RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баймаҡтың бар бай тарихы

17.01.2014 Баймаҡтың бар бай тарихы

Баймаҡтың бар  бай тарихыУҙған йыл аҙағында район тураһында энциклопедия донъя күрҙе
2013 йылдың декабрендә «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы тарафынан рус телендә әҙерләнгән баҫма – «Баймаҡ энциклопедияһы» донъя күрҙе. Ул Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ һәм Баймаҡ ҡорос ҡойоу-механика заводының 100 йыллыҡ юбилейҙарына тап килтереп эшләнде. Был күләмле эште бик ҡыҫҡа ваҡытта, ярты йылда йырып сығырға тура килде. Сағыштырыу өсөн: күп томлыҡ «Башҡорт энциклопе­дия­һы»ның тәүге томын ун йылға яҡын әҙерләһәк, ҡалған алты томдың һәр береһен берәр йылда атҡарып сыҡтыҡ. Баймаҡ энциклопедияһын рекордлы ваҡытта әҙерләнек, тип әйтергә була. Ун ете кешенән торған эш төркөмө, ял, байрам көндәре, отпуск тип торманы, ең һыҙғанып эшләне. Һөҙөмтәлә йөкмәткеле, биҙәлеше яғынан матур, зауыҡлы һәм ҙур күләмле китап килеп сыҡты. Заказ биреүсе Баймаҡ районы хакимиәте, уның етәксеһе Илшат Хәмит улы Ситдиҡов, район халҡы ла энциклопедиянан бик тә ҡәнәғәт ҡалды.
«Баймаҡ энциклопедияһы» йүнәлеше буйынса ғилми-популяр баҫма булып тора һәм Баймаҡ ҡалаһы һәм районы тормошон һәр яҡлап күрһәтә, киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә. Билдәле булыуынса, был район республикабыҙҙың иң ҙур райондарының береһе һанала, унда ауыл хужалығы, иҡтисад, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләр яҡшы ғына үҫеш алған. Төбәк тарихы, уникаль тәбиғәте, матур хеҙмәт, рухи һәм мәҙәни традициялары менән дан тота. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, ошондай ҙур күләмле китапта һәр яҡлап күрһәтелә. Энциклопедияла боронғо замандан башлап райондың бөгөнгө көнөнә тиклемге арауыҡ күҙаллана.
Алда әйтеп үтеүемсә, китапты әҙерләү маҡсатында ғилми-нәшриәт комплексында эш төркөмө ойошторолдо, мине, Баймаҡ райо­нында тыуып үҫкән, районды арыуыҡ һәйбәт белгән кеше булараҡ, был эш төркөмөнөң етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Текстарҙы төҙәтеү эшен беҙҙең ғилми мөхәррирҙәр, төрлө өлкәләге белгестәр – филологтар, тарихсылар, географтар, этнографтар, медицина, ауыл хужалығы буйынса эшләүсе хеҙмәткәрҙәребеҙ башҡарҙы. Шулай уҡ энциклопедияны әҙерләүҙә Баймаҡ районынан эш төркөмө, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ауыл советтары, китапханалар, музейҙар, архив, загс хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, пенсионерҙар ҙа ҙур ярҙам күрһәтте.
«Баймаҡ энциклопедияһы»на 2240-тан ашыу мәҡәлә, 500-ҙән ашыу иллюстрация индерелде. Материалдар алфавит буйынса урынлаштырылды. Ниндәй мәҡәләләр индерелде һуң китапҡа? Административ-территориаль берәмектәр, йәғни хәҙерге Баймаҡ районы биләмәһе ингән губерналар, өйәҙҙәр, кантондар, райондар, ауылдар, бөгөнгө көндә йәшәп килгән һәм юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың бөтәһе лә индерелде. Төбәктең үҫемлектәр, хайуандар донъяһы, йәғни унда төйәкләнгән йәнлектәр, ҡоштар, төрлө бөжәктәр, Ҡыҙыл китапҡа ингән, тик район биләмәһендә генә осраусы үҫемлектәр һүрәтләнә. Шулай уҡ унда 500 метрҙан бейек булған