20.11.2010 Эшһөйәрлек – уның булмышы
Шөкөр, коллективыбыҙҙа үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булған талантлы, тырыш кешеләр етерлек. Ә Рәмилә Шамил ҡыҙы Тайсынова кеүектәр.., ә ул – берәү, ундайҙар хатта ки һирәк. Алтын юбилейы айҡанлы республика матбуғатына утыҙ йылдан ашыу ғүмерен арнаған, туған коллективына тоғролоҡ һаҡлаған хеҙмәттәшебеҙҙең тормош битенә күҙ һалмаҡсы иттек.
Һөнәр ҡәҙере
Шишмә районының Күсем ауылы ҡыҙы Матбуғат йорто ишеген тәү асып килеп ингәнен бөгөнгөләй хәтерләй. Уның «Совет Башҡортостаны» гәзитендәге иғланды күреп, ҡайһы көндә, ниндәй маршрутҡа ултырып килеүенә, юлында иң беренсе кемде осратыуына хәтлем иҫләүенә ҡарап, эшкә урынлашырға теләге шул тиклем көслө булғанын аңларға мөмкин. Был 1978 йыл – хеҙмәттәшебеҙ машинкала баҫыу-стенография курсын тамамлаған ғына мәл була. Егәрле, тырыш ҡыҙыҡайҙың эшкә һәләтен, маҡсатына ынтылыусанлығын коллективта шунда уҡ таныйҙар. 1 апрелдә абруйлы баҫмала уның хеҙмәт кенәгәһе асыла. Уйлап ҡараһаң, йәп-йәш ҡыҙға көнө буйы оҙон докладтар, ҙур-ҙур әҫәрҙәр йыйыу еңел дә булмағандыр. Әммә бар көсөн һөнәренең нескәлектәренә төшөнөүгә, тәжрибә туплауға егә ул. Яҡшы хеҙмәткәрҙе ҡайҙа ла күреп баралар. Рәмилә Шамил ҡыҙын да 1981 йылда «Ленинсы» гәзитенә эшкә саҡыралар (белеүегеҙсә, баҫма 1990 йылда «Йәшлек» гәзите итеп үҙгәртелә). Ошо ваҡыттан алып «Йәшлек»тә баҫылған һәр мәҡәлә, һәр һүҙ тиерлек уның ҡулы аша үтә. Рәмилә Тайсынова гәзит кисергән иң шаңлы йылдарҙың һәм ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй.
Өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә уның тилбер бармаҡтары нисә хәреф йыйып, күпме күләмдәге материалды баҫты икән? Һанай китһәң, ай-һай! Башҡортса нәшер ителгән әллә күпме арҙаҡлы яҙыусының да томлыҡтарына уның бармаҡ йылыһы тейгән, күҙ нурҙары түгелгән. Тик Рәмилә Шамил ҡыҙының һис кенә лә эштән зарланғанын ишетмәҫһең. Эше хаҡында ләззәтләнеп, һөйөнөп һөйләй ул. Өҫтәүенә, был йылдарҙа ул үҙ һөнәренең нескәлектәренә кемдәрҙе генә өйрәтмәй ҙә, кемдәргә генә күңел йылыһын бүлмәй?! Бөгөн уларҙың күбеһе бүтән коллективтарҙа уңышлы эшләй.
Редакция компьютерлаштырылғас, бай тәжрибәле Рәмилә Тайсыноваға ла, яратҡан машинкаһынан айырылып, компьютерҙа йыйыу буйынса профессиональ операторға әйләнергә тура килә. Оҫтаға заман техникаһы ла тиҙ буйһона, клавиатураның һәр төймәһен күҙен йомған килеш таба алған бармаҡтарға ҡарап торһаң – күҙ эйәрмәҫ.
Ябай ғына сер
Редакцияла уны үҙ эшенең оҫтаһы булғаны өсөн хөрмәт итәләр. Ул баҫҡан мәҡәләләр тиҙ һәм хатаһыҙ булыуы менән һоҡландыра. Туплаған тәжрибәһе йәш журналистарҙың хатаһын, килешмәгән һөйләмдәрен төҙәтеп ебәрергә лә ихтыяр бирә. Ошо йылдар эсендә гәзитебеҙҙә нисә баш мөхәррир алмашынған, кемдәр генә эшләмәгән... Уларҙың һәр береһен айырым бер хөрмәт менән иҫкә ала ул. Береһенән дә ауыр һүҙ ишеткәнем булманы, ти был хаҡта. Хәйер, бының сере, моғайын, Рәмилә апайҙың үҙендәлер. Эшен белеп, еренә еткереп башҡарған кешегә кем ҡырын ҡараһын да, кем ғәйеп таҡһын? Ана шуға ла йәш кенә көйөнсә Рәмилә Шамил ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте заманында ВЛКСМ Үҙәк комитетының махсус билдәһе, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының бик күп Маҡтау ҡағыҙы менән баһаланған. Үҙе әйтмешләй, эшен яратҡан коллегабыҙға һөнәрен һайлауға һис ҡасан да үкенергә тура килгәне юҡ. Эштән бәхет бар, тип ҡабатлай ул йыш ҡына айырым бер кинәнес менән. Шуғалыр ҙа һәр көн иртә тороп эшкә йөрөүҙе байрамдай ҡабул итә хеҙмәттәшебеҙ. Үҙенең яҡты уйҙарын, көр кәйефен башҡаларға ла өләшергә теләгәндәй, һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, яғымлы, кешелекле, ярҙамсыл була белә. Берәүҙең шатлығын уртаҡлашырға, икенсеһенең күңелен йыуатырға, фәһемле кәңәшен бирергә лә ваҡыт таба. ҡайһы саҡта уның бер йылы һүҙен ишетеү ҙә, ысынлап та, тормоштоң матур ҡиммәттәре күберәк тә баһа, тигән хис-тойғолар уята.
Бәхет тураһында
Уның эшһөйәрлегенә генә түгел, теүәллегенә, һәр нәмәгә яуаплы ҡарауына ла таң ҡалырһың. Был – юбилярға ата-әсәһе һалған тәрбиә. Әсәһе Зәйтүнә Ғәлиулла ҡыҙы менән Шамил Лоҡман улы Вәлиуллиндар балаларының һәр береһендә ошондай матур сифаттарҙы тәрбиәләй алған. Бөгөн холҡон биҙәгән ошо күркәм сифаттарҙы Рәмилә Шамил ҡыҙының балаларында ла күрергә мөмкин. ҡыҙы Ләлә ике дипломлы иҡтисад өлкәһе белгесе булһа, улы Тимур «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында уңышлы эшләп йөрөй. Ир ҡатыны булараҡ та бәхетле Рәмилә ханым. Тормош иптәше Миңлезәки Нуррахман улы менән татыу донъя көтәләр. Ғаилә башлығы ла шәп кеше, ҡулынан килмәгән эше юҡ, ғаилә ҡиммәттәрен, балалар бәхетен, ҡатын-ҡыҙҙың ҡәҙерен аңлаған зат. Йәндәй күргән яҡыны Рәмилә апайыбыҙҙың бәхетенә, ырыҫына ҡот ҡына өҫтәй.
Коллективыбыҙҙың иң абруйлы вәкилдәренең береһе Рәмилә Тайсынова хаҡында тағы әллә күпме һөйләргә мөмкин булыр ине. Был юлдар уның тураһында әйтергә теләгән һүҙҙәрҙең бер кәлимәһе генә. Хөрмәтле юбилярға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Гел шулай йәш сырайлы, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал! Юбилейың мөбәрәк булһын!
Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.