RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ваҡытында тейешле дауа алырға кәрәк

06.12.2013 Ваҡытында тейешле дауа алырға кәрәк

Бер уҡыусы, күңеле төшөп, уҡытыусыһы эргәһенә килә. Уҡытыусы:
– Әллә ауырыйһыңмы? – тип һорай.
– Мин ауырымайым, күршем менән әрләштек. Шуға кәйефем юҡ. Беләһегеҙме, ул нимә эшләне? – тип һөйләй генә башлағанда уҡытыусы:
– Тиҙ генә табипҡа йүгер, – ти.
– Һеҙ нимә, – тип аптырай уҡыусы, – мине ишетмәйһегеҙме ни? Күршем менән асыуланышҡанға ғына үҙемде насар тоям, тим бит.
– Эйе, хәлең бик насар. Был – бик ауыр һәм йоғошло сир. Ул һинең һаулығыңа ҙур зыян килтерә. Бар-бар, тиҙ генә бул, табипҡа күрен.
Уҡыусы, уҡытыусы һаңғырауланып, аҡылын юйған, ахыры, тип уйлап, нимә эшләргә белмәй тора бирә. Шул саҡ уҡытыусы:
– Хәҙер бер тарих һөйләйем, иғтибар менән тыңла. Күпте белергә теләгән ир оҫтаханаға инеп сығырға була. Бер ваҡытта ла ундағы машиналарҙы күргәне булмай, шуның өсөн ҡыҙыҡһынып, тегеләй-былай ҡаранып йөрөй. Кешеләрҙең инструменттар менән нисек эшләүен күҙәтә. Ҡамасаулап бәрелә-һуғыла һаман йөрөүен белә. Эшселәр уға бынан сығып китергә ҡуша, юғиһә, берәй төрлө йәрәхәт алырһың, тип киҫәтә. Әммә ир уларҙың һүҙенә иғтибар итмәй. Көтмәгәндә бер машинанан осоп сыҡҡан тимер киҫәге уның аяғына килеп тейә, ҡан һарҡа башлай. Ир уҡтай атылып тышҡа сығып, үтеп барыу­сыларға, эшселәр мине юрый йәрәхәтләне, тип яла яға. Бөтәһе лә, тиҙерәк табипҡа барырға кәрәк, тип кәңәш бирә. Әммә ир был юлы ла берәүҙе лә тыңламай:
– Мине йәрәхәтләүселәр язаһын алырға тейеш, шуның өсөн суд булып, тәфтишселәр ярамды күреп, уларға тейешле яза бирергә тейеш. Ә табипҡа барһам, ярамды эшкәртәсәктәр, ул уңаласаҡ, – ти.
Шулай итеп, ир табипҡа бармай, судьяға китә, ә ул урынында булмай, шуның өсөн суд икенсе ваҡытҡа күсерелә. Ир табип­ҡа күренмәйенсә, судьяны көтә башлай, шул арҡала уның һаулығы ныҡ ҡаҡшай һәм ул түшәккә ята. Аҙаҡ судья ир эргәһенә килә, тик уның ауыр йәрәхәт алыуын иҫбатлай алмай, ни өсөн тигәндә, ир табипҡа күренмәгән. Шуға күрә, ғәйеп тик үҙегеҙҙә, тигән ҡағыҙ яҙып бирә. Табиптар ирҙе бик оҙаҡ дауалай, хәле бер аҙ еңеләйә. Әммә ул һаулығын тотошлай ҡайтара алмай.
– Бар, тиҙерәк йүгер, һуң булмаһын, – ти уҡытыусы. – Йөрәгеңдең яраһына мөхәббәт майын һөртөп, ғәфү итеп, сепрәк менән бәйләп ҡуйһын. Ниңә ҡанһырап торған ереңде бөтәһенә лә күрһәтеп, үҙеңде үпкәләткән кешенең ниндәйҙер яза алыуын көтәһең? Ул арала бит һаулығыңа ҡайтарып булмаҫлыҡ ҡаза киләсәк. Йүгер, йүгер тиҙерәк табипҡа!

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”