RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Теләгәнеңде тәҡдим итә «Метелица»

13.11.2010 Теләгәнеңде тәҡдим итә «Метелица»

ҡырмыҫҡалыларға ғына түгел, күрше райондарҙа йәшәүселәргә лә билдәле сауҙа йорто ул «Метелица». Тауарҙарҙың бай ассортименты, хаҡтарҙың ауыл халҡының финанс мөмкинлегенә йүнәлтелгән булыуы менән танылыу яулаған ул. Иң мөһиме, һатып алыусылар көнкүреш һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле әй­берҙәрҙе бер үк кибеттә таба ала. Сауҙа залында көнкүреш техникаһының, заманса йы­һаз­дарҙың бөтә нескәлектәренә төшөндөрөүсе асыҡ йөҙлө хеҙмәткәрҙәр ҡар­шы ала. Нәҡ ошо үҙенсәлектәр «Метелица»ны сауҙа өлкәһендәге төрҙәштәренән – юғарыраҡ, ә һатып алыусыларға яҡыныраҡ итә. Әйтәйек, инструменттар бүлегендә ауыл халҡына үҙ хужалығында ҡулланылышлы эш ҡоралдары, газ һәм йылытыу йыһаздары, ғөмүмән, йорт өсөн кәрәкле бөтә әйбер бар. Ә инде хужабикәләрҙе һыуытҡыс, электр сәйнүктәре, микротулҡынлы мейестәр, һауыт-һаба, ит турағыс, саң һурғыс, келәм һ. б. тауарҙар ҡыҙыҡһындыра. Йәштәрҙе кеҫә телефоны, элемтә та­уарҙары витринаһы йәлеп итә. Кибеттә тауарҙарҙың йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин.
Үҙенән-үҙе ошо тауар муллығын булдырған кибеттең хужаһы менән танышыу теләге тыуа. Районда күптәргә таныш булдыҡлы эшҡыуар Рита Фәрит ҡыҙы Булатова ул. Йәмәғәте Теләгәнеңде тәҡдим итә «Метелица»Азат Зөфәр улы – уның төп ярҙамсыһы, таянысы.
ҡырмыҫҡалы – Булатовтарҙың тыуған ере. Фәрит менән Рита студент йылдарында уҡ матур итеп ғаилә ҡорған. Белгес дипломы алғас, улар Салауат ҡала­һында эшкә урынлаша. Әммә йәшлек романтикаһы уларҙы Себер яҡтарына әйҙәй. Унда байтаҡ йылдар эшләгәс, йәғни үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, тыуған яҡтарына ҡайталар һәм үҙҙәрен сауҙа өлкәһендә һынап ҡарарға ниәтләйҙәр.
Ул осорҙа халыҡта келәмдәр ҙур һорау менән файҙалана. Тәүҙә баҙарҙа палатҡа ҡороп, шулай уҡ ауылдарға ла йөрөп, сауҙа итәләр. Бер аҙ аҡса һәм тәжрибә туплағас, ҡырмыҫ­ҡалы ауылында тәүҙә – бер, унан икенсе кескенә кибеттәр һатып алыу хәстәрлеген күрәләр. Һуңғыһын һүтеп, урынына әлеге заманса «Метелица» кибетен төҙөтәләр ҙә инде. Сауҙа селтәрен киңәйтеү маҡсатында күрше Архангел ауылында ла кибет асҡандар. «Әлегә ҡәҙәр тапҡан бар аҡсаны сауҙа үҫешенә йүнәлттек», – ти Булатовтар.
Тауарҙарҙы, нигеҙҙә, республиканың күмәртәләп һатыу базаларынан, Белоруссиянан, Калининград өлкәһенән һәм илдең башҡа ҡалаларынан ҡайтарталар. Уларҙың сифаты гарантиялана. Халыҡ үҙенә кәрәкле тауарҙар­ға алдан заказдар ҙа бирә. Даими һатып алыусыларға дисконт картаһы буйынса ташламалар ғәмәлгә индерелгән. Кибет тәүлек әйләнәһенә эшләй. Халыҡты ун ике һатыусы-белгес хеҙмәтләндерә.
«Метелица» кибете райондың сауҙа хеҙмәтләндереүе өлкәһендә бар яҡлап та өлгөлө булып тора. Шуға халыҡтан бары тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетәләр.
Земфира ХӘКИМОВА.
ҡырмыҫҡалы районы.

Рәсимә ҒӘЛИЕВА фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”