31.01.2014 Бәхетен тыуған ерендә тапҡан
Филүз Вәлиев техниканың да, бал ҡорттарының да көйөн белә
2003 йылда «Йәшлек» гәзитендә Тәнзилә менән Вәкил Вәлиевтар тураһында «Атанан күргән – уҡ юнған» исемле мәҡәләм баҫылғайны. Шул дәүерҙән тиҫтә йыл ваҡыт үтеп тә киткән.
Ейәнсура районының Үрге Бикбирҙе ауылында йәшәгән был күркәм ғаилә өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы иртә баҡыйлыҡҡа күсә, балаларының тормошта үҙ урындарын табыуына һөйөнөп ултырырға, бәхетле яҙмыштарына шаһит булырға яҙмай. Ололары – Фларит илебеҙ Ҡораллы Көстәрендә хәрби бурысын үтәгәндән һуң эске эштәр органдарына эшкә инә. Уның тырыш хеҙмәте «За отличие в службе МВД» миҙалы менән билдәләнгән. Фларит хәләл ефете Динара менән Фәнил исемле туптай ул үҫтерә. Уртансылары Флүр иһә Күмертауҙа водитель булып эшләй, эшендә абруйлы хеҙмәткәр һанала. Ҡатыны Әлиә менән Вилена исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Төпсөктәре Фәнзилә район үҙәгендә 116-сы һөнәрселек лицейында ашнаҡсыға уҡып йөрөй. Филүз атай нигеҙен һыуытмай, ауылда төпләнә. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, ул район үҙәге Иҫәнғолдағы 116-сы профессиональ лицейҙа тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Артабан өлкән ағаһы Фларит кеүек үк хәрби бурысын үтәй. Тыуған төйәгенә ҡайтҡас, Себер тарафтарына юлланып, вахта ысулы менән эшләп ала, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Ғаиләлә кесе ул булараҡ, Филүз атай нигеҙен һыуытмаҫҡа ҡарар итә. Трушин ауылындағы «Аҡбуҙат» хужалығына эшкә урынлаша. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, бөгөн ул киң профилле тракторсы-машинист, водитель дә, иретеп йәбештереүсе, балта оҫтаһы ла. Мал аҫрау нескәлектәрен өйрәнеп, бал ҡорттары үрсетеп, атаһының эшен бик оҫта дауам итә. Шуға күрә Филүзде әсәһенең ярҙамсыһы ла тип нарыҡларға булалыр. Бына шундай уңған егеткә ауылда ең һыҙғанып донъя көтөрлөк оҫтабикә осраһа икән дә. Әйткәндәй, егеттең умартасылыҡта ла айырым эш алымдары бар. Инә ҡорт үләнен (мелисса) ҡулланыуы уның эшен еңеләйтә. Йыл да түмәр умарта күтәреп, күс аулау юлын да хәстәрләй. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә умартасылыҡ ҡорамалдары, умарта, умарталыҡ ҡаралтылары әҙерләү менән мәшғүл. Әлбиттә, егеткә бар эшендә атаһы өйрәткән эш алымдары ярҙамсы булһа ла, ул мөғжизәле бал ҡорттары серҙәренең айышына төшөнөүҙә республикала билдәле ғалим һәм умартасы И. Шафиҡовтың «Бал ҡортоноң наҙы бар» китабындағы кәңәштәргә лә таяна. Бына шундай, үҙ бәхетен тыуған ерендә тапҡан, уңған да, булдыҡлы ла егет йәшәй Үрге Бикбирҙелә.
Йәүҙәт ӘХТӘМОВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.