17.01.2014 Рәсәй халҡы 22 мең кешегә артҡан
Илебеҙҙә һуңғы 20 йылда тәүгә тыуым үлемдән артып киткән. Күрһәткес ҙур түгел, шулай ҙа көтөлгән ваҡиға. 2013 йылдың 11 айында Рәсәйҙә тәбиғи артым – 22,7 мең кеше.
Тыуым ике һәм унан да күберәк процентҡа Татарстан, Ҡарасай-Черкес Республикаларында, Хабаровск крайы, Новосибирск, Мәскәү һәм Томск өлкәләрендә артып теркәлгән. Тәбиғи артыу 43 төбәктә күҙәтелгән. Ғинуар – ноябрь айҙарында илдә 1 миллион 740 меңдән ашыу бала тыуған.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә әлегә берҙән-бер ҡыҙ Олимпиада исемен йөрөтә. Яңы йыл төнөндә тыуған сабыйға ата-әсәһе шул исемде бирергә ҡарар иткән. Әллә ҡайҙа тыумаған ул ҡыҙсыҡ, ә тап Сочиҙа донъяға тәүге ауазын һалған. Исем рәсми алынған. Ниңә шундай ғәҙәти булмаған исем ҡушылғанына аптырарға түгел – бөтә кеше Ҡышҡы Олимпия уйындарын көтә.
РБК сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.