RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхетле әсәнең бер көнө

22.11.2013 Бәхетле әсәнең бер көнө

Бәхетле әсәнең бер көнөУчалынан Сулпан Камалова, ғаиләлә саҡта балаларыбыҙға мөмкин тиклем күберәк иғтибар, наҙ, һөйөү биреп ҡалырға кәрәк, ти
Журналист Сулпан Камалованың исеме «Йәшлек» гәзите уҡыусыларына «Ә беҙҙең ауылда...» рубрикаһы аша таныш – ул Учалы районының Сораман ауылынан ҡыҫҡа хәбәрҙәр ебәреп тора. Бик тырыш, тыныс холоҡло, яҡты уйлы курсташым, университетты уңышлы тамамлағас, Өфөлә ҡалыу сараларын эҙләмәне – район гәзитенә эшкә ҡайтты. Бар күңелен һалып, баш баҫып, ихлас эшләне ул. Ҡаҡса ғына ҡыҙ айкидо менән дә шөғөлләнеп, спортта уңыштар яуланы. Тегеләй-былай һуғылмай, донъяны яратып, һәр мәлдән ҡыуаныс табып йәшәгән Сулпан һөйөклө ҡатын, әсә булыу бәхетенә лә иреште. Йәш сағында бер аҙ йомоғораҡ ине, ә кейәүгә сығып, әсәй булғайны – күңеле сәскә кеүек асылды...
– Аллаға шөкөр, таң да атты! – Сулпан уянғас та һикереп торманы, күҙҙәрен йомған килеш бер аҙ иҙрәп ятты. Йоҡо остоҡтары таралып бөткәс, тороп, һалҡындан өшәнеп, халатын яурынына элде лә, бишектә тыныс ҡына мышылдап йоҡлап ятҡан Гөлмәрйәмгә һөйөп ҡарап, Урал менән Нурсолтандың иҙәнгә шыуып төшкән юрғандарын рәтләп ябып, аш бүлмәһенә йүнәлде. Әлдә йәй түгел, таң һарыһы беленер-беленмәҫтән уянып, һыйырҙы көтөүгә ҡыуырға кәрәкмәй, тип ҡыуанды. Артыҡ шалтыратмаҫҡа тырышып, электр плитаһына сәй ҡуйҙы, мейескә ут яғып ебәрҙе. Ҡоро утын гөлтләп янып киткәс, йылы кейенеп, һыйыр һауырға сыҡты. Ҙур ғаиләгә бер һыйыр әҙ тип, тағы бер тана алырға тора улар. Ошоға тиклем кәзә лә тоттолар, ҡымыҙ бешеп, йәй буйы файҙалы эсемлек эсеп рәхәтләнделәр.
Сулпан һыйыр һауып, һөттө һөҙөп инеүгә, өй йылынғайны, таң ҡоштары – Урал менән Нурсолтан уянып, кейенеп маташа ине. Дүрт йәшлек Урал етди ҡиәфәттә джемперының төймәләрен үҙ аллы элгәс, Сулпан, ҡайҙа кейҙерешәйем, тип ике йәш тә ете айлыҡ Нурсолтандың кейемен ҡулына алды. Ләкин улы, үҙем кейәм, үҙем беләм, тип әйберен кире алды. Ағаһына күҙ ташлай-ташлай, ихлас алдын артҡа кейеп ултыр­ған Нурсолтанға әсәһе көлдө:
– Нурсолтан, һин яңылыш кейеп ултыраһың да һуң!
Шулаймы ни, тигәндәй, малай, аптырап, кейемен кире сисеп, уны тегеләй-былай әйләндергеләне. Кәрәкле яғын табып, әсәһенә еңеүле ҡараш ташланы, йәнәһе лә, күрҙеңме?
– Улыбыҙ шәп беҙҙең! – Сулпан, Уралдың улар яғына борсоулы ҡиәфәттә боролоуын күреп, тиҙерәк уны ла маҡтарға ашыҡты, – Урал улыбыҙ да маладис!
Балалары ҡыуанып, ҡәнәғәт йылмайышты. Уларҙың тауышын ишетеп, бишектәге һигеҙ айлыҡ Гөлмәрйәм дә тауыш бирҙе. Мине лә әсәйем маҡтарға онотоп ҡуймаһын, тип тулар­ға уҡ тотондо. Уянып, ҡатынына, улдарына һөйөп ҡарап ятҡан Фәнүр, мыжый башлағанын көтмәй, тороп, ҡыҙын ҡулына ала һалды: «Ҡыҙым да шәп минең, ана бит ул, уянды ла!» Бәпестең аҫтын алмаштырғас, Сулпан уны кире иренә тоттороп, йәһәт кенә сәй әҙерләне. Ул арала ҡәйнәһе лә торҙо. Күмәкләп намаҙ уҡынылар. Фәнүр – Сораман ауылының имам-хатибы, Сулпан да кейәүгә сыҡмаҫ борон уҡ, «Яйыҡ» гәзитендә эшләгән сағында намаҙға баҫҡайны. Шуға улдарының намаҙ уҡыуы бер ҙә аптыратмай.
