RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәйҙәр ҺИБӘТОВ: ”Салауат батыр һынын 3D моделдә эшләйем”

29.11.2013 Хәйҙәр ҺИБӘТОВ: ”Салауат батыр һынын 3D моделдә эшләйем”

Хәйҙәр ҺИБӘТОВ: ”Салауат батыр һынын 3D моделдә эшләйем”Интернет киңлектәрендә йөҙгәндә Youtubе.com (Ютуб) сайтында ҡыҙыҡ ҡына яҙмаларға тап булаһың. Бер ваҡыт шулай, бала саҡты иҫкә төшөрөп, йәнһүрәттәр “араһына” барып ингәнмен. Иғтибарымды ниңәлер танк һүрәтләнгәне йәлеп итте лә, шуныһын ҡарай башланым. Баҡһаң, авторы үҙебеҙҙең яҡташ, Әбйәлил районының Яңауыл ауылы егете Хәйҙәр Һибәтов булып сыҡты.
Әлбиттә, йәнһүрәт ҡыҫҡа ғына, шулай ҙа йылмайырға мәжбүр итә.
– Ә ниңә нәҡ танк эшләргә булдың? – тип һораным Хәйҙәрҙең үҙе менән осрашҡас.
– Был беҙҙең тарихҡа ла бәйле, техника ла малайҙарҙы ҡыҙыҡһындыра бит. Унан килеп, сит илдең ҡурҡыныс фантастик персонаждары түгел дә инде.
Ошо урында Хәйҙәр “Танк СУ – 100” проекты менән “Будущие АС-ы компьютерного моделирования” (етәксеһе – Гүзәл Батыршина) конкурсында ҡатнашыуын да әйтеп үтте.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты булған егет web-дизайн өлкәһендә үҙенең һәләтен үҫтерә. Профессиональ белем һәм мәғлүмәт технологиялары институтында һөнәр үҙләштерә ул. Хәйҙәр, үҙе әйтеүенсә, бәләкәйҙән компьютерҙы ярата. 10 йәш булғанда ата-әсәһе Яңы йыл бүләге тип компьютер алып бирә. Шулай башлана юғары технологиялар менән танышыуы. Информатика дәресендә уҡытыу­сыға ла ярҙам итеп ебәрерлек итеп өйрәнә компьютер мөмкинлектәрен. Уҡытыусыһы Фәимә Фәйзул­лина ла һөнәр һайлауҙа йүнәлеш бирә. Үҙҙәре педагог булған ата-әсәһе лә улдарының һайлағанын хуплай.
– Web-дизайндың бер нисә төрө бар, – тип асыҡлыҡ индерә Хәйҙәр, – уға сайттар, анимация эшләү ҙә инә. Мин анимация, йәнһүрәттәр менән ҡыҙыҡһынам. Бына май айында Украинаға эштәремде ебәргәйнем, һайлап алыу турынан үтеп, шунда конкурсҡа барып ҡайттым. Йәштәрҙең сәләмәт тормошто һайлауы темаһына эшләргә кәрәк ине. Бар тырышлығымды һалдым. Яҡшы һөҙөмтәгә лә ирештем – икенсе урын алдым. Был мине дәртләндерҙе, сөнки башҡаларҙың эшен дә күрҙем, үҙемде лә лайыҡлы күрһәтә алдым.
Украинаның Винница ҡалаһында үтә конкурс. Унда яҡын-тирә илдәрҙән, хатта Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, Германиянан, барлығы 25 ҡала һәм дәүләттән, йәштәр ҡатнаша.
Ә ошо көндәрҙә Хәйҙәргә Украинанан хат менән тағы бер диплом килә. Был юлы web-дизайн һәм компьютер графикаһы буйынса бирелгән темаға эшләп ебәргән проекты иң уңышлыһы тип табыла – беренсе дәрәжә диплом һәм сертификатҡа лайыҡ була.
Хәйҙәр әле шул йүнәлештә ижад итеүен дауам итә. Был – ысынлап та, ижад. Уның һөҙөмтәһен күргәнсе арыу ғына тырышырға тура килә. Әммә матур пландар, маҡсаттар ҡорған егет туҡтап ҡала торғандар­ҙан түгел. Уҡыуында ла һынатмай. Шуға күрә уҡытыусылары ла уның мауығыуҙарын дөрөҫ аңлай, ярҙам итә.
Хәйҙәр Һибәтовтың Ютубта каналы ла бар. Әлегә эшләгән йәнһүрәттәре өсәү генә, әммә был, әлбиттә, эшенең башы ғына.
– Проекттарҙы башлағанда үҙе­мә, яҡшылыҡ яуызлыҡты еңә, тигән маҡсат ҡуям. Киләсәктә башҡортса, йәғни үҙебеҙҙең милли үҙенсәлекте сағылдырылған йәнһүрәттәр эшләмәксемен. Бының өсөн команда кәрәк, былай дуҫтарым, туғандар дәртләндереп тора. Үҙебеҙҙең юлдаш телевидениеһында ерлеккә тап килтереп төшөрөлгән йәнһүрәттәр күрһәтелһә, ҡалай һәйбәт, – тип уйҙары менән дә бүлеште ул.
Хәйҙәр бөгөн батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 3D моделен эшләү менән мәшғүл. Хыялында башҡа билдәле шәхестәребеҙҙең һыны ла бар. Уңыштар теләйек замандашыбыҙға. Юғары технологиялар уның алдында ишектәрен киң асһын. Йәштәштәренә лә хәҙерге заман биргән мөмкинлектәрҙең яҡшы яҡтарын файҙаланып ҡалыр­ға тәҡдим итә.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”