RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һәр бала үҙ бәхете, үҙ ырыҫы менән тыуа...

13.12.2013 һәр бала үҙ бәхете, үҙ ырыҫы менән тыуа...

Илдар Ғәбитовтың байтаҡ ҡына шау-шыу тыуҙырған «Алам тигән ауыҙ яман, күрәм тигән күҙ яман» мәҡәләһе буйынса бер кәлимә яҙмаҡсымын. Уға яуап рәүешендә мәҡәләләр ҙә булды, телетапшырыуҙы ла ҡараным. Мин үҙем дә ошо юғары награданы йөрөтөүсе ҡатындарҙың береһемен: ирем менән биш бала үҫтерәбеҙ. Аллаға шөкөр, иптәшем дә, үҙем дә эсмәйбеҙ, балаларыбыҙҙы лайыҡлы, матур итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Күп балалы әсәләрҙең барыһына ла «Әсәлек даны» миҙалы биреүҙе хуплаған Илдар Ғәбитов та, эскелек менән мауығып, балаларын ҡарамаған әсәйҙәргә миҙал тапшырмау яғында булған тележурналист Рәмзиә Кәримова ла ниндәйҙер кимәлдә хаҡлы. Сөнки, бер яҡтан, кемгәлер миҙал бирелгәндә икенселәр ҡоро ҡалһа ла ҡыйын, икенсе яҡтан, балаларҙы бер-бер артлы табып та баҡмаған әсәйҙәр ҙә осраштыра. Шуға күрә кем хаҡлы, кем хаталана икәнен аныҡлап тормаҫтан, бөтөнләй икенсе мәсьәләне күтәргем килә.
Был мәсьәлә – бөтә йәмғиәттә күп балалы әсәйҙәргә, ғаиләләргә һәм шул ғаиләлә үҫкән балаларға булған ҡараш. Элек, беҙ бала саҡта һәр ғаиләлә 9 – 10-ар бала үҫте, кәм тигәндә лә 6 – 7 бала ине. Һәм был шул хәтлем күнегелгән күренеш һаналып, хатта ғаиләләрендә өс кенә бала булһа, ҡыҙыҡ тойола торғайны. Ә бөгөн шуның тап киреһе: ишле ғаиләнән көлөү, балаларҙы кәмһетеү, ата-әсәһен һанға һуҡмау хөкөм һөрә.
Бына минең балаларымды, мәҫәлән, инкубатор, тип көлә торғайнылар, йәнәһе, инкубатор себештәре кеүек күптәр. Сөнки башҡа ғаиләләрҙә йә берәү, йә икәү, иң күп тигәндә өс бала. Минең ябай, матур итеп аңлатыуым арҡаһында балаларым һыр бирмәне, әммә күңелдәре рәнйене. Ярай, бала бала инде, бөгөн көлөр, иртәгә онотор. Ә өлкәндәр һуң? Берәйһенең өсөнсөгә, дүртенсегә сабыйы тыуыуын ишетһәләр, ҡотлау, тәүфиҡ, оҙон ғүмер теләү урынына: «Китсәле, алйотландыңмы әллә, хәйерсе ишәйтеп!» –тигән һүҙҙе әйтергә ашыға.
Мин мәктәптә эшләнем, уҡытыусыларҙың уҡытыусылары ишле ғаиләнән булған балаларҙы һәр саҡ хурларға тырыша һәм хөкүмәттең күп балалы ғаиләләр өсөн сығарыл­ған һәр ҡарары, һәр ярҙамы башҡа кешеләр­ҙең асыуын һәм нәфрәтен арттыра. 4 балалы ғаиләләргә – 1500 һум, 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәргә 2000 һум пособие түләнә башлағас, бөтә халыҡ бер булып күп балалыларға ҡаршы яу асты. Һәр һүҙҙәре һайын ишле ғаиләләрҙе һүктеләр. Ә бит, уйлап ҡараһаң, биш балалы ғаиләнең баяғы ике меңен һәм һәр балаға түләнгән 132 һумды бергә ҡушып, ете кешегә (атай менән әсәйҙе ҡушып) бүлһәң, барлығы һәр кемгә 800 һум ғына аҡса килеп сыға. Ҙур суммамы ни был? Әммә тегеләр барыбер шуны: «Ҡутара аҡса ала», – тип, миллион һумға тиңләй. Шуға күрә ил етәкселеге тарафынан индерелгән бар яҡшылыҡ оҙаҡҡа бармай, юҡҡа сығарыла.
