RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.01.2014 Сәйер кешеләр

Сәйер кешеләрОҙаҡ йылдар буйы беҙҙе, кеше маймылдан килеп сыҡҡан, тип ышандырырға тырыштылар. “Кешене хеҙмәт барлыҡҡа килтергән” тигән ҡанатлы һүҙ ҙә таралды. Йәнәһе, маймылдар “эшләй-эшләй” кеше сүрәтенә ингән. Дарвин теорияһының фантастик әкиәт икәнен хәҙер барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ә шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр, үҙҙәрен ысынлап та маймылдан бар булған икән тип уйлап, һаман үҙен кешеләрсә тота белмәй. Бәғзеләр хатта логик йәһәттән дә аңлатып булмаҫлыҡ эш ҡыла. Улай ғына ла түгел, ошо ҡылыҡтарын фотоға, видеоға ла төшөрәләр. Интернет сәйер яҙмалар менән тулған. Күбеһе социаль селтәрҙәр аша тарала. Бөйөк яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишеваның “Сәйер кеше” тигән повесын бала саҡта яратып уҡый торғайныҡ. Бөгөнгө сәйерҙәр йәмғиәт тарафынан бер ҡатлы тип нарыҡланған Ғәҙел ише генәме ни?
Европала ХIХ быуаттың иң танылған француз яҙыусыһы Гюстав Флобер кешеләрҙең аңралығына аптыраған һәм һәр ваҡыт замандаштарында ниндәй ҙә булһа алйотлоҡ күргән. “Ерҙең сиге бар, ә кешенең иҫәрлегенә сик юҡ”, – тигән ул. Быуаттан ашыу элек әйтелгән был һүҙҙәр, бәлки, иҫкереп тә бөткәндер, әммә беҙҙең бәғзе замандаштар кеше мөмкинлегенең сикһеҙлеген иҫбат итеп тора. Сәйерлеге менән дә.

Эшләр алдынан уйла, тигән
әйтем уларға ҡағылмай

Эйе, арабыҙҙа сәйерҙәр күп. Әлбиттә, бөтәһе лә “иҫәр сәйер” түгел. Хыялыйыраҡ, тип әйтеп була “аҡыллы сәйерҙәр” хаҡында.
Бына, мәҫәлән, Эстониянан берәү осорға өйрәнергә теләгән. Кеше атлап йә йүгереп йөрөй, ә уға осоу бәхете бирелмәгән. Әммә ниңә тырышып ҡарамаҫҡа?! 