RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Матбуғат архивы – тотош республика хаҡындағы йылъяҙма

13.12.2013 Матбуғат архивы – тотош республика хаҡындағы йылъяҙма

Матбуғат архивы – тотош республика хаҡындағы йылъяҙма Рәсәйҙә Китап палатаһының тарихы 1917 йылғы революцияға барып тоташа. Уға тиклемге осорҙа бөтә нәшриәт продукцияһы батша цензураһы аша үтә һәм Эске эштәр министрлығының Матбуғат буйынса баш идаралығы ҡарамағында була. Батша ҡолатылып, ил Ваҡытлы хөкүмәт менән «йәшәгәндә», Октябрь революцияһы була торған йылда, Матбуғат буйынса идаралыҡ ҡулайлаштырыла һәм шул юҫыҡта Китап палатаһын булдырыу тураһында ҡарар сыға. Палатаға һалынған бурыстар түбәндәгесә була: рус телендә сыҡҡан һәр баҫма продукцияны ғилми яҡтан системаға һалып теркәү, дәүләт учреждениеларын китап менән тәьмин итеү өсөн китап фондын булдырыу.

Ә Башҡортостанда Китап палатаһы 1928 йылдың 19 декабрендә, БАССР Халыҡ комиссариаты коллегияһы ултырышында «Башҡорт китап палатаһы тураһында положение» раҫланғандан һуң, ойошторола. Республиканың библиография үҙәге булараҡ, барлыҡ нәшерҙе теркәү, матбуғат статистикаһы алып барыу, өс телдә – башҡорт, рус, татар телдәрендә – библиографик күрһәткестәр (указатель) төҙөү урынына әүерелә, уға Башҡортостанда һәм төбәк тураһында республиканан ситтә сыҡҡан баҫма продукцияны һаҡлау бурысы ҡуйыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла эшләүҙән туҡтамай, штатта ике хеҙмәткәр ҙур эш алып бара. Был йылдарҙа Башҡорт китап палатаһы үҙ янына Украинаның эвакуацияланған китап палатаһын һыйындыра.
Китап палатаһының тәүге директоры Мөбәрәкйән Әмиров (1928 – 1958 йылдарҙа етәкселек итә) эшен ауылдарҙан китап йыйыуҙы ойоштороуҙан башлай.
Бөгөн матбуғат архивында ике миллиондан ашыу (2 млн 46 мең) берәмек баҫма документ һаҡлана. Улар – башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт һ.б. телдәрҙә. Йылына яҡынса 25 мең документ өҫтәлә. 300 йыл элек баҫылған әҫәрҙәр ҙә бар. Китаптарҙың – 1741, журналдарҙың – 1861, гәзиттәрҙең 1846 йылдан сыҡҡандары һаҡлана. Төрлө брошюралар менән бергә, нота, афиша, карта, лозунгылар, һайлау кампаниялары материалдары, саҡырыу ҡағыҙҙарын да осратырға мөмкин. Фондты тулыландырыу­сы төп сығанаҡ – Рәсәй, республика, ҡала һәм райондарҙа сыҡҡан баҫмаларҙың даналары.
Гәзит фондында 1909 – 1914 йылдарҙағы «Уфимский край», 1911 йылдан 1918 йылғаса баҫылған «Уфимский вестник», 1913 йылғы «Ваҡыт» кеүек гәзиттәрҙе күрергә була. Совет осоронда баҫылған матбуғат тураһында һөйләп тораһы ла түгел – барыһы ла бар.
Пятигорск ҡалаһы профессоры Виктор Филоненко матбуғат архивын тулыланды­рыу­ға ҙур өлөш индергән. Баҡһаң, ул заманында Башҡортостанда эшләп киткән. Ғалим донъя халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған. Филоненко беҙҙең төбәк тураһында ла күп кенә хеҙмәт йыйған һәм Китап палатаһына бүләк иткән. «Филоненко фонды» күрһәткесендә барлығы 986 китаптың исеме яҙылған. Коллекция ҡыҙыҡлы, унда Н. Ремезовтың 1887 йылда сыҡҡан «Очерки из жизни дикой Башкирии. Быль в сказочной стране» китабы, 1910 йылда нәшер ителгән «Спутник кумысника по Уфимской губернии: туберкулез предотвратим», 1924 йылғы «Башкирские пословицы» һ.б. китаптар бар. Һирәк китаптар араһында Анна Иоанновна батшалыҡ иткән осорҙа (1730 – 1740 йылдар) башҡорт күтәрелешен сағылдырған «Историческая. Часть 2» йыйынтығын атарға мөмкин. 1741 йылда сыҡҡан китапта башҡорт бунты, беҙҙең төбәкте колонизациялау хаҡында дөрөҫ мәғлүмәттәр бәйән ителә. Ҡыҫҡаһы, фондта тарихсылар, телсе һәм этнографтар өсөн ҡиммәтле мәғлүмәт етерлек.
Үткән замандың бер бөйөгөнөң әҙәби геройының (М. Булгаковтың «Мастер и Мар­гарита» романында Воландтың) «Ҡулъяҙ­малар янмай…» тигән һүҙҙәре тарихҡа инеп ҡалһа ла, бер нәмә лә мәңгелек түгел шул. Янһа, янып та ҡуя. Әммә һаҡлаһаң, һаҡлана. Китап палатаһының ҡулъяҙмалар фонды ла бай тарихи ҡиммәттәргә эйә. Был бүлектә башлыса Башҡортостанды өйрәнеүсе тарихсы, ғалим, яҙыусыларҙың машинкала яҙған хеҙмәттәре йыйылған. Хатта бер офицерҙың 1914 йылғы империалистик һуғыштан яҙған хаттары ла һаҡлана.
Архивта революцияға тиклемге барлыҡ башҡорт һәм татар яҙыусыларының хеҙмәттәре, Фирҙәүси, Навои, Низами кеүек төрки донъяһы авторҙарының китаптары булған, улар Әхмәтзәки Вәлиди Туған исемендәге Милли китапхананың һирәк китаптар фондына тапшырылған.
Башҡортостан хаҡында ил кимәлендә нимә яҙылғанын белгегеҙ килһә, Китап палатаһы фондынан мәғлүмәт алырға мөмкин. «Башҡортостан Республикаһы башҡа республикалар матбуғатында» тигән бүлек йылъяҙмаһы 1964 йылдан бирле туплана. Унда беҙҙең республиканың сәйәси, иҡтисади, мәҙәни тормошон сағылдырған башҡа төбәктәр баҫмалары материалдары теркәлә.
Дәүләт статистикаһының территориаль органына йыл һайын тап ошо Китап палатаһынан матбуғат статистикаһы тураһында отчет ебәрелә. Журнал һәм гәзит мәҡәләләре йылъяҙмалары палатала 1968 йылдан алып квартал һайын сығарыла. Азат Ибраһимов етәкселегендәге коллектив фондтарҙы туплау, тәртипкә һалыу, һаҡлау һәм халыҡ мөрәжәғәттәрен, үтенестәрен үтәү буйынса ҙур эш башҡара. Заманса һаҡлау, йәғни электрон архив төҙөлә.
Китап палатаһы өсөн хронология, тематика, фактология, персоналия төп йүнәлештәр һанала.
Был учреждение үҙенең булыуы менән әһәмиәтле роль уйнай һәм киләсәктә лә тулыланыуын дауам итәсәк.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”