RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изге эштәре менән ихтирам яуланы

29.11.2013 Изге эштәре менән ихтирам яуланы

Изге эштәре менән ихтирам яуланыҠаранйылға эшҡыуары Әхмәт Аҫылбәков тыуған төйәген күтәреү өсөн ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй
Тырыш, сәмсел, изге ниәтле йәштәребеҙ бар арабыҙҙа. Улар шәхси мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртмай, яҡташтарына, тыуған төйәгенә файҙа килтереүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Ни тиһәң дә, йәштәрҙең ынтылышына, йүнселлегенә ҡарап, ауылдың артабанғы яҙмышын, киләсәген дә баһалайҙар бит.
Шундай замандаштарыбыҙҙың береһе – Ғафури районынан Әхмәт Аҫылбәков. Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән егет хәҙерге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү өлкәһендә шәхси эшҡыуар булып эшләй. “Урман­Строй” фирмаһы директоры вазифаһын башҡарған уҙаман тыуған ауылы халҡын изге эштәре менән ҡыуандырып тора.
Алыҫ тарафтарҙа йәшәп, күптән күрешмәгән туғандарҙы, дуҫтарҙы табыштырыу, ауылдаштарҙы берләштереү маҡсатында “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойошторһонмо, үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған оло йәштәгеләр өсөн күңел байрамы уҙғарһынмы, Ҡорбан байрамында ауылдаштарының именлеге өсөн һарыҡ салдырып, ҡорбан ашы менән һыйлаһынмы – уның һәр эше тыуған ауылы Ҡаранйылға мәнфәғәтенә башҡарыла.
Тәрбиә нигеҙе ғаиләлә һалына, тиҙәр. Ғаилә башлығы Мәүлем­бирҙе Нөғәмән улы ғүмер буйы тимерсе булып эшләгән. Эшкә маһир булғанға күрә ауылда уны “оҫта ҡуллы Мәүлембирҙе” тип тә йөрөткәндәр, ҡулынан килмәгән эше булмаған уның: быйма ла баҫыр, мейес тә сығарыр, үҙ ҡулдары менән өй ҙә һалыр, балаларына ла өй һалыуҙа ярҙамлашҡан. Намыҫлы эше өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә. Әлеге көндә ҡыҙы-кейәүе ҡарамағында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Әхмәттең әсәһе Гөлсөм Ғилман ҡыҙы колхозда эшләгән. Дөрөҫлөктө яратҡан, ғәҙеллекте үҙ иткән, изгелекле йән эйәһе доғалар уҡып, ҡот ҡойоп, күптәргә ярҙам күрһәткән. “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән әсә ун балаһына ла дөрөҫ тәрбиә биргән.
Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәнгәме, Әхмәт бәләкәйҙән үк ихласлыҡ, ғәҙеллек, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттарҙы өҫтөн күрә. Әле яңыраҡ та ул ауылдаштарын изге ғәмәле менән һөйөндөрҙө: инициативаны үҙ ҡулына алып, ауылдағы зыяратты төҙөкләндереү эштәрен башҡарҙы.
Ысынлап та, Ҡаранйылға ауылына килеп ингәс тә юлдың уң яғында урынлашҡан боронғо зыяратҡа иғтибар итәһең. Тарихи, изге тип һаналған был урын барлыҡ әруахтар­ҙың йән тыныслығын һаҡлай төҫлө. Уның тирә-яғын хәстәрләп, үлгәндәрҙең ҡәберен белеү – иҫәндәрҙең бурысы.
Урындағы зыяраттың ҡоймаларын яңыртыу өсөн 180 мең һум аҡса талап ителгән була: 22870 һумын ауыл халҡы йыйышһа, ҡалған өлөшөн Әхмәт үҙе ҡуша.