45 йәшлек ир тәүҙә махсус күнегеүҙәр яһаған, диета тотҡан. Ашауы йүнле булмағас, ауырлығы 52 килограмға ҡалған. Осор өсөн еңел кәүҙә кәрәк, тигәндер инде. Осоу хыялы шул тиклем көслө булған ки, хатта ҡулдарын ҡанат һымаҡ оҙонайтырға теләп, бер бот гер тағып йөрөй башлаған. Ярҙам итмәгәс, ҡулына ҡош ҡаурыйҙарын тегергә ниәт иткән, тиреһенә ҡауырһындарҙы имплантация ярҙамында беркетергә план ҡорған. Аҙаҡ инде был сәйер ирҙе, психик яҡтан сирле тип, мәжбүри рәүештә дауаланырға оҙатҡандар. Бала кеше осорға әҙерләнһә – бер хәл дә, ә был бит апаруҡ етди йәшкә еткән ир булған да баһа! Сәйер тимәй, кем тиһең инде.
Яңылыҡтар йыйыусы ҡайһы бер агентлыҡтар хеҙмәткәрҙәре махсус рәүештә сәйер эштәр эшләүселәрҙе эҙләп кенә йөрөй икән. Түбәндә шундай бер мәғлүмәт сараһының һуңғы рейтингында тәүге баҫҡыста тороусы зат хаҡында: Ҡытайҙа 17 йәшлек егет үҙенең бөйөрөн һатырға булған. Буштан буш килеп сыҡмаған инде был ниәте, ә бары тик планшетник алырға ғына теләгән. Бөйөрҙөң хаҡы – 3 100 доллар. Һәм кеҫәлә – күптән хыяллан­ған айпад. Уға ҡушып, операция ваҡытында табиптар тарафынан егеттең организмына индерелгән инфекция.
Сәйер ысулдар менән урлашырға маташыу­сылар ҙа етерлек. Францияның бер йәш кешеһе уйлап тапҡан алым да шундай. Банк таларға теләгән егет бинаның билдәле бер еренә көн һайын бер шешә һеркә һипкән. Йәнәһе, стена ашала ла, ҡараҡ шуны еңел генә төртөп емереп, эскә инә һәм аҡса уның тоғона күсә. Эйе, әҙерләп ҡуйған! Бер нәмә лә килеп сыҡмаған шул – банк бинаһы мәрмәр менән көпләнгән, ә был материалды һеркә алмай.
Ә быныһы аптырау түгел, көлкө тыуҙырыу­сы бер хәл. Бер ир иҫке тимер юл вагонынан эшләнгән һарайынан ялҡҡан. Тик уны икенсе урынға күсереп ҡуйырға хәленән дә, көсөнән дә килмәгән. Ни эшләргә? Булдыра алғанын эшләгән инде – көн һайын һарайына тибә икән был. Йыл ярым эсендә шулай типкесләп, ярты метрға күсергән. Хужа был “ҡаҙаныш” менән туҡталып ҡалырға теләмәй. Сәйер тимәй, кем тиһең?!

