RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда...

13.12.2013 Ә беҙҙең ауылда...

Гөлгөнә ИСМӘҒИЛЕВА, Күгәрсен районының Теләүембәт ауыл хакимиәте башлығы:

– Мин етәкләгән хакимиәткә ете ауыл ҡарай. Шөкөр, уларҙың барыһы ла бөгөн имен-аман тормош алып бара, тырышып донъя көтә. Беҙҙәге халыҡ башлыса урындағы ауыл хужалығы ойошмаларында эшләй. Дөйөмләштереп алғанда, урындағы халыҡ эш менән тәьмин ителгән, тип билдәләп була.
Әле бигерәк күңелле мәл – Яңы йыл байрамына әҙерлек бара. Байрам айҡанлы төрлө конкурстар иғлан иттек. Мәҫәлән, һәр хужа үҙенең йорт-тирәһен әкиәт ҡаласығына әүерелдереп биҙәй. Ҡар менән боҙҙан тау өйәләр, төрлө йән эйәләрен әүәләп ҡуялар. Шыршы ҡуйылған, төрлө уттары менән балҡыған өйҙәр һаны артҡандан-арта бара. Былтыр еңеүселәрҙе матур итеп тәбрикләп ҡыуандырҙыҡ, быйыл да бүләктәребеҙ әҙер. Оло-оло инәйҙәр ҙә ҡатнашҡанлыҡтан, йорт-ҡура тирәһен матур итеп биҙәү мөғжизәле бер байрамға әйләнде. Байрамға халыҡ төрлө костюмдар кейеп киләсәк, кешеләрҙе дәртләндереү өсөн бөтә шарттар ҙа булһын тип тырыш­ҡан ваҡыт.
Урындағы ауыл хужалығы ойошмаларында ҡасандыр популяр булған “Ҡыҙыл мөйөш”тәрҙе тергеҙеү эшен башҡарабыҙ. Эшләгән кешенең күңеле көр булһын өсөн уйлап сығарылған сара был. Ошо аҙна аҙағында район кимәлендә үтәсәк спартакиадаға әҙерләнәбеҙ. Унда төрлө спорт ярыштары буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, 2014 йылды лайыҡлы, матур итеп ҡаршыларға тырышып, әле бер минут та ялға туҡтай алмаған ваҡытыбыҙ.

Милә ЗАЛИМОВА, Салауат райо­нының Малаяҙ ауылы:

– Үҙебеҙҙең ауылда йәштәргә эш табыуы ҡыйыныраҡ булғас, балалар ситтә эшләй. Шулай ҙа күбеһе тыуған ерендә участка алып, йорт төҙөргә тырыша. Ер алырға теләүселәр шул тиклем күп.
Күңелһеҙ йәшәмәйбеҙ. Төрлө ерҙән артистар килеп, концерт-фәлән ҡуйып китә, урындағы үҙешмәкәрҙәр ҙә һынатмай. Малаяҙ ауылы уртаһына шыршы килтереп ултырттылар, әле уның эргә-тирәһен матурлайҙар. Һәр бер ойошма үҙенең бинаһын биҙәргә, байрам кәйефе өҫтәргә тырыша. Беҙ ҙә магазиныбыҙҙы матур уттарға күмеп ҡуйҙыҡ.
Салауат районында көн һайын ҡар яуа. Быға: “Аллаға шөкөр!” – тип ҡыуанып ҡына торабыҙ – бәрәкәт бит.

Рафаил ИШҺАРИН, Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылы:

– Ҡаҙ өмәләрен тамамланыҡ. Инде ҙур һуғым мәле башланды. Һәр аҙна аҙағында ҡайһы ла булһа ҡурала мал һуялар, балалар ҡайта, туғандар йыйыла.
Яңыраҡ ҡына ауылыбыҙҙа Шәжәрә байрамын үткәреп ебәрҙек. Ауылдың өс тағаны булған өс ғаилә ҡатнашты унда – Мостафиндар, Асҡаровтар һәм Ишһариндар. Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә бик кәрәкле, фәһемле ул шәжәрә байрамдары. Мин үҙем шәжәрәмде 11 быуынға тиклем өйрәндем һәм ейәнемә тапшырырға әҙерләп тә ҡуйҙым. Урындағы етәкселәргә рәхмәт – оҙаҡ һәм татыу йәшәгән, ябай, тырыш ғаиләләрҙе ҡотлап, бүләкләп торалар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”