RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Милләтемә тап төшөрмәйем тип, уҡыуға, йәмәғәт эштәренә бар көсөмдө һалам»

28.01.2014 «Милләтемә тап төшөрмәйем тип, уҡыуға, йәмәғәт эштәренә бар көсөмдө һалам»

«Милләтемә тап төшөрмәйем тип, уҡыуға, йәмәғәт эштәренә бар көсөмдө һалам»Яҡташыбыҙ Илнар Байегетов хәрби Суворов училищеһында алдынғылар сафында
Илнар Байегетов – күҙ алдында үҫкән бала. Бала, тип, хәҙер егет инде. Екатеринбургтағы хәрби Суворов училищеһында уҡыусы Илнар ғаиләһенең генә түгел, тотош ауылыбыҙ ғорурлығы. Ә киләсәктә уның менән районыбыҙ, республикабыҙ ғорурланасаҡ. Сөнки, булыр бала – бишектән, тигәндәй, ул булмышы менән еңеүсе, алдынғы, беренсе.
Бала сағынан тырышлығы, белемгә ынтылышы, сәмлелеге менән айырылған Илнар мәктәптә уҡығанында СТС каналында барған кадеттар тураһындағы фильмға иҫе китә. Дәрестән ҡайтыу менән телевизорҙы ҡабыҙып, шул сериалды көтә. Һомғол, төҙ һынлы, матур форма кейгән хәрбиҙәрҙең тормошона шул саҡта ғашиҡ була ла, әсәһе Гөлшат Мөхәррәм ҡыҙын, мин хәрби училищеға уҡырға барам, тип аптырата. Балалығына барып, шулай әйтәлер, тип уйлай әсәһе һәм, ярай, бар, ти. Ә бит донъяла осраҡлы бер нәмә лә булмай, икенсе көнө мәктәпкә барғас, хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәресенән уҡытҡан Нәҡип Әйүпов Гөлшаттан: “Әллә Илнарың Екатеринбургтағы хәрби Суворов училищеһына уҡыр­ға барһынмы икән?” – тип һорай. Әллә, үҙенән һорайыҡ, тип яуаплай Гөлшат. Ә Илнар, әлбиттә, был турала ишетеү менән һикереп төшә: “Барам!” “Ҡыйын буласаҡ, улым, хәрби училищела уҡыу кинонан айырыла, унда романтика юҡ, тик ауыр хеҙмәт кенә бар...” – әсә кеше өсөн үҙ балаһы ғәзиз, бер ҙә алыҫҡа, сит егеттәр араһына ебәргеһе килмәй. Ләкин алтынсыны тамамлаған Илнар яңылыҡтан шул тиклем илһамлана, рухланып китә, һәм әсәһе уның ҡанаттарын ҡайырырға йөрьәт итмәй. Екатеринбург ҡалаһына барып, училищеға имтихандар бирәләр. Ҡайтып етмәҫ борон уҡ малай тулҡынланып, ҙур ышаныс менән саҡырыу көтә башлай. Ә саҡырыу юҡ та юҡ... Инде бошона башлаған Илнар һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, кәйефе юғала, үҙен бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш менән генә әүрәтә. Бигерәк тә, көҙөн нисек оялмай мәктәпкә кире барырмын икән, тип ҡайғыра. Йөҙөн болот баҫҡан улын күреп, әсәһенең дә йөрәге урынынан ҡуба. Һәм түҙмәй, училищеға шылтырата, саҡырыу һаман юҡ, индекме-юҡмы, тип һорай. Эйе, һеҙ исемлектә бар, саҡырыу тиҙҙән барып етер, тигәнде ишеткәс, бесәндә йөрөгән улының номерын йыя һала: “Улым, ҡотлайым! Һине училищеға алғандар!” О-о, Илнарҙың шул мәлдә нисек ҡыуанғанын белһәгеҙ! Атҡа атланғандай була! Хыялы тормошҡа аша бит!
– Саҡырылған көндө таң менән Екатеринбург ҡалаһына килеп төштөк, – тип һөйләй Гөлшат Мөхәррәм ҡыҙы. – Тегеләй-былай йөрөп әйләндек, туңдырма алып ашаныҡ... Тәғәйен ваҡыты килеп еткәс, улым менән хушлаштыҡ та, ул училищеға инеп китте. Артынан, күҙ йәшен тыйырға маташып, бәләкәс бит әле, ә оло тормош юлына баҫты ла, тип, һағышлы ҡарап ҡалдым... Ҡайтҡанда күҙ йәшенә ирек бирҙем, балам бит...
