13.12.2013 Сәскә ат, юбиляр ҡала!
20 декабрҙә үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк Баймаҡ ҡалаһын ҡунаҡтар танымай ҙа торор әле
Быйыл Баймаҡ ҡалаһы үҙенең – 75 йыллыҡ, ә ҡаланы барлыҡҡа килтергән эре сәнәғәт предприятиеһы – ҡойоу-механика заводы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Әлеге ваҡытта унда күркәм даталарҙы ҡаршылау буйынса бик күп эш башҡарыла. Яңы йорттар, социаль объекттар төҙөү, реконструкциялау, урамдарҙы, биналарҙы тәртипкә килтереү шуның иҫәбенә инә.
Ошо юбилейға ҡарата башҡарылған эштәр, байрам сараларының нисек үткәреләсәге һәм киләсәккә пландары тураһында белешеп, Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығы Ришат Яҡшыбаевҡа мөрәжәғәт иттек.
– Ришат Рәшит улы, әлеге ваҡытта юбилейға әҙерлек нисек бара?
Баймаҡтың – 75, ҡойоу-механика заводының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләү БР Президентының 2011 йылда сыҡҡан указына ярашлы үткәрелә. Бар эштәр ҙә БР Хөкүмәте Аппараты һәм уның етәксеһе Илшат Тажетдинов күҙәтеүендә башҡарыла, төрлө министрлыҡтар, ведомстволар тарафынан тикшерелә, даими рәүештә ултырыштар уҙғарыла, комиссиялар эшләй. Төҙөлөш һәм реконструкция эшенә республика бюджетынан 400 миллион һумға яҡын аҡса бүленде. Әлеге ваҡытта 14 майҙансыҡта төҙөлөш эштәре башҡарыла. Уларҙы юбилей мәленә һәм киләһе йылда тамамлау күҙалланған.
Ҡала көнөндә тапшырыласаҡ объекттарға килгәндә, беренсе сиратта Никах йорто тора. Ул Баймаҡ машиналар эшләү заводының элекке клубы бинаһын үҙгәртеп төҙөлдө. Сер түгел, быға тиклем гражданлыҡ хәле акттарын теркәү, никах тантаналары Халыҡ ижады үҙәгендә үткәрелде һәм ғүмерҙең был тантаналы, иҫтәлекле ваҡиғаларын ҡулайлыраҡ урында ойоштороу мәсьәләһе күптән хәл итеүҙе көтә ине.
– Район һәм ҡала спортсылары төрлө кимәлдәге ярыштарҙа бик күп еңеү яулай. Улар шөғөлләнгән спорт ҡоролмаларын үҙгәртеп ҡороу – күптән барлыҡҡа килгән мәсьәлә. Был юҫыҡта ниндәй эштәр башҡарыла?
– Юбилей объекттарына “Труд” стадионы ла инә. Был ҡоролма район һәм ҡаланың спорт тормошонда мөһим роль уйнай һәм уны күптән үҙгәртеп ҡороу кәрәк ине.
Ул Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромындағы ҡоролмаларҙан бер ҙә ҡалышмаясаҡ.
Футбол майҙансығында заманса яһалма үләнле япма түшәлгән, автомобиль туҡталҡаһы, төрлө спорт майҙансыҡтары ҡоролған. Йәйгеһен бында кафе ла эшләйәсәк.
Был спорт объекты киләһе йылдың яҙында сафҡа индереләсәк. Сөнки әле тышта һыуыҡ, еңел атлеттар өсөн йүгереү юлындағы махсус япма, елем-буяуҙар йылы мәлдә генә тейешлесә кибә.