– Әйҙәгеҙ, сәй эсергә! – әсәләренең тауышын ишеткәс тә Урал менән Нурсолтан кемуҙарҙан өҫтәл артына ашыҡты. Үҙҙәренә ҡалһа, иң яҡшы урындарҙы алып ҡалырға инде ниәттәре.
– Мин бында ултырам! – тине Нурсолтан.
– Юҡ, унда мин ултырам, һин тегендә ултыр! – тип ныҡышты Урал.
– Балалар, бәхәсләшмәгеҙ! Юғиһә атайығыҙға әйтәм! – әсәйҙәренең ҡаты ғына итеп өндәшеүенән малайҙар тынысланды, печенье-прәниккә үрелде. «Атайҙарынан изгерәк кеше юҡ, әммә, атайығыҙға әйтәм, тиһәм, шулай ҡурҡҡан булалар», – тип көлдө Сулпан.
Бергәләп тәмләп сәй эскәс, татыу ғаилә башлығы мал ҡарарға сыҡты, өләсәй ейәндәрен уйынға әүрәтте, ә Сулпан һауыт-һаба йыуырға тотондо. Унан һуң йыуынты һыуын сығарып түкте, тауыҡтарға ем һипте, тиҙ генә аш бүлмәһендә иҙәнде һөртөп алды, урындарҙы йыйыштырҙы. Шулай арлы-бирле иткәнсе, бер-ике сәғәт ваҡыт үтте.
– Мин асыҡтым! – Уралдың шулай тип әйтеүе булды, Нурсолтан да һикереп торҙо:
– Минең дә ашағым килә!
Гөлмәрйәмде имеҙгән Сулпан сәғәткә күҙ һалды ла, ҡәйнәһенә өндәште:
– Бәпесте ҡарап тор инде, ҡәйнәм, мин балаларға бутҡа бешереп ашатайым.
«Улар иртән ҡоролай ғына сәй эсә лә, аҙаҡ тиҙ генә асыға, шуға сәғәт ун-ун берҙәргә гел дә берәй нәмә бешереп ашатам», – тип аңлата-аңлата, Сулпан плита янына баҫты.
Бер аҙҙан тамаҡтары туйған малайҙар шаярышып ҙур бүлмәгә килеп сыҡҡас, Сара апай уларҙы тымдырҙы:
– Балалар, шауламағыҙ, Гөлмәрйәм бәү-бәү итә! Бәпәйҙе ҡарап йөрөгөҙ, уянһа, бәүетегеҙ.
Шулай тип «ағайҙар»ға эш ҡушып, килене янына китте:
– Әллә эремсектән билмән бөгәбеҙме, килен? Гөлмәрйәм йоҡлаған арала төшкө ашты бергәләп йүнәтә һалайыҡмы, тигәйнем...
– Әйҙә, ҡәйнәм, шулайтайыҡ, – Сулпан малайҙарҙан ҡалған ҡалаҡ-тәрилкәләрҙе йыуып, шкафҡа урынлаштырғас, өҫтәлгә ҡамыр йәйә торған таҡтаны һалды, он иләне. Ярай ҙа ҡәйнәм беҙҙең менән йәшәй, унһыҙ мин ике ҡулһыҙ булыр инем, тип Сулпан эслек өсөн эремсек әҙерләгән ҡәйнәһенә үҙ итеп ҡараны:
– Ҡәйнәмә рәхмәтлемен, ныҡ ярҙам итә, балаларҙы ҡараша. Үҙең күреп тораһың, улдарыбыҙ шундай тиктормаҫ, улар артынан йүгереп тә өлгөрөп булмай. Мин бер аҙға ғына күҙ яҙҙырһам да, әйтәйек, бала имеҙгән саҡта, шунда уҡ боҫташ та итә һалалар: йә ҡайнатманы шәкәр менән болғайҙар, йә ондо бөтә донъяға туҙҙыралар... Кисә Урал, алма ҡырҡам тип, бысаҡ менән бармағын ҡырҡты. Етмәһә, ҡайсы менән мендәрҙе тишкән.
Беҙҙе тыңлап торған Урал әсәһен төҙәтергә ашыҡты:
– Ҡайсы менән түгел дә ул, бысаҡ менән дә ул!
