28.01.2014 Маҡсатлы программалар ысынбарлыҡмы, әллә хыял ғынамы?
Рәсәйҙә ауыл хужалығын үҫтереү һәр саҡ мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Сөнки дәүләтебеҙҙең хәүефһеҙлеге лә, үҙаллылығы ла туранан-тура ошо тармаҡҡа бәйле тип һанала. Шуға ла илебеҙ хөкүмәте уға айырыуса ҙур иғтибар бүлергә тырыша. Агросәнәғәт комплексын үҫтереү проектының мөһим йүнәлештәре булып малсылыҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ һәм башҡаларҙы үҫтереү тора.
Үткән йыл башында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 2008 – 2013 йылдарға ҡаралған ауыл хужалығын үҫтереү программаларының Рәсәйҙең заманса, иң уңышлы проекттары булыуын билдәләгәйне. Ул 90-сы йылдарҙа бөтөнләй һүнеп ҡалған ауылдарҙың яңынан тергеҙелеүен дә ошо программаларҙың уңышлы эшләү емеше тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә был башланғысты артабан да һөҙөмтәле дауам итеү, уны үҫтереү мөһим, тине.
Былтыр, элекке программаларға өҫтәп, 2013 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән тағы ла бер яңы программа ҡабул ителде. Ул ауылдарҙы социаль яҡтан үҫтереүгә һәм инфраструктура төҙөлөшөн финанслауға йүнәлтелгән. Программа буйынса дәүләт ауылдарға “тере” аҡса бирә һәм ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙән сифатлы продукция талап итә.
Башҡортостан етәкселеге лә ауыл хужалығын үҫтереүгә күп көс түгә һәм төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, тиергә була. Был тармаҡта эшләүсе эшҡыуарҙарға, предприятиеларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, сығымдарҙы финанслау өсөн субсидиялар бүленә һәм төрлө маҡсатлы программалар ҡабул ителә.
Белорет муниципаль районында “2013 – 2015 йылдарға Башҡортостанда яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам”, эшләп килгән фермерҙар өсөн “2013 – 2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһы буйынса крәҫтиән-фермер хужалығы нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаһы” һәм “500 ферма” программалары эшләй. Тәүге ике программала крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре лә ҡатнаша ала. Уның үҙенсәлеге шунда: мал, техника, ҡорамалдар һатып алыуға, ер участкаларына документтар әҙерләүгә 1,5 млн һумға тиклем грант бирелә. Тик грантты алыу өсөн үҙ иҫәбеңдә һораған сумманың 10 проценты булыуы шарт. Был программа буйынса муниципаль районда ике кеше эш башланы ла инде. Эш башлаған фермерҙарҙың бурысы – өҫтөнлөклө йүнәлеш буйынса тармаҡты үҫтереү, мал һанын ишәйтеү һәм өс кешегә түләүле эш урыны булдырыу. Шулай уҡ уларҙың ауыл хужалығы буйынса белеме һәм ошо тармаҡта өс йыл стажы булыуы ла мөһим.
Программала ҡатнашырға теләп тә, эләкмәүселәр бар икән, улар, әгәр крәҫтиән-фермер хужалығын асыуға ике йыл үтмәһә, киләһе йылға грантҡа өмөт итә ала.
Һүҙ ҙә юҡ, әлеге ваҡытта грант алыу өсөн документтар әҙерләү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Нәҡ ошонан ҡурҡып, документ йыйыуға баҙнат итмәүселәр ҙә күп. Бизнес-планды дөрөҫ эшләү ҙә мөһим талаптарҙың береһе. Сөнки уны Ауыл хужалығы министрлығында төрлө яҡлап тикшерәләр. Әммә, теләгән – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, ниәт итеүселәр муниципаль райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре ярҙамы менән был эште лә уңышлы бойомға ашыра.
Ғаилә малсылыҡ фермаһы программаһы буйынса районда әлегә бер генә кеше эшләй. Был программа буйынса 10 млн һумға тиклем грант алырға мөмкин. Бының өсөн хужалыҡ үҫешергә һәм көслө булырға тейеш.
2012 йылда Белорет районынан ике кеше грант алһа, былтыр бындай бәхет бер кешегә эләкте. Республикала иһә яңы эш башлаған 45 фермер, ғаилә малсылығы буйынса 25 кеше грант алған. Ҡайһы бер райондан алтышар грант алыусы ла бар.
Үрҙә әйтелгән программалар үҙ эсенә һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ һ.б. 12 төрлө йүнәлеште үҙ эсенә ала.
Былтыр йәй райондың “Урал” производство-крәҫтиән хужалығы “500 ферма” программаһында ҡатнашыуға хоҡуҡ алғайны. Тик, статусты июндә үк алһалар ҙа, әлегә тиклем документтар әҙерләнеп бөтмәү сәбәпле, аҡса күсмәгән. Документтарға ярашлы, күсәсәк 50 млн һум аҡса, тәү сиратта, ферманы йыһазландырыуға, ҡорамалдар алыуға тотоноласаҡ, тип күҙаллана.