Баймаҡтың йәшел зонаһына ингән Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы хәҙер танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Урман шырлығы һымаҡ был урындың ағастары ҡырҡылды, төпһәләре алынды. Паркты тәртипкә килтереүгә махсус график буйынса ҡаланың ойошма-предприятиелары йәлеп ителгән. “Баймаҡ ПМК-һы” бында ике ҡатлы саңғы базаһы төҙөүҙе тамамлап килә. Унда инженер селтәрҙәре үткәрелде, тыштан йөҙләү һәм эргә-тирәһен тәртипкә килтереү эштәре башҡарылды. Хоккей майҙансығы асфальтланған, балалар өсөн айырым майҙансыҡтар бүленгән. Әйтергә кәрәк, Яңы йыл шыршыһы быйыл паркта урынлаштырыласаҡ. Элек Үҙәк майҙанда боҙ ҡаласығында балалар ике аҙна самаһы ғына уйнап өлгөрһә, яңы урындағы боҙ фигуралары, тауҙар һәм шыршы яҙға тиклем ултырасаҡ.
– Баймаҡтың Үҙәк майҙаны хәҙер танымаҫлыҡ үҙгәргән. Район хакимиәте бинаһы алдында 2010 йылда ҡоролған сәхнә лә икенсе ерҙә, ағас-ҡыуаҡтар ҙа юҡ…
– Реконструкция планына ярашлы, майҙан тулыһынса үҙгәртеп ҡоролдо. Сәхнә хәҙер Халыҡ ижады үҙәге янындағы элекке скверҙа буласаҡ. Уның ҡоролошо ла үҙенсәлекле. Металл конструкциялы көмбәҙгә берәй концерт, тантана мәлендә махсус тент ябыласаҡ.
Төрлөсә үҫкән ҡыуаҡтар экология өмәләре мәлендә алып ташланды һәм 60-тан ашыу төп шыршы, 500-ҙән ашыу төп ҡыуаҡ ултыртылды. Тәбиғи таштан һуҡмаҡтар бүленде, улар төндә вандалдарҙан тулыһынса һаҡлаған махсус диодлы лампалар менән яҡтыртыласаҡ. Һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары аллеяһы асылды. Майҙанда шулай уҡ бассейн һәм фонтан да урынлашасаҡ.
Район һәм ҡаланың мәҙәниәт усағы – Халыҡ ижады үҙәгендә лә ремонт бара. Бинаны тыштан йөҙләгән плиталар, тупһа таштары, пандустар алмаштырылды, ингән ергә ҡыйыҡ ҡуйылды, эстә лә косметик ремонт яһала.
– Киләһе йылға ҡалдырылған проекттарға нимәләр инде?
– Беҙҙең планда Таналыҡ йылғаһындағы Завод быуаһы ярын матурлап, кеше йөрөй торған урын итергә иҫәп бар. Был проекттың документтары лә әҙер, тейешле экспертиза ла үтте, ләкин ул киләһе йылға ҡалдырылды.
Баймаҡтың үҙәк магистрале – Салауат Юлаев проспектын киңәйтеү ҙә киләсәккә ҡуйылған бурыс. Йыл да автомобилдәр һаны арта, транспорт ағымы мәшәҡәт тыуҙыра, шуға күрә лә юл һыҙаттарын арттырыу бик отошло буласаҡ.
Быйыл Ҡуянтау ауылы янындағы “Аҡъял” ипподромы өсөнсө йыл рәттән үҙенә ат спортын һөйөүселәрҙе ҡабул итте. Менге аттар, юртаҡтар ярышына, республикабыҙҙан тыш, Рәсәй төбәктәренән дә спортсылар килде. Беҙҙә ат спортын үҫтереү маҡсатында “Аҡъял” ипподромы ла үҙгәртеп ҡороласаҡ.
– Ҡала урамдарынан үткәндә үҙгәрештәр күҙгә салына. Биналарҙың фасадтары биҙәлә, төнгө яҡтыртыу ҙа үҙенә йәлеп итә.
– Баймаҡтағы һәр ойошма-предприятие үҙҙәре урынлашҡан биналарҙы һәм эргә-тирәһендәге ер биләмәләрен тәртипкә килтереүҙә байтаҡ эш башҡара. Ҡунаҡтар үткән маршруттағы – “ҡыҙыл һыҙат”тағы шәхси сектор ҙа онотолмаған, төҙөкләндереү бара.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер – Салауат Юлаев проспектындағы күп ҡатлы йорттарҙың тышҡы стеналары айырым схема буйынса яңынан буялды. Яҡтыртыуға килгәндә, “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, үҙәк ҡала дауаханаһы һәм башҡа биналар төнгө ҡаланы биҙәй.