– Шәпһең инде, балам, башҡа нимә тип әйтәйем инде, – Сулпан көлдө. – Артыҡ ирешеп бармайым мин боҫташ итеүҙәренә, бының тирә-әйләнәне танып белеүҙең бер ысулы икәнен аңлайым. Артыҡ шашып китһәләр генә, атайығыҙға әйтәм, тип янайым.
Эремсек билмәне бешкәнсе, төш ваҡыты ла етте.
Малдарға утлыҡ эшләп йөрөгән ирен саҡырып индергәс, Сулпан улдарының ҡулын йыуышты, аш еҫен һиҙеп, ахырыһы, йоҡоһон бүлгән Гөлмәрйәмде ҡулына алды.
– Килен, ҡайҙа, мин ҡарап торайым, – тип ҡәйнәһе урынынан ҡалҡынғас, йылмайып, баш тартты:
– Ултырығыҙ-ултырығыҙ, ҡәйнәм, бер ауырлығы ла юҡ, бер ҡул менән дә һала алам мин.
Балаларҙың әкәмәттәренә көлөшә-көлөшә ашап алғас, Фәнүр тағы ҡураға сығып китте. Бәпесте ҡәйнәһенә биреп, Сулпан һауыт-һаба йыуҙы, ҡош-ҡортто ашатты.
Бер аҙ бушағас, Сулпан ҡыҙын имеҙҙе лә, улдары менән һүрәт төшөрөргә ултырҙы. Ташып сығып барған энергияһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән Урал альбом битенә генә түгел, үҙенең битенә лә, ҡулдарына ла һүрәт төшөрөргә эшкинде. Балалар баҡсаһы булмағас, Сулпан улар менән өйҙә шөғөлләнә: һүрәт төшөрәләр, хәрефтәрҙе, һандарҙы өйрәнәләр.
– Һүрәттәр буйынса хәрефтәрҙе өйрәтә башлағас, һүрәткә күрһәтәм дә, хәрефен әйтәм бит инде (йәғни, бында алма төшөрөлгән, тимәк, был «а» хәрефе, тим). Шулай Уралға лимон һүрәтен күрһәттем дә, бында ниндәй хәреф төшөрөлгән, тип һорайым. Ул башын тегеләй-былай янтайтып ҡарап торҙо ла, был лимон хәрефе, тип көлдөрҙө, – Сулпан улдарын арҡаһынан һөйҙө. – Урал бәләкәй сағында бер заман, мамасты кәрәк, тип мыжый башланы. Аңламай ҡаңғырҙым. Берәй ашай торған нәмә таптырамы, тиһәм, ул, баҡтиһәң, фломастер һорай икән.
Өйлә намаҙы етте. Өй буйлап йүгерешеп уйнап йөрөгән малайҙар үҙҙәренең намаҙлыҡтарын йәйеп ебәрҙе, атайҙары артынан уның әйткәндәрен, хәрәкәттәрен ҡабатланы. Сулпан да ошо мәлдә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыны...
Доға ҡылғандан һуң уның көләс йөҙө тағы ла яҡтырып киткәндәй ине, балалар ҙа нисектер тынысланып ҡалғандай булды – өйгә нур таралды. Фәнүрҙең бер туған ҡустыһы хәл белешергә килгәс, Сулпан йәһәт кенә сәй табыны әҙерләне. Ҡунаҡ өҙөлмәй уларҙың йортонан, йылыға йылан да эйәләй, тигән һымаҡ, һәр саҡ уларға кешеләр тартыла. Фәнүрҙең дә, Сулпандың да килгәндәргә ишектәре асыҡ, йөҙҙәре яҡты.
Бала имеҙеп, ҡош-ҡортто ҡарап, кер йыуғас, икенде намаҙы уҡылды. Киске ашты бешереп бөтөүгә, аҡшам намаҙына баҫтылар. Шуның араһында Урал бер туҡтау­һыҙ әсәһен төрлө һорауҙар менән ҡаңғыртты:
– Ике яҡта ике фәрештә яҙып ултыра, тиһегеҙ, ә мунса ингән саҡта улар һыуланмаймы ни? Динозаврҙар ҙур бит инде, ул ваҡытта кешеләр ҙә шулай ныҡ ҙур булғанмы икән? Эттәрҙең дә теле бар, ә нишләп улар һөйләшмәй?
Сулпан уның икһеҙ-сикһеҙ, ҡырҡмаһа-ҡырҡ төрлө һорауҙарына яуап эҙләгән саҡта, япондар, әсә кеше эшләмәгән хәлдә лә, мотлаҡ рәүештә юғары белемле булыр­ға тейеш, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән, тип ҡуя. Һәм, атайыңдан һора, ул күп белә, тип улын тиҙ генә Фәнүр янына оҙата. Был да үҙенә күрә атайҙың абруйын үҫтереү сараһы.
