17.01.2014 Балалар пособиеһы биш процентҡа артты
1 ғинуарҙан «Балалары булған граждандарға дәүләт пособиелары тураһында»ғы Федераль закон менән ҡаралған пособиеларҙың күләме биш процентҡа арттырылды. Башҡортостанда бындай пособиелар район коэффициентын иҫәпкә алып түләнәсәк.
Башҡортостанда бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие күләме 15,8 мең һумға тиклем арта. Мотлаҡ социаль страховкаланмағандарға сабыйға йәш ярым тулғанға тиклем түләнгән айлыҡ пособие күләме тәүге баланы тәрбиәләгәнгә – 2,9 мең һумға, икенсе һәм артабанғы балаларҙы тәрбиәләгән өсөн 5,9 мең һумға тиң буласаҡ.