Мирхәйҙәр Фәйзиҙең һәйкәле реконструкцияланды, сауҙа үҙәктәре лә биләмәләрен тәртипкә килтерә, тиҙҙән “Ирәндек” кинотеатрында ремонт эштәре тамамланасаҡ. Ҡалала быйыл ҡыҫҡа ваҡытта 220 урынға иҫәпләнгән “Миләш” балалар баҡсаһы төҙөлдө. Әлеге ваҡытта универмаг артындағы элекке баҙар урынында 150 урынлыҡ тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Баймаҡта мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары һуңғы 25 йылда сафҡа индерелмәне һәм был ике баҡса ҙур ҡаҙаныш булып тора.
Яңыраҡ үҙәк ҡала дауаханаһының 15 урынға иҫәпләнгән инфекция бүлегенең яңы бинаһы сафҡа инде. Ул бар санитар-гигиена талаптарына яуап бирә. Әйтергә кәрәк, күптән түгел медицина хеҙмәткәрҙәре 16 ҡатламда үлсәүсе томограф алды. Әле был аппаратты япон белгестәре урынлаштыра.
Беҙҙең төбәк үҙенең боронғо тарихы менән күптәрҙе йәлеп итә. Археологик экспедициялар үткәрелә, тиҙҙән Баймаҡта тарих һәм археология музейы ла үҙ ишектәрен асасаҡ. Ул архитектура ҡомартҡыһы – сауҙагәр Кабановтың йортонда урынлашасаҡ. Әле ул газ менән йылытыуға күсерелде, эстән реконструкцияланды, тирә-яғы тәртипкә килтерелде.
– Күптәр Баймаҡҡа килгәндә элекке буш урындарҙа күп ҡатлы йорттар ҡалҡып сығыуына аптырай…
– Беҙҙең ҡала авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан граждандарҙы күсереү буйынса адреслы программаға ҡушылды. Ул Рәсәй буйынса үткәрелә һәм 2017 йылға тиклем оҙайтылды. Беҙ 168 фатирҙы сафҡа индерергә тейешбеҙ.
– Ҡала көнөнөң программаһы менән дә таныштырһағыҙ ине...
– Байрамға бик күләмле концерт программаһы ла әҙерләнә. Өс өлөштән торасаҡ сарала ҡалабыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге сағылдырыласаҡ. Халыҡ ижады үҙәге, “Ирәндек”, “Еҙ үксә”, “Осҡон”, “Ләйсән”, “Арғымаҡтар”, “Йәйғор” бейеү ансамблдәре, “Вдохновение”, “Ҡомартҡы”, “Сударушки”, “Ирәндек таңдары” ижади коллективтары үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк.
Әлеге ваҡытта Өфө полиграфия комбинатында Баймаҡ тураһында 640 битлек энциклопедия нәшер ителә. “Баймаҡ – төҫлө металдар һәм яҡты уй-ниәттәр ҡалаһы” тигән фильм әҙерләнә.
Үҙенең бер быуатлыҡ юбилейына Баймаҡ ҡойоу-механика заводы эшсәндәре лә етди ҡарай. Биналарға косметик ремонт яһала, төҙөкләндерелә. Тантана мәлендә ҡунаҡтарға яңы модель цехы, завод музейы күрһәтеләсәк.
Йомғаҡлап шуны әйтәйек – беҙ 20 декабрҙә алыҫ тарафтарҙан юғары дәрәжәле ҡунаҡтарҙы көтөп ҡалабыҙ. Әлегә район һәм ҡала халҡы был оло байрамды лайыҡлы үткәреү өсөн бар тырышлығын һала.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Айбулат ИШНАЗАРОВ әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.