RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “КӨНДӘЛЕК”ТӘ – БЕҘ!

13.12.2013 “КӨНДӘЛЕК”ТӘ – БЕҘ!

“КӨНДӘЛЕК”ТӘ – БЕҘ!шәмбелә “Йәшлек” гәзите редакцияһы коллективы ҡатнашҡан асыҡ дәресте телевизорҙан ҡарағыҙ!

Салауат тураһында уйланыу
Бына, уйлап ҡарағыҙ әле – Салауат Юлаевҡа ниндәй һорауҙар бирер инегеҙ? Берҙе түгел, ун биште! Кем-кем, Салауат Юлаев бит әле ул! Халҡыбыҙҙың тиңе булмаған улы. Уйлап, уйылып китерлек, шулай бит?!
Беҙҙең менән дә шундай уҡ хәл булды – “Йәшлек”тең тотош коллективы, “Көн­дәлек”кә төшәм тип, эш көнө башланыр-башланмаҫтан килеп еткән кешеләр, көтмәгәндә ҡаты уйға талдыҡ. Кем нисектер, мин үҙем “Көндәлек” – сценарийы тулыһынса алдан яҙылған, һорауҙары һәм яуаптары алдан билдәле, шыма ғына төшөрөлөүсе бер программалыр тип ышанып, башты артыҡ эшләтергә йыйынмай ғына килгәйнем. Тик хәл улай булып сыҡманы – беҙҙе ҡаршы алған продюсер һәм сценарий авторы Рәшиҙә Мәһәҙиева менән режиссер Рәсимә Иҡсанованың етди йөҙөн күреү менән аңлашылды – бында тырышырға тура киләсәк…
Баш мөхәрриребеҙ Артур Дәүләтбәков: “Ошо аҙнала “Көндәлек” программаһына төшәбеҙ”, – тигәс, иң тәүҙә коллегам Ләйсән Мөлөкова менән интернетҡа ябырылғайныҡ. Программаның төрлө сығыштарын ҡараныҡ. Әлбиттә, телевизор аша быға тиклем дә ҡыҙыҡһынып ҡарай инек был уникаль проектты. Тик был юлы айырыуса иғтибарлап, видеотаҫманы туҡтата-туҡтата ҡарап сыҡтыҡ. Башҡалар ҙа шулай уҡ. Редакцияла төрлө фекер алышыуҙар ҙа булып алды, ҡыҫҡаһы, коллектив ниндәйҙер бер байрамға әҙерләнгән кеүек тойола башланы.

Һәм тағы ла һаумы, гимназия!

Программаға төшөү өсөн Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына барасағыбыҙҙы белгәс, күңел шундуҡ үҫеп китте. Туған гимназиябыҙ бит, күптәребеҙҙе кеше иткән урын! Нисәмә йыл үткәс, яңынан мәктәп партаһы артына ултырыу күңелдә бала саҡ хәтирәләрен яңыртты. Күп кенә нәмә үҙгәрһә лә, гимназияла ғына була торған рух ҡалған бында. Етмәһә, коридорҙа уҡытыусым осрап, дәртләндереп һәм миңә ҙур өмөттәр бағлауын да әйтеп китте. Ғүмер буйы ҡотто алып торған химия дәресе буйынса контроль эш ваҡытында ғына һиҙелгән ҡалтыраныу ҙа барлыҡҡа килгәндәй булды.
Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, көҙгө тирәһендә лә уралғылап, программаға төшөргә әҙерләнәбеҙ. Күңел көр, беҙҙе алда ижади эш көткәнлеген хәбәр итһәләр ҙә, ярышырға түгел, матур итеп бергәләп ваҡыт үткәрергә йыйынабыҙ.
Гардеробта өҫ-башты рәтләгәндә үк Алһыу Ишемғолова исемле иң өлгөр хәбәрсебеҙ: “Беҙгә ниндәй һорауҙар буласағын мин беләм ул!” – тип әллә шаяртып, әллә ысынлап әйтеп ҡуйғас: “Бына бит, тағы алдан өлгөргән был!” – тигән уй башҡа инеп тә ҡунаҡланы. Аҙаҡ шул асыҡланды, өлгөр генә түгел, талантлы ла икән беҙҙең Алһыу – ижади эш һорауҙарына яуапты шиғыр юлдары аша биргән.
Әлбиттә, “Йәшлек” редакцияһы коллективы өсөн әҙерләнгән ижади бәйге еңелдән түгел ине. Редакцияла эшләгән ваҡытта, ҡайһы саҡ көндәлек ваҡиғалар тураһында ғына яҙыу­ҙан баш сыҡмай китә, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнай башлайһың. Бөтәбеҙ ҙә белгән кеүекбеҙ – уҡыусылар журналистың тын алышын һиҙеп торған, фекер ҡеүәһен тойоп уҡыған мәҡәләләр уңышлы була. Ләкин бер тулҡынға эләгеп китеп, ниндәйҙер шаблон буйынса ғына фекер йөрөтә башлауың да ихтимал. Инде бик күп милләттәшебеҙ ҡатнашып өлгөргән “Көндәлек” проекты беҙҙе редакция стеналарында түгел, башҡа бер урынға ултыртып ҡуйып, икенселәй фекерләргә, күңелдәгене асып һалырға этәргес көс булды. Күптән түгел Украинала үткән “Көмөш ҡаурый” халыҡ-ара конкурсы лауреаты булған ошо программаға алдан уҡ рәхмәт әйтке килә. Телебеҙ таҙалығына иғтибарҙы арттырып, башҡорт зыялыларының аң-белем кимәлен байытыуға тос өлөш индереүе менән мәртәбәле бит был проект.

