13.11.2010 ЙОНДОҘНАМӘ 15-21 ноябрь
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның тәүге яртыһы әүҙемлек күрһәтеү өсөн бик уңайлы. Алдығыҙҙа көтөлмәгән ҡаршылыҡтар ҡалҡып сығыуы бар. Был хәлгә артыҡ борсолмағыҙ. Яҡын арала яңы шәхси мөнәсәбәттәр урынлаштырыуығыҙ ҙа ихтимал.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы эш урыны тураһында тәҡдим ишетеүегеҙ бар. Шаршамбыла осраҡлы килем алыуығыҙ ҙа ихтимал. Уҡып йөрөгән һәм белемен арттырғандар өсөн осор уңышлы көтөлә. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шишәмбе һәм кесе йома.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йәмәғәт эштәре менән күп шөғөлләнергә тура килер. Етди ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ ҙа ихтимал. Аҡса яғынан йыш ҡына ҡытлыҡ кисерерһегеҙ, моғайын. Кесе йомала ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ менән бәйле мәшәҡәт көтөгөҙ.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна башында төп эшегеҙҙә ыңғай ваҡиғалар булыуы бик мөмкин. Был арала ниндәйҙер яуаплы бурыс йөкмәтерҙәр. Уны уңышлы үтәү туранан-тура киләсәгегеҙ менән бәйле буласаҡ. Йәмәғәт эштәрендә мотлаҡ уңырһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Ниндәйҙер буталсыҡ ваҡиғаға юлығырһығыҙ. Күберәк үҙ тәжрибәгеҙгә таянырға тырышығыҙ. Шаршамбыла үҙегеҙҙән олораҡ кеше менән уртаҡ тел таба алмауығыҙ ихтимал. Алда ҙур матди сығым көтә һымаҡ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ошо арала ниндәйҙер ҙур уңышҡа өлгәшерһегеҙ кеүек. Уның әһәмиәтен бер аҙ ваҡыт үткәс кенә тулыһынса аңларһығыҙ, моғайын. Кесе йомала әйбер һатып алғанда алданыуығыҙ ихтимал.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында алдығыҙҙа элек уйығыҙға ла килмәгән мөмкинлектәр асылыр. Ижади кешеләр бигерәк тә уңыр. Шишәмбелә бик күп файҙалы эш башҡара алырһығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор оҙайлы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға булышлыҡ итәсәк. Яҡын кешегеҙ менән аңлашыу күпкә еңеләйер. Шаршамбы өмөтлө көтөлә, тик бәләкәй генә ваҡиға бер аҙ күңелегеҙҙе төшөрөр.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала ваҡиғаларҙың барышы бик тиҙ һәм бер аҙ көтөлмәгәнерәк тә булыуы мөмкин. Ғаиләлә, эш мәсьәләләрендә ҡәтғи үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Иң мөһиме – тыныслыҡты һаҡлау.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Теләһә ниндәй эште башҡарғанда ла һеҙҙән үтә иғтибарлылыҡ талап ителә. Аңламаған нәмәләр тураһында ҡат-ҡат һорашырға оялмағыҙ. Шаршамбыла ғына хәлдәрҙең көтөлмәгән йүнәлеш алыуы ихтимал.
Саян (24.10 – 22.11)
Осорҙоң бик мәшәҡәтле башланыуы көтөлә. Хәлегеҙ шаршамбынан һуң ғына яйланыр. Бәғзе берәүҙәр менән араларҙы өҙөргә лә тура килер, моғайын. Юлға сыҡһағыҙ, сәфәрегеҙ уңышлы булыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Әүҙемлегегеҙ мотлаҡ артыр. Тик шишәмбелә уйламайынса ниндәйҙер хата аҙым яһарһығыҙ кеүек. Хәйер, уны тиҙ генә төҙәтә алырһығыҙ. Кесе йомала үҙегеҙгә ҡағылған яҡшы яңылыҡ ишетерһегеҙ.