Ғөмүмән, ауыл хужалығы өлкәһендә ниндәйҙер субсидия, грант алыуға өлгәшкәндәр бигерәк тә ябай халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Тик күптәр бындай уңышҡа тырыштарҙың һәм тәүәккәлдәрҙең генә эләгеүен аңлап етмәй. Әлбиттә, бер кемгә лә анһат ҡына миллион һумлап аҡса тоттормайҙар. Һәр эштең дә нескәлектәре күп. Шулай ҙа, саҡ ҡына ҡыйыулығы һәм теләге булғанда, һәр кем ошо программаға эләгә ала. Шунлыҡтан матбуғат саралары, телевидение ла ошо хаҡта күберәк яҡтыртырға тырыша һәм кешеләрҙе ваҡытында дәүләт программаһы менән файҙаланып ҡалырға саҡыра. Был программаларҙың киләсәге нисек булыры әле асыҡ ҡына билдәле түгел. Республикала үтәсәк БРИКС, ШОС саммиттарына әҙерлек һөҙөмтәһендә уларҙың бюджеты ҡыҫҡарыуы ла бар, тип фаразлайҙар.
Иҡтисад фәндәре докторы М. Ишморатов иһә: “Ауыл хужалығын үҫтереүҙе шәхси хужалыҡтарҙан башлау дөрөҫ буласаҡ. Бының өсөн мал тотҡан бөтә шәхси хужалыҡтарға ла ярҙам күрһәтеү өсөн республика программаһын булдырырға кәрәк, сөнки 10 йылдан һуң мал тоторға теләгән бер кеше лә ҡалмаясаҡ, барыһы ла, файҙаһына ҡарағанда сығымы күп, тип һанаясаҡ”, – тип үҙ фекерен белдерә. Ныҡлабыраҡ уйлағанда, был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ табырға була. Нимә генә тиһәк тә, мал ауыл халҡының ныҡлы ышанысы, ғаиләһен ҡарауҙың төп ысулы икәнен барыһы ла яҡшы белә. Шуға күрә, бәлки, беҙгә лә был йәһәттән күрше Татарстан Республикаһынан өлгө алырға кәрәктер. Былтыр көҙ унда мал аҙығы һатып алыу өсөн шәхси хужалыҡтағы һәр һыйырға республика бюджетынан 2 мең һум аҡса бүленде. Республика шәхси хужалыҡтарында бөтәһе 120 мең баш һыйыр иҫәпләнә. Күршеләр һыйыр малын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә һөттөң һатып алыу хаҡын күтәреүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.
Үкенескә күрә, һалымдарҙың саманан тыш артыуы сәбәпле, районда быға тиклем эшләп килгән ҡайһы бер крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҙ эшен туҡтатырға мәжбүр булды. Бының сәбәбен килгән килемдең сығымдарҙы ҡапламауы менән дә аңлаталар. Ғөмүмән, ауылда йәшәүселәрҙең хәҙер күбеһе тиерлек мал аҫрауҙы килемһеҙ, мәшәҡәтле шөғөл тип һанай. Бары тик һатып алмаҫ өсөн генә үҙ һөт-ҡаймағын, итен булдырырға теләүселәр бер-ике баш һыйыр тоторға тырыша. Тик уларҙың һаны ла йылдан-йыл кәмей бара. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙең күпләп ябылыуын иҫәпкә алһаң, малсылыҡ ауылды йәнләндерерҙәй, халыҡты эш менән тәьмин итерҙәй берҙән-бер шөғөл булып ҡала. Бында мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Ауылда күбеһенсә милләттәштәребеҙ көн күрә. Малсылыҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, һарыҡсылыҡ кеүек тармаҡтар ныҡлап үҫеш ала икән, тимәк, уларҙың да киләсәге яҡты, пландары ҙур буласаҡ. Был тармаҡтарҙың имиджын күтәреү күп кенә ир-егетте оҙон аҡса артынан Себер тарафына китеүҙән дә туҡтатыр, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек магазин кәштәләрен ер аяғы ер башынан килтерелгән ит, йәшелсә-емеш менән тултырыуҙан да аралар ине.
Ауыл хужалығы буйынса эшҡыуарлыҡты, ауылдарҙы социаль яҡтан үҫтереүгә һәм инфраструктура төҙөлөшөн финанслауға йүнәлтелгән программаларҙы дөрөҫ файҙаланып, малсылыҡ эштәрен яйға һалыусылар күберәк булһа, ауылдарыбыҙ ҙа һүнмәҫ, йәштәребеҙ ҙә күберәк тыуған ерендә ҡалыр. Бының өсөн эшкә һәләтле, киләсәге өсөн битараф булмаған йәштәрҙең тәүәккәллерәк булып, дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуы ла етә.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.