Һыйыр һауып ингәс, Сулпан ҡыҙын имеҙҙе лә, улдарына уйынсыҡтарын йыйыштырышты:
– Уйынсыҡтар уйнап арыған, йоҡолары килә, әйҙә йәшниктәренә ятып, бәү-бәү итһендәр, һеҙгә лә йоҡларға ваҡыт еткән.
«Беҙ арыманыҡ, беҙ йоҡламайбыҙ», – тип ҡарышырға уйлағайнылар, Сулпан уларға серле йылмайҙы:
– Йоҡламайһығыҙмы ни? Ә бөгөн атайығыҙ һеҙгә шундай ҡыҙыҡлы бер әкиәт һөйләйем тигәйне...
Быны ишеткән балалар, һөйөнөшөп, бит-ҡулдарын йыуырға елдерҙе. Уларға йоҡлар алдынан әкиәт һөйләү йолаға әйләнгән. Кис һайын йә Сулпан үҙе, йә Фәнүр улдарына уҡыған, белгән әкиәттәрен һөйләй, бик тә булмаһа, үҙҙәре лә уйлап сығарып бәйән итә. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс әкиәттән айырылырға теләмәгән балалар йоҡоға ҡаршы оҙаҡ көрәшә, әммә, нисек кенә тырышмаһындар, әүен баҙарына китә лә баралар. Был юлы ла оҙон көн буйына уйнап арыған балалар әкиәттең аҙағын ишетмәй ҡалды...
Гөлмәрйәмде ҡосағына алып, Сулпан да, ниһайәт, карауатҡа барып янтайҙы:
– Бәләкәй сағымда, эх-х, минең дә ағайым булһасы, тип хыялландым, сөнки күрше ҡыҙҙар, аҙ ғына һүҙ тейһә лә, хәҙер ағайыма әйтәм, ти торғайны, шуға күҙем ҡыҙҙы (беҙ ҙә Гөлшат һеңлем менән ағайлы үҫер инек ул, тик атай-әсәйебеҙҙең иң өлкән ир балалары бер йәшендә һыуыҡ алдырып, баҡыйлыҡҡа китеп барған). Шуға ла улдарым үҫкәс, нишләп һеңлебеҙ юҡ, тип әйтерҙәр һымаҡ тойолдо. Ярай ҙа Гөлмәрйәм тыуҙы. Бала саҡта, ете бала табасаҡмын, тип уйланым, дүрт малай ҙа өс ҡыҙ. Аҙаҡ был һан бишәүгә төштө. Йөрөй торғас, дүртәүгә ҡалды. Тағы ла оҙағыраҡ кейәүгә сыҡмай йөрөһәм, ул һан бөтөнләй берәү-икәүгә генә тороп ҡалыр ине, ахыры (ул көлдө – авт.). Бөгөн донъябыҙ теүәл, түңәрәк, Аллаға шөкөр. Ошо балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға, башлы-күҙле итергә яҙһын. Әсәй булыу еңел түгел. Үлсәп бөткөһөҙ бәхеттән тыш, бала тыуыу менән иңгә ҙур бурыс, оло яуаплылыҡ та йөкмәтелә. Минут һайын ғәзизең өсөн ҡалтырап-борсолоп торған хәлдә лә, уның офоҡтарын сикләмәй, итәктән ваҡытында ысҡындырып, үҙ аллы тормошҡа сығарып ебәреү ҙә кәрәк. Беҙгә ул осор әле алыҫ, балаларыбыҙ бәләкәй. Әммә ғүмер тиҙ уҙа, күп тә үтмәҫ, улар ҡанаттарын нығытыр. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк иғтибар, наҙ, һөйөү биреп ҡалырға ине. Ләкин көндәлек эш-мәшәҡәттәр менән булып, балаларға ваҡыт аҙыраҡ ҡала кеүек. Шул хаҡта уйлаһам, миңә ҡыйын булып китә...
Сулпан, иркәләп, ҡыҙсығының танауына үҙенекен тейҙереп алды, ике битенән үпте: «Һау-сәләмәт, оҙон ғүмерле, мөхәббәтле, тәүфиҡлы булығыҙ, балаҡайҙарым». Намаҙ уҡығандан һуң бәхетле ҡатын һәм әсә, Аллаһы Тәғәләгә мең-мең рәхмәт, тип, тормошона шөкөр ҡылды...










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”