Эскелек арҡаһында…

Алкоголь – уғата насар нәмә! Кеше уның тәьҫирендә нимә генә эшләмәй. Эсеп иҫереп тик кенә ятыусыны күргән юҡ әле. Күптәр әллә ниндәй ҡылыҡтар ҡыла. Түбәндәгеләргә күҙ йүгертәйек.
Ставрополдә йәшәүсе 34 йәшлек ир өйөнә кисләтеп кенә “төшөрөп” ҡайтып, ҡатынына ҡорал тотоуҙа оҫталығын күрһәтмәксе була. Травматик пистолетын килтереп сығара ла, иҫерек башы менән унда пуля барлығын онотоп һәм, әлбиттә, тикшереп тә тормай, маңлайына терәп, тәтегә баҫа… Дауаханаға алып барһалар ҙа, ҡотҡара алмайҙар үҙен.
Киров ҡалаһында булған хәл. Дуҫтары менән оҙаҡ ҡына ултырып, “кәйефен күтәреп” алған ир ауа-түнә ҡайтырға сыҡҡан. Ҡараһа, һуңғы туҡталышта троллейбус тора. Ишектәре асыҡ, ә кондуктор ҙа, водителе лә күренмәй. Башына килгән тәүге уй – салонға инеп, тикшеренеп сығырға була. Буш транспортта ни тапһын инде. Оҙаҡ баш ватмай ир, водитель урынына ултырып китә лә бара. Ярай әле, бер квартал барғас, троллейбус, сымдары ысҡынып, һүнә. Туҡталыштағы магазинға ғына ингән водитель менән кондуктор аһылдашып быны ҡыуып етә. Иҫереккә ни – ҡыҙыҡ. Мин бит өйөмә тиҙерәк ҡайтып етергә теләнем, тип аҡланған ул айыҡҡас.
Туланан берәү Яңы йыл байрамы алдынан йортон биҙәргә йыйына, шыршы ултырта, ялтырауыҡтар һатып ала. Шулай магазиндан ҡайтып барышлай, ҡаланың төп шыршыһын да күреп китә һәм күҙе Президенттың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе бинаһына төшә. Бер аҙ “һуғып” алған ирҙең фантазияһы эшләп китә һәм йәһәт кенә бинаға яҡын уҡ килеп, алтаҡтаһын һурып та ала. Шуны шыршы янына ҡуймаҡсы булғанмылыр. Полиция хеҙмәткәрҙәре күреп, уға ҡарата хулиганлыҡ буйынса “эш” асып ҡуя.
Сәйерҙәр тик ирҙәр генә, тип уйлап ҡуймағыҙ тағы. Ҡатындар араһында ла ундайҙар бар. Үкенескә күрә, эсергә яратыусы гүзәл зат арта. Шулар тыуҙыра инде төрлө “мөғжи­зәләр­ҙе”. Бер ваҡыт Воронежда бер төн эсендә парктан 34 төп рауза сәскәһе ҡыуағы юҡҡа сыға. Яҡынса 10 мең һумлыҡ сәскә юғала. Эҙләй башлаһалар, бурҙың 32 йәшлек ҡатын булыуы асыҡлана. Баҡһаң, ул раузалар­ҙы ҡаҙып алған да үҙе йәшәгән йорт алдына ултыртып, иҫерткес эсемлек алыр өсөн аҡса эшләү маҡсатында һата ла башлаған, имеш. Был баш сәйер түгел, ә алтын.
Беҙҙең халыҡ “буштан килгән”гә өйрәнгән. Нимә генә булһа ла бушлай эләктереп ҡалыу шәп тә инде. Түләргә яратмайбыҙ. Таксиҙа рәхәтләнеп ултырып йөрөргә мөмкин, тик ниңә әле түләргә? Шулай тип уйлаған йәш кенә бер егет “һалмыш баш” булһа ла. Һәм түләмәҫ өсөн… үлгәнгә һалышҡан. Водитель иҫеректән аҡса һораған-һораған да, тегеләй ҙә әйләндергән, былай ҙа, ахыры, түҙемлеге бөтөп, юл ситенә һалып киткән. “Үлек”, әҙерәк ятҡас, тороп атлап алған да, тағы юл ситенә ятҡан. Мәйет булып, бушлай ғына ҡалаға ҡайтып етергә иҫәп тотҡан ул.
Үлгән, тигәндән, Һиндостанда бер кеше сәйер хәлгә тарыған. 1961 йылда тыуған Лал Бихари тигән әҙәм 1976 йылдан 1994 йылғаса рәсми рәүештә үлгән булып һаналған. Шаҡ ҡатырлыҡ хәлгә ҡалғанын ул банкыға аҡса алырға барғанда белеп ҡала. 1976 йылда ике туған ағаһы түрәләргә ришүәт биреп, бының “үлем”ен теркәтә лә еренә хужа булыу хоҡуғын ала. 18 йыл буйына Лал һинд властарына үҙенең тере икәнен иҫбат итергә тырыша. Ошо йылдарҙа ир “Үлектәр ассоциацияһы”н булдыра. Баҡһаң, уның кеүектәр байтаҡ икән. Барыһы ла тиерлек милек арҡаһында үлгән булып һанала, ә ысынбарлыҡта иҫән-һау. Үҙеңдең тере икәнеңде иҫбат итеү, ай-һай, ауыр икән, ассоциация оҙаҡ йылдар буйы тик дүрт кенә кешенең тере икәнлеген иҫбат итә алған.
Сәйер закондар