Кемдә нимә ҡайғыһы…

Индек, парталар артына ултырҙыҡ. Фәрхәт: “Еңеүсене редакция премия менән бүләкләйәсәк”, – тип дәртләндерҙе. Тик ижади эштең тәүге һорауы шундуҡ шаңҡытты. Оҡшаманы ул һорау, тип әйтеп булмай, шулай ҙа йөрәкте жыу иттерҙе. “Ҡурҡыныс төш күрҙегеҙ, имеш, һеҙҙе эштән ҡыуғандар”, – тиеберәк башлана ине ул. Аҡрын ғына башҡаларға ҡарайым – күптәр беренсе һорауҙы ҡалдырып, икенсеһен ҡарай башланы. Уҡыған ваҡытта күсерә инек инде күршеләрҙән – быныһы сер түгел. Алда ултырған кеше һинең менән бер вариантты эшләгәнлектән, арҡаһын тишә яҙғансы төртөп, күсерергә биреүен һорай торғайныҡ. Тик был юлы ундай бәхет тәтемәне миңә – баш мөхәррир артындағы партаға тура килдем. Шыртланым аҙыраҡ. Янымда ла әле яңы ғына эшләй башлаған хәбәрсе егетебеҙ – Данил Әбделғазин. Уныһынан һиҙҙермәй генә күсерер, идеяларын урлай алыр ҙа инең, тик ваҡ ҡына яҙа икән. Үәт, хәйләкәр. Булманы.
Аҙаҡ шул асыҡланды – беренсе һорауға һәр кем үҙ тормошонан сығып яуап биргән. Мәҫәлән, баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Хәмитова инде лаҡап булып йөрөгән “кишер эпопеяһы” буйынса ғына проблемаға тарый алырын күҙаллаған. Ә инде минең кеүек йоҡо сүлмәктәре иртә тора алмауы арҡаһында ғына зар илауын һүрәтләгән. Оперативка ваҡытында күренде – барыбыҙҙы ла Салауат Юлаевҡа бирелергә тейешле һорауҙар ныҡ уйландырған икән. Иң ҡыҙыҡлы яуаптар ҙа тап ошо һорауға бирелгән булһа кәрәк. Милли батырыбыҙ исемен йөрөткән хоккей командаһы ла, ожмах тураһында уйланыуҙар ҙа, сәйәси мәсьәләләр ҙә күтәрелгән яуаптарҙа. Дөйөм алғанда, ҡыҙыҡлы яуаптар бик күп булды, “Көндәлек”те алып барыусы Фәрхәт Ғәйнетдинов уларҙың ҡайһы берҙәрен уҡып ишеттереп, күңелде бермә-бер күтәреп ебәрҙе.
Кеше кем генә булып эшләһә лә, уның фекер ҡеүәһе – тәбиғәттән бирелгән һәм алған белеме менән үҫешкән байлыҡ. Ҡыҙыҡлы итеп фекер йөрөтөр өсөн юғары уҡыу йорттарында гуманитар факультеттарҙы тамамлау мотлаҡ түгел. Беҙҙең баш бухгалтер Зәлиә Рәхимованың ҡыҙыҡлы яуаптары һәм юғары ғына балл йыйыуы – быға асыҡ дәлил.

Гәзитсе генә түгелбеҙ

Шулай, ҡағыҙҙы ҡыштырлата-ҡыштыр­лата ижади эште башҡарабыҙ. Баҡтиһәң, хәҙерге компьютер заманында ҡул ручка тотоуҙы онот­ҡан икән! Интервью-фәлән алғанда диктофон бар, йә булмаһа, кәрәген тезистар формаһында ғына яҙып алабыҙ. Тора-бара ручка көнитмешебеҙҙән юҡҡа сығыр инде… Режиссер менән продюсер беҙҙе тынғылыҡта ҡалдырмай, ярҙам да итергә тырыша…
Операторҙарҙың беҙҙе төшөрөп йөрөүенә иғтибар иткән дә юҡ – ижадҡа сумған мәл. Ә төшөрәһе нәмәләр күп. “Йәшлек” – ҡыҙыҡлы шәхестәргә бай гәзит ул. Төрлө кеше бар беҙҙә, шағирҙар ҙа, йырсылар ҙа, гармунсылар ҙа. Хатта оҙон сәсе менән Рәсәйҙә генә түгел, донъяла тиңе булмаған кеше лә тап беҙҙә эшләй. Ул – корректорыбыҙ Гөлнар Юлдашбаева.
Ижади бәйгенең нисек тамамланыуын, “Йәшлек” гәзитенең үҙендә күпме үҙенсәлекле хеҙмәткәр эшләүен белергә теләһәгеҙ, иртәгә “Көндәлек” тапшырыуын ҡарағыҙ. Ул иртәнге сәғәт 10 тула 15 минутта башланасаҡ. Һуңынан 16 декабрҙә киске сәғәт 12 тула 15 минуттан ҡабатлап күрһәтеләсәк. Телевизор аша ла күрешәйек, яратҡан уҡыусыларыбыҙ!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”