RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхетлеләр утрауы – ғашиҡтар иле

17.01.2014 Бәхетлеләр утрауы – ғашиҡтар иле

Бәхетлеләр утрауы – ғашиҡтар илеКүңелде үҫтергән, сағыу нур­ҙарына сорнаған кисәләрҙе ҡарағандан һуң ошо мөмкинлекте бүләк иткән журналист һөнәренә рәхмәт уҡырға ғына ҡала. Бындай саралар тормош ығы-зығыһынан арындыра, донъяның ни тиклем матур булыуына тағы ла инандыра.
Районыбыҙҙың һәр ауылын ҡуҙғытып, сәхнәгә береһенән-береһе матур ғаиләләрҙе, һәләтле балаларҙы сығарған “Бәхетлеләр утрауы” конкурсы тураһында һүҙебеҙ. Иң тәүҙә ул Иҫке Сибай ауылы биләмәһендә үткәрелде. Шуны билдәләп китергә кәрәк, Иҫке Сибайҙа китапхана, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдарҙың ауыл биләмәһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе һәр сараның юғары кимәлдә үтеүендә, уларҙың район тормошонда әүҙем ҡатнашыуында һиҙелә.
Ауыл биләмәһе башлығы Илдус Сәфәрғәле улы Бикбаев, ғаиләләр­ҙе тәбрикләп, уларҙың оло сәхнәгә сығыуы үҙе еңеү булыуын белдерҙе. Ысынлап та, аллы-гөллө күлдәктәге балаларын етәкләп, тамашасылар алдында ҡыйыу сығыш яһаған парҙарға ҡарап һоҡланып туйғыһыҙ ине. Тәүге һынау ғаилә менән таныштырыу булып, унан алып барыусыларҙың сетерекле һорауҙарына тапҡыр яуап биреү, йыр-бейеү бүләк итеү, аш-һыу әҙерләү, ғаилә вальсында өйрөлөү – быларҙың барыһы ла юғары кимәлдә башҡарылды. Фәйзуллин­дарҙың: “Матурҡай ҡыҙ­ҙарыбыҙ бар, хыялыбыҙ – ул табыу”, Хәмитовтарҙың: “Беҙҙең ғаилә тотҡаһы – атайыбыҙ”, Мәҡсү­товтарҙың бер-береһенә: “Мөхәб­бәтем”, – тип кенә өндәшеүе, Ласыновтарҙың: “Беҙҙе сәхнә таныштырҙы”, – тиеүе, Йәнбәков­тар­ҙың оҫта сығышы тамашасыларҙың ихлас алҡыштарына күмелде.
Ә инде бар районға билдәле булған Ҡарабаевтарҙы күреү айырым бер бәхет булды. Был пар үҙ сабыйҙары янына ауыр тормош хәленә ҡалған балаларҙы алып, уларға бик матур тәрбиә бирә. Ошо ғаиләгә алынған Гөлназ исемле ҡыҙ ҡасандыр редакцияға: “Күҙ йәштәребеҙ кипте инде”, – тип хат яҙғайны. Ышанам, кипкәндер. Сөнки шул тиклем йылылыҡ бөркөлгән ғаиләлә бәхетһеҙ булыуы мөмкин түгел.
Аҡморон ауылында үткән конкурсҡа Сәйғәфәрҙән ун бала тәрбиәләгән Мөршиҙә һәм Миң­дәүләт Йәндәүләтовтар, Ҡаратал­дан Нур­зилә һәм Азат Әлибаев­тар, Аҡ­морондан Көнһылыу һәм Шәһи­тулла Хәләфетдиновтар, Әбделкә­римдән Рәсимә һәм Хәлил Әбделғафаровтар килде. Һәр пар сағыу, матур сығыш яһаны. Хәлил Әбделғафаровтың: “Ғаилә – тормош карабы ул”, – тигән һүҙҙәре һәр кемде уйға һалғандыр. Ә инде Әлибаев­тарҙың “Мөхәббәтле ғаилә ниндәй була?” тигән һорау­ға: “Беҙҙең кеүек!” – тип яуап биреүе көслө алҡыштарға күмелде. Хәләфетдиновтар – иман юлына баҫҡан дини ғаилә. Уларҙың ир һәм ҡатындың тотҡан урыны, балалар­ҙы нисек итеп тәрбиәләү тураһында биргән кәңәштәре бик фәһемле булды. Был юлы атайҙарға ҡыҙҙар­ҙың сәсен үреү һәм картуф әрсеү һынауы ла бирелде. Улар был ярышты бик уңышлы үтә алды. Ауыл биләмәһе башлығы Г. Аза­матова, бәхетле парҙарҙы тәбрикләп, уларға ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе. Уның: “Беҙ һеҙҙе күктәргә күтәрҙек, һеҙҙең унан төшөргә хаҡығыҙ юҡ”, – тигән һүҙҙәре йөрәккә үтеп инде. Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары Рауил Харрасов, Илнур Аслаев һәм Аҡморон мәктәбе уҡыусыларының сығышы кисәнең бер биҙәгенә әүерелде.
