булып, алдағы транспорттың тиҙлеге сәғәтенә 30 километрҙан артмай икән, ҡаршы яҡ юлға сығып, уны уҙырға мөмкин. Йөк машинаһынан башҡа мопедты, мотоциклдарҙы ла үтергә ярай.
Юлдағы «зебра»лар үҙ көсөнә инә! Бынан ары йәйәүле уға аяҡ баҫыу менән автомобиль туҡтарға тейеш. Был юл билдәһе янында бер автомобиль тиҙлеген кәметһә, икенсеһенә уны уҙыу тыйыла.
Юл билдәләре эленеп тә (ергә ҡаҙалып та) ҡуйыла, ергә лә төшөрөлгән. ҡайһы саҡта уларҙың бер-береһенә ҡаршы килгәне лә осрап ҡуя. Ошо осраҡта яңы ҡағиҙә буйынса үрҙәгеһе, йәғни эленгәне дөрөҫөрәк, тиҙәр.
Күперҙәрҙә, эстакадала, тоннелдәрҙә, юл сатында алдан барған автомобилде уҙыу тыйыла. Әйткәндәй, хәҙер рельслыһынан башҡа транспортты уңдан да уҙырға мөмкин, тик хәүефһеҙлек тулыһынса ышаныслы булғанда.

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”