Аҫылмаҡ, Йәнгүҙәй, Олотау, Ҡараташ, Һәрешҡужа кеүек 70-кә яҡын тау, 40-тан ашыу йылға (улар араһында Һаҡмар, Урғаҙа, Төйәләҫ, Әселе, Күсәбә, Йылайыр, Таналыҡ бар), ундан ашыу күл, мәҫәлән, Талҡаҫ, Күлтабан, Өскүл, Солтанкүл, Айгүл, тәбиғәт, археология ҡомартҡылары, баҡыр рудаһы, алтын ятҡылыҡтары, уларҙы эшкәртеүсе предприятиелар – Түбә руда идаралығы, Таналыҡ-Баймаҡ алтын-баҡыр заводы, Баймаҡ ҡорос ҡойоу-механика заводы һәм башҡалар бар. Урман эшкәртеү хужалыҡтары, колхоз-совхоздар, ауыл хужалығы кооперативтары, медицина, мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары, китапханалар, музейҙар, театрҙар, «халыҡ» һәм «өлгөлө» исеменә лайыҡ ижади коллективтар, район территорияһында булып үткән төп тарихи ваҡиғалар, унда йәшәүсе ерле халыҡтың ауыҙ-тел ижады тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә урын алды энциклопедияла. Баймаҡ ерендә тыуҙырылған халыҡ йырҙары ла урынлаштырылды. Ундайҙарҙан «Буранбай», «Сибай», «Абдрахман кантон», «Төйәләҫ», «Ғилмияза», «Йәйәүле Мәхмүт» көйҙәрен атап үтергә була. Биографик мәҡәләләрҙә Баймаҡтың билдәле кешеләре тураһында тулы мәғлүмәттәр тупланды. Улар араһында күренекле дәүләт эшмәкәре З. Аҡназаров, яҙыусылар А. Игебаев, Н. Иҙелбаев, С. Кулибаев, Н. Ғәйетбаев, фән һәм мәғариф эшмәкәрҙәре Т. Аслаев, Ә. Әсфәндиәров, Х. Барлыбаев, С. Галин, М. Иҙелбаев, М. Иҫәнбаев, Э. Ишбирҙин, Ә. Мостафин, билдәле артистар Ғ. Сөләймәнов, Р. Туйсина, Р. Фәсхетдинов, Р. Йәнбәков, Ю. Ғәйнетдинов, Р. Рәхимов, Г. Маликова, З. Баязитова һәм башҡалар бар. Шулай уҡ райондың үҫешенә үҙ өлөшөн индереүсе тарихи шәхестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, районда тыуып үҫеп илебеҙҙең фән, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәләрендә ҙур уңыштарға өлгәшеүсе башҡа арҙаҡлы шәхестәр, дәүләтебеҙҙең почетлы исемдәренә, ордендарына, премияларына лайыҡ булыу­сылар тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә урын алды. Китаптың аҙағында районда тыуып үҫкән, төрлө ерҙә йәшәүсе фән кандидаттарының, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған күп балалы әсәләрҙең исемлеге бирелде. Шулай итеп, энциклопедияла Баймаҡ районы һәр яҡлап, төрлө осор арауығында ентекле һүрәтләнә, уҡыусылар үҙен ҡыҙыҡһындырған темаға тулы һәм йөкмәткеле мәғлүмәт таба аласаҡ.
«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексына килгәндә, ул үҙ эшмәкәрлеген артабан дауам итеп, яңы проекттар өҫтөндә эшләй. Әлеге ваҡытта ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы»н рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү эше башҡарыла. Тиҙ арала 1-се, 2-се томдары донъя күрәсәк, шул уҡ ваҡытта электрон версиялары комплекстың сайтына урынлаштырыла. Рус телендә «Башҡортостан халыҡтары» энциклопедияһы әҙерләнде, ул тиҙҙән баҫмаға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ Әбйәлил районы, Сибай ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты тураһындағы энциклопедияларҙы әҙерләү эше башланды.

Гөлдәр ИШКИНИНА,
«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының махсус проекттар бүлеге мөдире, эш төркөмө етәксеһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”