Таулыҡай ауыл биләмәһендә Йомаштан Гөлшат һәм Илфат Юнысбаевтар, Сыңғыҙҙан Зөл­фирә һәм Рәшит Буранбаевтар, Юлыҡтан Ирина һәм Ғәзиз Шәйәхмәтовтар, Яраттан Миңзәлә һәм Нур Үҙәнбаевтар, Ниғәмәттән Файза һәм Йәмил Хәсәновтар, Беренсе Этҡолдан Эльмира һәм Арыҫлан Рыҫбаевтар, Ғәҙелбайҙан Зем­фира һәм Илһам Солтангә­рәев­тар, Буранбайҙан Миңлегөл һәм Зөфәр Абыҙгилдиндар, Мерәҫтән Гөләйшә һәм Ильяс Ғазиндар, Таулыҡайҙан Рәшиҙә Байегетова һәм Марат Ураҡов, Ниғәмәттән Земфира һәм Рәил Хәсәновтар сәхнәгә сыҡты. Шуны­һы әһәмиәтле, был ғаиләләрҙең барыһы ла тиерлек күп балалы. Юлыҡтан Шәйәхмәтовтар ғаиләһе биш балаға ғүмер бүләк итеп, тағы өс баланы үҙ ҡосағына алған. Шулай итеп, нурлы йортта хәстәрлекле атай һәм әсәй ҡулында Азамат, Шайморат, Бәхтийәр, Айбулат, Нурбулат, Карина, Асия, Алина исемле иҫ киткес матур балалар үҫә.
Ныҡлы әҙерләнгән, һоҡланғыс талант эйәләре булған был парҙар араһынан еңеүсене билдәләүе бик ауыр булды. Хәйер, уларҙың һәр береһе үҙҙәренең йәшәү рәүеше, уңғанлығы, матурлығы, нәзәкәтлеге менән иң оло еңеүгә – бәхетле ғаилә ҡороуға өлгәшкән.
Темәс ауылында үткән “Бәхетлеләр утрауы” конкурсын ҡарап, һөйөнөсөмдөң иге-сиге булманы. Сөнки бында район китапханаһы йыл да уҙғарған “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” конкурсында ҡатнашып, ғаилә ҡорған ике пар бар ине. Улар – оҫта сығыштары менән тамашасыларҙы һоҡландырған Дилә һәм Заһир Исхаҡовтар (Түбә) һәм Билалдан Ләйсән һәм Ришат Таулыҡаевтарҙың йәш ғаиләһе. Ләйсән менән Ришаттың, әле бик йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, бәләкәс бәпестәрен күтәреп оло сәхнәгә сығып, оҫта сығыш яһауы ихтирамға лайыҡ.
Конкурста Ҡуянтауҙан тәүге тапҡыр рус ғаиләһе Земсковтар ҙа ҡатнашты. Был парҙың төрлө кимәлдәге ярыштарҙа әүҙемлек күрһәтеүе билдәле. Ольга Петров­наның бәләкәс ҡыҙы Вероника менән бергәләшеп йырлауы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Әлбиттә, был биләмәлә барыһының да иғтибарын Темәс ауылынан Дилара һәм Руслан Исҡужиндар йәлеп итте. Бәхет нурҙары бөркөлгән был пар лайыҡлы рәүештә еңеүсе тип билдәләнде. Уларҙың киләсәктә лә үҙҙәренә генә хас ҡотто һаҡлап ҡалыуҙарын теләге килә. Шулай уҡ Күгиҙелдән Альбина һәм Азамат Нарынбаевтар, Һаҡмарҙан Зөһрә һәм Рәмил Бикташевтар, Таһирҙан Айгөл һәм Батыр Камалетдиновтар һәр һынауҙы уңышлы үтеүе менән һөйөндөрҙө. Камалетдиновтарҙың Ленара исемле ҡыҙы конкурстың табышы булды. Кескәй ҡыҙҙың шул тиклем матур йырлауы, сәхнәлә үҙен ысын артист кеүек тотоуы, оҫта бейеүе хайран ҡалдырҙы. Был ғаиләнең яҙмышы тураһында ҡалын китаптар яҙырлыҡ. Икеһе лә күмәк бала менән тороп ҡалған, береһе – Әбйәлил, икенсеһе Баймаҡ районында йәшәгән ир менән ҡатын тормоштарын бәйләп, тағы бер уртаҡ сабыйға ғүмер бүләк итә. Хәҙер бәхетле ғаиләлә һигеҙ бала тәрбиәләнә.
Мәғлүм булыуынса, “Бәхетлеләр утрауы” конкурсын район китапханаһы иғлан иткәйне. Уның маҡсатын белеү өсөн Луиза Дәүләт­шинаға мөрәжәғәт иткәс, ул: “Ҡайһы саҡта тормош ауырлыҡтарын, яманлыҡты ғына күреүсән булып китәбеҙ. Ысынбарлыҡта, яныбыҙҙа ғына әллә ниндәй мөғжизәләр тыуа. Шуларҙың иң ҙуры –матур ғаиләләр. Районыбыҙҙа балаларын итәғәтле, инсафлы итеп тәрбиәләгән, бер-береһенә һоҡ­лан­ғыс мөнәсәбәте менән айырыл­ған, уңған парҙар бик күп. Конкурста ҡатнашҡан һәр ғаилә маҡтауға лайыҡ, мин уларҙың һәр береһен еңеүсе итеп ҡабул иттем. Шуға күрә ошо матур ғаиләләребеҙҙе күрә һәм ҙурлай, данлай беләйек. Улар беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме ул”, – тине.
Эйе, “Бәхетлеләр утрауы” беҙгә һәр ауылдан һоҡланғыс парҙарҙы асты. Биләмәләрҙә еңгән ғаиләләр киләһе йылда район ярышына сығасаҡ. Был бәхетле парҙарҙың утрауында һәр саҡ шат ауаздар, балалар тауышы яңғыраһын, мөхәббәт хакимлыҡ итһен.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”