Донъяла илдәр күп. Әлбиттә, һәр береһенең ҡануниәтен тәфсирләп тикшереп ултырыу мөмкин дә түгел, шулай ҙа сәйер закондар хаҡында әҙме-күпме һүҙ йөрөтөргә була. Ғәҙәти булмаған нәмә тиҙ тарала бит. Бына, мәҫәлән, Япо­нияла “Намыҫ, Закон, Никах” ти­гән закон бар икән. Уға ярашлы, өлкән ағай ҡус­тыһының һөйгәнен оҡшатһа, ҡыҙҙың ҡулын һорай. Теге икәү быға ҡаршы ки­лергә тейеш тү­гел.
Свазиленд ти­гән фәҡир генә бәләкәй бер дәүләттә ҡатын-ҡыҙға салбар ке­йеү тыйыла. За­конды боҙған осраҡта һалдаттар ғәм халыҡ алдында салбарҙы һыпыра тартып төшөрөргә хоҡуҡлы. Йолаларҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында әлеге ил короле гүзәл затты ир-аттан түбәнерәк ҡуйған бер нисә закон ҡабул иткән.
Филиппинда үтә лә сәйер, улай ғына ла түгел, ә бөтөнләй аптыратҡыс закон бар. Ул автомобиль номерҙарына ҡағыла. Баҡһаң, машина һаны 1 йә 2-гә тамамланһа, транспорт дүшәмбелә юлда йөрөргә тейеш түгел, 3 йә 4-кә бөтһә – шишәмбе, 5 йә 6-ға – шаршамбы һәм артабан йомаға тиклем шундай ҡағиҙә бар. Уның нимәгә сығарылғаны ла аңлашылмай.
Германияла “пассив ҡорал” хаҡындағы закон йылмайыу тыуҙыра. Мендәрҙе шулай тип атағандар. Бәлки, берәй парламентарий­ҙың башына ҡаты мендәр эләккәндер. Әгәр ҙә мәгәр Германияға барыр булһағыҙ һәм һеҙгә берәү мендәр тоҫҡаһа, уны әлеге закон менән ҡурҡыта алаһығыҙ.
Бөйөк Британия сәйер закондары менән айырылып тора. Бөгөнгә 2000-гә яҡынын ғәмәлдән сығарыуға өлгәшелгән. Шулар араһында иң аптыратҡаны, парламентта вафат булыу законһыҙ һанала, тигәне лә булған.


Әйткәндәй

Беҙҙә сәйер закондар әллә ни юҡтыр. Уның ҡарауы, исемдәр бар. Ил тарихындағы “даһиҙар”ға арнап ҡушылғаны ла бихисап: Стален, Сталенита (Сталин, Ленин), Сталет (Сталин, Ленин, Троцкий), Сталив, Ивс (Сталин Иосиф Виссарионович)…

Күп кеше бәхәсләшергә ярата. Ул бәхәс нимәнелер ашауға бәйле булһа, бигерәк ҡыҙыҡ йәки сәйер. Бәхәсләшеү “ризығы”нан иң таралғаны әсе борос икән. Был “көрәште” башлыса ир-егет ойоштора.
Ҙур ҡалаларҙағы йәмәғәт транспортында, метрола күҙ өйрәнмәгән байтаҡ күренешкә тап булаһың. Сит илдә айырыуса. Йәштәрҙе нисек тә аңларға мөмкин, ә бына йә яланғас, йә ниндәйҙер әкиәт геройына оҡшатып кейенгән өлкән кешене күрһәң…
Филиппин утрауынан бер кеше 16 йыл ғүмерен Суперменға оҡшау өсөн операциялар яһатыуға сарыф иткән. Супермен – американдар уйлап сығарған комикстар геройы. Тәүге тапҡыр 1995 йылда бысаҡ аҫтына ятҡанда Герберт Чавесҡа 35 йәш була. Шунан башлап ул танауын үҙгәртә, эйәген оҙонайта (йәнһүрәт персонажы оҙонораҡ эйәкле), мускуллы булырға тырышып, импланттар ҡуйҙырта, хи­рургтарға күҙ, яңаҡ, сикә тирәһендә лә эш табыла. Дөйөм алғанда, ир яратҡан геройына оҡшар өсөн 6600 доллар аҡса тотона. Был – Филиппин үлсәмдәре буйынса бик ҙур аҡса. Сәйер тимәй, кем тиһең инде шуны!

Айсын АҠБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”