22.11.2013 10,5 миллиард һум – мутлыҡ
Белеүегеҙсә, “әсәлек капиталы”н торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланың уҡыуына түләргә йә әсәнең пенсияһына ҡушырға мөмкин. Аҡсаны алыу өсөн уны юллап байтаҡ тир түгергә, төрлө белешмәләр әҙерләргә, сираттарҙа торорға кәрәклеген аңлайһығыҙҙыр. Уны алып бирешергә ярҙам итеүселәр ҙә барлыҡҡа килде. Теге йәки был “белгес” бының өсөн аҡсаның бер өлөшөн (уртаса хаҡ – 40 мең һум, буғай) үҙенә алып ҡала. Ошо “тармаҡ”та аферистар ҙа күбәйгән. РФ Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, “әсәлек капиталы”н законһыҙ аҡсалата алыуҙа 10,5 миллиард һум “эшләүсе”ләр ҡулға алынған. Туғыҙ мутлашыусы араһында “Микрофинанслау үҙәге” идарасы компанияһы” етәксеһе, уның Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге филиалдарын ойоштороусы бар. Шик аҫтындағы компаниялар Ҡазанда теркәлгән. Аферистар схемаһына ярашлы, 400 коммерция фирмаһы ғаиләләргә капиталды аҡсаға әйләндереүҙә ярҙам иткән. бының өсөн улар әҙ тәьмин ителеүселәрҙе яҡшылап өйрәнгән, улар хаҡында төплө мәғлүмәт йыйған. Шунан сертификат аласаҡ ҡатын менән килешеү төҙөгән. Йәнәһе, ғаилә аҡсаға торлаҡ һатып аласаҡ. Артабан енәйәтселәр дәүләт органдарына ҡатын исеменән тейешле документтар тапшырған. Күсерелгән аҡсаның 30 – 80 процентын үҙҙәренә алып ҡалғандар. Ҡатындар төп баштарына ултырғанын белә, белһә лә, күпмелер сумма “буштан” килгән аҡсаны ҡулға алыу мөһимерәк тойола.
Былтыр “әсәлек капиталы” 387 640 һум булһа, быйыл был сумма 408 960 һумға тиң.
РИА Новости сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.