RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

13.12.2013 Яңы йыл етә-ә-ә!

Һуңғы йылдарҙа Яңы йыл байрамы күптәр өсөн өҫтәл тулы салат, ризыҡ, шампан шарабы, мандарин, төнө буйы күңел асыу булып ҡына хәтер­ҙә ҡала. Ә бына элек Яңы йылды нисек ҡаршылағандар һуң? Бала-сағаһына бүләктәрен ойоҡҡа һалып йәки шыршы төбөнә йәшереп ҡуйған ата-әсәләр сит ил йолаларын тормошҡа ашырғанда, үҙебеҙҙең милли ғөрөф-ғөҙәттәребеҙ һаҡланып ҡалғанмы? Үткән һәм бөгөнгө Яңы йыл байрамдарын уҙғарыуҙа ниндәй айырма бар? Был хаҡта гәзитебеҙҙең әүҙем һәм тоғро дуҫтары һөйләй.

Мәүлиҙә СӨНӘҒӘТОВА,
Әбйәлил районының Байым ауылы:
– Бала саҡта Яңы йылды түҙем­һеҙләнеп көтөп алғаныбыҙ хәтерҙә. Урам буйлап тройкалар сабып уҙыр ине. Бөгөн иһә, хужалыҡтар тарҡал­ғас, ауылдарҙа егеп елерлек аттар ҙа ҡалманы. Ғөмүмән, элек Яңы йылға әҙерлек һуғым өмәләренән үк башлана торғайны. Ағымдағы йылға йомғаҡ яһап, йыл хужаһы бүләк иткән уңышҡа, муллыҡҡа һөйөнөп, гөрләп үткән өмәләрҙә күңел астылар. Бөгөн бөтә Яңы йыл байрамы 31 декабр­ҙәге табынға ғына ҡайтып ҡалған кеүек. Уны барыһы ла ғаилә менән ҡаршыларға тырыша, беҙ ҙә, тормош иптәшем, өс улым менән табын ҡорабыҙ. Бишбармаҡ, тултырма бешерәбеҙ, Президент ҡотлағанда компот йә һут күтәрәбеҙ. Унан күрше-күләнде ҡотлайбыҙ, салют атҡандарын күҙәтәбеҙ. Һаҡланып ҡалған йолаға килгәндә, мин һаман да туған-тыумасаға, дуҫ­тар­ға открытка яҙып почта аша ебәрәм – һәр кемгә йылы һүҙ кәрәк, бигерәк тә Яңы йыл ваҡытында иң изге теләктәр теләү мөһим.

Шәрифә ЗАКИРОВА,
Салауат районының Ҡарағол ауылы:
– Мин үҙем Ҡарағол ауылы ҡыҙымын. Ауылда башланғыс мәктәп кенә булды, бәләкәй сағымда сағыу байрам тантаналары иҫемдә ҡалмаған. Ә 10-сы класта уҡығанда башҡорт ҡыҙы булып кейенеп барҙым, ул ваҡытта ҡиммәтле һаналған бүләк менән бүләкләнеләр, шатлығым эсемә һыйманы. Борон халыҡ байрамға хәленән килгәнсә әҙерләнә ине, клубта шыршы тирәләй йыйылһа, энә төртөрлөк тә урын булмай торғайны. Ә хәҙер барлыҡ байрам кисәһен сәхнәлә ойошторалар, унда килгән халыҡ тамашасы кеүек кенә ҡарап ултыра. Иң ҡыйыуҙар ғына сәхнәгә менеп, төрлө уйындарҙа ҡатнашып төшә, ни тиһәң дә, һәр кемдең бөтә ғаләм алдына сығып баҫырға йөрьәте етмәй. Костюмдарҙы ла ҡулдан текмәйҙәр бит хәҙер, магазиндан әҙерҙе һатып алалар. Элек карнавал костюмдарын килештереп уйлап сығарып, оҫталарса тегеп, кисәгә ашыға инеләр. Дәртлерәк, күңеллерәк заманалар артта ҡалды, хәҙер салют атыуҙа ярышыу менән мауығалар. Хәллерәктәрҙең салюттары ла көслөрәк, матурыраҡ була.

Илдар ЙОСОПОВ, Илеш районының Ишҡар ауылы:
– Мәктәптәрҙә Яңы йыл кисәләренә әҙерлек башланды ла инде. Тик улар йылдан-йыл дежур сараларға ғына әйләнә бара кеүек. Мин элек-электән Ҡыш бабай ролен башҡарам. Колхоз заманында бүләктәр тоғона көсөм етмәй ине, ә хәҙер тоҡ ҙурыраҡ күренһен өсөн уның эсенә макулатура тултырырға мәжбүрбеҙ. Балаларға колхоз йәй һәм көҙ баҫыуҙарға ярҙам иткәндәре өсөн аҡса күсерә, һәм ошо иҫәпкә уларға бүләк, тәм-том һатып ала инек. Бейек итеп ҡар тауы яһап ҡуйһалар, бала-саға ҡараңғы төшкәнсе шунда уйнай, күңел аса – бар ине күңелле Яңы йыл байрамдары! Парлы аттар егеп, бригаданан бригадаға йөрөп ҡотлауҙар, һыуыҡты бар тип тә белмәй, урамдарҙа байрам саралары ойоштороу, уларға алдан тырышып-тырмашып әҙерләнеү…
Бөгөн барса халыҡ телевизорға ҡапланған. Яңы йыл каникулында, ҡайһы каналды ҡуйһаң да, бер үк пародистар, юмор оҫталары ялҡытып бөтә торған. Балаларға элекке кеүек бейек-бейек итеп ҡар тауҙары яһаусылар ҙа юҡ. Улар, минең аңлауымса, Яңы йылды иң беренсе сиратта, уҡыу йылының яртыһы, сирек бөтә, артабан каникул көтә, тип шатланып ҡаршы ала, ә беҙҙең һымаҡ байрам мөғжизәһенә, Ҡыш бабайға ышанып, бер ай алдан шиғыр, бейеүҙәрен әҙерләп түгел.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”