Зыяратты күмәк көс менән тәртиптә тотоу – борон-борондан халҡыбыҙҙың изге йолаһы. Кәрәкле төҙөлөш материалдары, генератор ҡулайламалары ҡайтарылғас, өмә ойошторолдо. Унда ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Иң тәүҙә зыяратты кәртәләү өсөн тимерҙән бағаналар ултыртып ҡуйылды, буяу эштәре башҡарылды. Артабан бағана төптәре цемент иҙелмәһе менән ҡатырылды һәм цинкланған селтәрле ҡойма менән уратып алынды. Аҙаҡ зыярат ҡапҡаһы нығытылды.
Әхмәт етәкләгән “УрманСтрой” фирмаһы бригадаһы (әйткәндәй, уның ауылдаш егеттәре) – Ғәли Әхмәтшин, Илназ Галин, Рәмил һәм Йәмил Вахитовтар, Илдар Исхаҡов, Артем Ишбулдин ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Әхмәттең төҙөлөш эштәрен башлап ебәреүсе, ярҙам итеүсеһе Ғәли Әхмәтшин үҙенең “Беларусь” тракторы менән ярҙам­ға сыҡты. Уға ҡушылып, Айваз Йәноҙаҡов, Урал Фәтҡолов үҙ техникаһы менән ярҙамлашты. Жә­лил Суфиянов, Нуриман Кинйә­баев, Әхнәф Суфиянов, Радик Ишбулдин үҙҙәренең эш ҡорамалдары менән иретеп йәбештереү эштәрен теүәлләне.
Сарала ҡатнашҡан халыҡты барлай башлаһаң, оҙон исемлек килеп сығыр ине. Шуныһы мөһим – ауылда йәшәүсе һәр кеше изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Буяу эштәрендә, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Хәҙер зыяраттың үҙе лә, тирә-яғы ла тәртиптә тотола – әҙәм балаһының һуңғы йорто бит ул. Уның эргәһенән үткән һәр кеше был донъяның мәңге түгеллеген иҫенә төшөрә һәм вафат булған ата-бабалары, туғандары рухына доға ҡыла, үҙенең ҡылған ғәмәлдәре хаҡында уйлана. Бөгөн йәшәгән йортобоҙ нисек таҙа булһа, зыяраттарыбыҙ ҙа йыйыштырылған, уның ҡәбер рәшәткәләре буялған, сәскәләр ултыртылған булырға тейеш. Бының сауабы ла әйтеп бөтөргөһөҙ бит.
Баштан аҙағына саҡлы изге эштә ҡатнашҡан Ғиндулла хәҙрәт Шәйәх­мәтов, фатиха биреп башлап ебәргән эште, зыярат янына халыҡты йыйып, мәрхүмдәр рухына аят уҡып, доғалар ҡылып тамамлап ҡуйҙы.
Ошо изге эште ойоштороусы Әхмәт Аҫылбәковҡа килгәндә, оло маҡсаттар, яңы уй-пландар менән йәшәй тырыш уҙаман. Тыуған ауылын да күркәм, матур, айыҡ ауыл итеп күҙ алдына килтерә. Ҡаран­йылғаны төҙөкләндереү ниәте менән янған эшҡыуар ауылға газ үткәртеп, юлдарына ҡом түшәттермәксе. Бәхеттең нигеҙе хеҙмәттә икәнен яҡшы белгән Әхмәт Мәүлембирҙе улы ауылда йәшәүселәрҙе эш менән тәьмин итеү йәһәтенән фельдшерлыҡ пункты, дарыу­хана, магазиндан торған социаль комплексты күтәреүҙе лә планлаштырған. Яңыраҡ район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров менән осрашыуҙа төҙөлөш буйынса бизнес-планын күрһәтеп, турбаза төҙөү өсөн 3 гектар ер алған, яҡын арала эш башларға иҫәп тота. Был баш­лан­ғыстар, һис шикһеҙ, оло әһәмиәткә эйә.
Тыуған ауылы мәнфәғәтен хәстәрләүсе, уға бағыусы ярҙамы күрһәтеүсе шәхси эшҡыуар Әхмәт Мәүлембирҙе улы яҡташтарының ышанысын, хөрмәтен яулап өлгөр­ҙө. Ауылдаштары уға иҫәнлек-һаулыҡ, сабырлыҡ, эштәренең гел уң булыуын теләп, оло рәхмәтен белдерә.

Римма ИШМЫРҘИНА,
филология фәндәре кандидаты,
Ж. Кейекбаев йорт-музейы директоры.


Ғафури районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”