Ҡаты, талапсан хәрбиҙәр тормошона күнегеп китеү Илнарға еңелдән булмай. Хатта төндә, бер кем күрмәгәндә, илағыһы ла килә, тик үҙен, тешен ҡыҫып, тота. Ауырлыҡтар тураһында бер кемгә зарланмай, әсәһенә, барыһы ла яҡшы, миңә бында оҡшай, тик һине һағынам, тип хаттар яҙа: “Әсәй” һүҙе менән телем асылған... Миңә ауыр саҡта һин гел дә янымда булдың. Берәй ерем ауыртһа, тәмлекәстәр һатып алып йыуата торғайның. Һин миңә ваҡытыңды йәлләмәнең: матур кейенергә, үҙ-үҙемде ҡарарға, кеше араһында үҙемде тоторға өйрәттең. Һин бик аҡыллы һәм матур. Мин һәр саҡ һиңә оҡшар­ға теләнем һәм һиңә оҡшағаныма ҡыуанам. Һин һөнәрең менән генә түгел, булмышың менән дә уҡытыу­сы. Һинең менән шундай ныҡ ғорурланам һәм, әсәйемдән уңдым, тип ҡыуанам! Беҙҙең арала, үкенескә күрә, барыһы ла ал да гөл булманы. Ҡайһы саҡта ирешеп тә китә торғайныҡ, ләкин хәҙер барыһы ла үҙгәрҙе. Хәрби Суворов училищеһына уҡырға ингәс, арабыҙҙағы йылылыҡты, ышанысты юғалтыуҙан ҡурҡтым. Һинең кә­ңәш­тәрең етмәй миңә... Һинең өсөн минең бәхетле булыуым иң мөһиме икәнен беләм, шуға ла ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, мин уларҙы еңеп сығырмын. Һин мине уларҙы еңергә өйрәтерһең! Һин миңә ярҙам итерһең бит? Миңә үҙебеҙҙең өй, ғаиләбеҙ, мине нисек итеп үҫтергәнең оҡшай... Минең киләсәгем бала сағым кеүек бәхетле, яҡты буласаҡ. Ә мин һиңә лайыҡлы ул буласаҡмын, вәғәҙә итәм! Хыялымды тормошҡа ашы­рыр­ға ярҙам иткәнең өсөн рәхмәт!”
Ауырлыҡтарға түҙмәй, ташлап ҡайтыу уйы башына ла инеп сыҡмай Илнарҙың. Башҡортостандан училищела бер үҙе була, шуға ла туғандаш Татарстандан килгән Илйәр Ғәлимов менән тәүге көндән дуҫлашалар. Гел русса һөйләшеп йөрөп, икәү генә ҡалғандарында улар үҙҙәренсә һөйләшеп рәхәтләнә. Ә бер аҙҙан Илнар рус дуҫ-иштәрен дә башҡорт теленә өйрәтә башлай. Хәҙер инде уны иптәштәре русса түгел, ә, вата-емерә булһа ла, башҡортса сәләмләй: “Һаумы, сәләм!”
– Икмәк-тоҙлоҡ белгәс, миңә рәхәт, – тип көлә Илнар. – Мине ихтирам иткәс, телемде лә хөрмәтләйҙәр, милләтем менән ҡыҙыҡһыналар. Шуға, милләтемә тап төшөрмәйем тип, уҡыуға, йәмәғәт эштәренә бар көсөмдө һалам.
Тырыш Илнар училищела ла тик “бишле” билдәләренә өлгәшә. Ниндәй төр спорт ярыштары була, барыһында ла ҡатнаша: футбол, теннис, саңғы, йөҙөү... Бигерәк тә футбол оҡшай (алты йәшендә телевизорҙан ҡарап уйнарға өйрәнгән – бына бит, аҡыллы кеше “зәңгәр йәшник”тән дә файҙа ала). Ярыш­тарҙа призһыҙ ҡалғаны юҡ – гел еңеү яулай! Училищела ниндәй конкурстар үткәрелә – унда ла Илнар беренселәр сафында!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”