31.01.2014 Виртуаль донъя
Әлеге көндә һәр кемдә тиерлек компьютер бар. Һәм, әлбиттә, ул интернет селтәренә тоташҡан (интернетһыҙ компьютер беҙгә нимәгә ул?!) Интернет көндән-көн тормошобоҙға үтеп инә. ICQ (уны “аська” тиҙәр), “Бәйләнештә (Вконтакте)”, “Класташтар (Одноклассники)” һәм башҡа уларға оҡшаш сайттар, блогтар, чаттар, форумдар беҙҙең тормошто “баҫып алды”.
Бер уйлаһаң, бының ниндәй насарлығы бар? Кешегә аралашыу бик мөһим бит. Мәҫәлән, элекке таныштарың, дуҫтарың менән элек өҙөлгән бәйләнешеңде кире ҡайтара алаһың, яңы дуҫтар табаһың. Әҙме ни инде шундайҙар, кемдәрҙер ошо “ауҙа” үҙҙәренең иштәрен тапҡан. Күп тә үтмәй, башта ҡаршы һорау тыуа: кемдәрҙең ғаиләһе ошо “ау” арҡаһында тарҡалған? Күрәбеҙ, был “сир”ҙең кире һәм яҡшы яғы бар. Ләкин интернетты яманлығы өсөн ғәйепләй алмайбыҙ, сөнки бөтә нәмә үҙебеҙҙән тора. Эйе, аңлашыла, ХХI быуатта, яңы технологиялар менән тулған донъяла беҙ, ысынлап та, уның ҡармағына эләгеп китәбеҙҙер. Ләкин беҙҙе береһе лә көсләп уның “ҡосағы”на ташламай бит.
Ҡулдарында – телефон. Бер мәлгә булһа ла унан ҡараштарын айырһаларсы! Әлбиттә, заман башҡа – заң башҡа. Тик бына күҙмә-күҙ һөйләшеп ултырыуҙарға ни етә? Һин унда хис-тойғоларыңды бергә бәйләп ебәрә алмайһың. Кешелә бит иң ҡиммәте – хистәр.
Күп йәштәр, ғөмүмән, тыуған йорттан “осоп киткән” студенттар өсөн интернет алыҫ араларҙы яҡынайтҡан бер күпер булып тора. Әлеге көндә бик күп йәштәр атай йортонан алыҫта – Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан кеүек ҙур ҡалаларҙа белем ала. Һәм был осраҡта, әлбиттә, реактив ракетала осоп килеп, хистәреңде еткереп булмай. Һәм, теләр-теләмәҫ, тағы ошо “селтәргә” инеп китәһең.
Иң ҡыҙғанысы: интернет селтәрендә хатта балалар ҙа ултыра. Мәктәптә хәреф таный белмәйем тимәй, ә ошо экранға көндәр буйы текәлеп ултырырға риза. Хатта хәҙерге ата-әсәләр балаларын элекке кеүек ҡайыш менән түгел, ә интернетты һүндереү менән ҡурҡыта. Замана алға бара, ә беҙ?.. Ә бит элек, тормошобоҙға интернет инмәгән ваҡытта, беҙ күпкә бәхетлерәк инек түгелме ни? Өйҙә ултырырға ваҡыт та юҡ ине: йәйен – һыу буйҙарынан, ҡышын – сана шыуып, ҡолаҡ-танау, аяҡ-ҡулдар өшөп, атай-әсәй саҡырмайынса ҡайтмай торғайныҡ. Аралар алыҫ булған ваҡытта, хаттар яҙып, хушбуй һибеп ебәрә торғайныҡ һәм... яуап хаты ла көтөп ала инек.
Эйе, замана үҙгәрә, ләкин заман менән бергә үҙеңдең кешелек ҡиммәттәрен үҙгәртергә ярамай. Интернет ҡолона әүерелмәйек. Былай ҙа беҙгә Хоҙай тормош өсөн әҙ генә ваҡыт бүлгән, уны дөрөҫ файҙаланайыҡ. Яратайыҡ, һөйөләйек, йәшәйек. Һәр бер минуттың ҡәҙерен беләйек!
Р. ФАТЕЕВА.