RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йылайырым – йырлы ерем!

29.11.2013 Йылайырым – йырлы ерем!

Йылайырым – йырлы ерем!Бер ваҡыт дала буйлап оҙайлы сәфәрҙән арып-талып ҡайтып килгәндә, тауҙар, урмандар башланып, рәхәт, еңел тын алып ебәргәнебеҙҙе иҫләйем – инде лә яҡын, үҙ күренде ошо яҡ. Йылайыр яғы ине ул.
Икенсе юлы Йылайыр районына төндә генә барып еткәс, Юлдыбай ауылында йәшәүсе Рәйсә апай Рәмова үҙҙәрендә ҡунып сығырға саҡырҙы. Гәзитебеҙҙең күптәнге ышаныслы дуҫы Фәрит Рәмов ҡапҡа алдын ҡарҙан көрәп, беҙҙе көләс йөҙ менән ҡаршы алғайны. Һыуыҡ елеккә үткәйне шул төндә, ә улар ихласлыҡтары, ябайлыҡтары менән күңелде йылытты. Шуның өсөн Рәмовтарға һаманғаса рәхмәтлемен.
Йылайырҙы күңелемә тағы ла яҡынайтҡан бер кеше бар. Ул – ҡиәмәтлек ҡустым Фаил Алсынов. Яҡты уйлы, рухлы, тырыш кешене тотош ғаиләбеҙ менән яратабыҙ, үҙ итәбеҙ.
Ошондай ептәр бәйләгәнгә күрә лә Йылайыр ҡәҙерле, яҡын. Рухи аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисермәһәм дә, “Йылайырым – йырлы ерем!” концертына барыуым да шул сәбәпле. Йылайыр районы яҡташтар берлеге Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, Йылайыр районы хакимиәте менән берлектә үткәргәйне уны. Күмәк кеше көс һалғанғалыр, сара юғары кимәлдә уҙҙы.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында ут һүнде. Ҡыштыр-ҡыштыр килгән тамашасылар шунда уҡ тымып, иғтибарҙарын сәхнәгә йүнәлтте. Шаршау асылды һәм... сәхнәнән “Таштүрә” көйө яңғыраны. Азат Айытҡолов етәкселегендә Йылайыр районы ҡурайсылары Марсель Сәғитов, Илшат Солтангәрәев, Айрат Ҡарасов, Тимур Юлгилдин ҡурай тартты. Күпме тапҡыр ишеткән бар был көйҙө, ә ул һәр саҡ яңыса яңғырағандай. Юҡ, ноталары шул уҡ, ни бары башҡарыусылары төрлө, һәр береһенең һәләте, моңо башҡа. Был юлы ла “Таштүрә” тәрәнерәк, нескәрәк, моңлораҡ һыҙылғандай булды. Хәйер, быға аптырайһы түгел, йылайырҙар электән тап моңло ҡурайсылары менән дан тота. Һәм “Таштүрә” көйөнә арбалғанда, йәшләй генә арабыҙҙан китеп барған талантлы ҡурайсылар Илгиз Исламғолов менән Рөстәм Шәриповты хәтерләнек. Улар ҙа ошо көндө сәхнәлә баҫып торорға тейеш ине... “Йылайырым – йырлы ерем!” тип аталған концертты ойоштороу­сылар­ға рәхмәт, хөрмәткә лайыҡ яҡташтарын онотманылар, уларҙың яҡты иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Шулай булыр­ға тейештер ҙә. Был кешелеклек, ихтирам билдәһе.
“Ихтирам” тигәндән, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Александр Коротковтың, Башҡор­тостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедовтың яҡташтарын сәләмләп, тап-таҙа башҡортса сығыш яһауы күңелгә бал-май булып яғылды.
– Элек даими рәүештә ойош­торол­ған осрашыуҙар һуңғы йылдар­ҙа бөтөнләй уҙғарылманы, ләкин беҙ матур йоланы яңынан тергеҙергә ниәтләйбеҙ, – тине Алек­сандр Васильевич. – Осра­шыуҙар кәрәк ул, юғиһә хәл һорашырға ла ваҡыт еткерә алмайбыҙ, ә ғүмер үтә лә китә.
Баймаҡтар кеүек күкрәк күгәрткәнсе һуҡмаһаҡ та, ғорурланырлыҡ нәмәләребеҙ бар, тип раҫлаған район хакимиәте башлығы Илдар, Фаил, Иҙел Алсыновтарға, Әмир Сараевҡа, Айгиз Ҡарасовҡа, Ләйсән Мортаеваға рәхмәт хаттары тап­шыр­ҙы, артабан да шулай әүҙем тормош менән йәшәргә саҡырҙы. Сығыш яһаусыларҙы бирелеп тыңлап ултырған, артистарға ихлас ҡул сапҡан Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Менәүәрә Солтанғужина менән Башҡорт дәүләт университеты студенты Лилиә Әхмәрова саранан ҡәнәғәтлек алыу­ҙарын йәшермәне: “Яҡташтар менән осрашыу беҙгә көс-дәрт бирҙе, илһамландырҙы! Йырсы, ҡурайсы, бейеүселәребеҙгә һоҡланып туймайбыҙ, таныштарҙы күреп һөйөнәбеҙ. Ҙур рәхмәт ойоштороу­сыларға!”
Ҡурайсыларҙан тыш, концертҡа йәм-биҙәк өҫтәгән Сәкинә Юлгил­дина, Гөлсөм Бикбулатова, Сәйет Билалов, Венера Юлгилдина, Алмас Такалов, Тимур Рамазанов, Азамат Монасипов, Иҙел Аралбаев, Айгиз Ҡарасов, Ильнара Үтәшева, Лениза Солтановаға тамашасылар алҡыштарҙы йәлләмәне. Алып барыусылар Гөлсәсәк Торомтаева менән Самат Ҡарасовҡа ла алҡыштар, рәхмәт һүҙҙәре эләкте. Һәр кемде яҡшы уйҙар, яҡты хистәр биләп алғанғалыр, бер заман мәҙәни сара тик яҡын дуҫтар ғына йыйылған йылы ҡорға оҡшап китте. Ә был – концерт үҙ бурысын үтәне тигән һүҙ ине.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”