Мәҫәлән, Яңы йыл байрамына 14 йәшкә тиклемге балаларға күстәнәс бирелергә тейеш. Профком етәксеһе шулай тип әйткәс, бөтә коллектив бер булып ҡаршы төшә: «Ни өсөн балаларға ғына? Беҙ ҙә взнос, һалым түләйбеҙ». Һөҙөмтәлә бөтә коллектив­ҡа ҡапсыҡ менән бүләк бирелә, пенсия йәшендәгеләр ҙә, балалары күптән үҙ аллы йәшәгәндәр ҙә берәр бүләк тотоп ҡайта, биш балалы бахыр ғына әсәй ҙә биш балаһына бер ҡапсыҡ бүләк тоттора: бер алма, бер әфлисун, бер «Сникерс». 60 йәшкә еткән хеҙмәткәр­ҙәр, уҡытыусылар балаларҙың өлөшөн ни йөҙҙәре менән өйөнә алып ҡайтып ашай? Ә бит уларҙың балалары мәктәп йәшендә булғанда, беҙ йәш, ғаиләһеҙ саҡта, бер ни өндәшмәй, уларҙың балаларына күстәнәстәр бирҙерҙек, взнос түләйбеҙ, тип торманыҡ. Ярай, был ваҡ мәсьәлә, тиерһегеҙ. Эйе, ваҡ. Әммә оят түгелме?
Икенсенән, ишле ғаиләләр һәм мохтаж йәшәгәндәр өсөн мәктәптәр янында көндөҙ ял лагерҙары ойошторолғайны. Унда ла бер-ике йыл ғына кемдәргә тейеш – шулар йөрөнө, хәҙер бөтә балаларҙы ла йөрөтәләр, сөнки баяғы шәп йәшәгән бер-ике балалы ғаиләләр бында ла тауыш сығара. Мәҫәлән, бер ғаиләлә дүрт уҡыусы бала, ата-әсәһе эсә, бер ҡайҙа ла эшләмәй. Шул балаларҙы лагерға яҙмайҙар. Исмаһам, тәмле-татлы, йәшелсә-емеш ашап, туйып ҡайтырҙар ине, өйҙәрендә йыш ҡына икмәк тә булмай. Шул хаҡта уҡытыусыларға әйткәс, бына нимә тип яуап бирҙеләр: «Мәктәп хәйриә ойошмаһы түгел, ул бөтә балалар өсөн дә бер тигеҙ. Уларҙың ас йөрөүенә беҙ ғәйепле түгел, ата-әсәһе ни өсөн тапҡан, ҡараһын!» «Балалар ғәйеплеме ни, атай-әсәй өсөн улар яуап бирмәй». «Йәлләһәң, үҙеңә алып көт!»
Ә бит шулай тип әйткән ҡатындың бер генә балаһы бар, ире эсмәй, икәүһенең эш хаҡы 40 мең һумдан ашыу. Ул бер килограмм алма алһа, улы уны биш көн ашарға мөмкин. Ә баяғы ғаиләгә бер кило алма бер ултырып ашауға ла етмәй. Ниңә кешеләр шул ҡәҙәр ҡаты бәғерле? Ни өсөн бахыр балаларҙы йәлләү, ярҙам итеу, аңлау кеүек тойғолар урынына уларҙы күрә алмау, нәфрәт, үс артҡандан-арта бара?! Ҡасан кешеләрҙең аҡсаһына, байлығына, етеш һәм мул тормошона түгел, күңеленә, ғәҙеллегенә, аҡылына ҡарап баһа бирә башларбыҙ?! «Бала табыу һөнәр түгел, бала бағыу – һөнәр», – ти халҡым. Килешәм. Әммә бала табыу ҙа һөнәр. Еңел түгел әсә булыуы, туғыҙ ай йөрәгең аҫтында йөрөтөп, йәнеңде, тәнеңде йыртып, йәнә бер кешегә ғүмер биреүе. Ауыр булмаһа, бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа әллә күпме бала табыр ине!
Эйе, мин миҙаллы әсәмен. Миңә «әсәлек капиталы» ла, миллион һум да эләкмәне, ул закондар сыҡмаҫ элек үҙебеҙ, киләсәгебеҙ өсөн ишле итеп бала таптыҡ. Үкенмәйем, аҡса бер көнлөк, балаларым һау-сәләмәт булһын. Ғорурланам да, уларҙы лайыҡлы ысын кеше итеп тәрбиәләй алырмынмы, тип тә ҡурҡам. Сөнки мин һөйләгән, аңлатҡан кешелеклелек, ғәҙеллек, тоғролоҡ, изгелек кеүек юғары тойғолар үтә бәҫһеҙләнде. Минең ҡарашымдағы матурлыҡты кешеләр­ҙә күрмәгән балаларым был ҡаршылыҡты аңлай алмай яфалана. Йәмғиәттең шулай булыуына кем ғәйепле? Ни өсөн илдә «бер балалы ғаилә» культы барлыҡҡа килде? Күп балалы ғаиләләргә ыңғай ҡарашты нисек формалаштырырға?
Тыуһын, әйҙә, сабыйҙар, бәхеттәре менән тыуһын. Уларҙы ысын кеше итеп тәрбиәләү – беҙҙең төп бурыс. Ә миҙалың бармы-юҡмы, уныһы мөһим түгел. Балаларың – һинең миҙалың, күрһәткесең. Батырлығың өсөн, бәхетең өсөн улар ғорурланырлыҡ булып үҫһен, ә хурланыр өсөн түгел…

Ғәҙилә апайығыҙ.
Й. районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”