22.11.2013 Иң бөйөк хис
Ҡатын-ҡыҙ өсөн әсә булыу – иң ҙур бәхет. Хас атаһы булып йылмайып ятҡан, ҡайһы ере менәндер һиңә тартҡан балаңды ҡулыңа алыу, тупылдатып һөйөү, яратыуҙан да ләззәтлерәк ҡыуаныс юҡтыр донъяла.
Был тойғо барлыҡ матди байлыҡтарҙан, дан-шөһрәттән дә өҫтөнөрәк, ғәзизерәк. Әсәһенең муйынын ҡосаҡлаған бала ҡулдарын юҡҡа ғына иң матур биҙәүес менән сағыштырмайҙарҙыр. Ғәлимов Сәләмдең “Бала” поэмаһындағы төп геройҙарҙың береһе – Зәйнәп әсә булыу бәхетенән мәхрүм ҡала. Нимә этәрә һуң уны был аҙымға? Улар ҙа бит Сәйҙел менән матур ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә хыяллана. Тик, үкенескә күрә, ошондай аяҙ күктәй саф хыялдар менән янып йәшәгән Сәйҙел менән Зәйнәптең бәхетен ҡапыл ҡара болот ҡаплай. Сәйҙелдең Әршит менән осрашыуы уларҙың сирень сәскәһендәй саф хистәренә ҡырау төшкәндәй тәьҫир итә. Әршит Сәйҙелгә ғаиләнең, баланың илгә файҙалы кеше булырға ҡамасаулауы, илгә герой биреү хаҡындағы буш ялтырауыҡлы һүҙҙәр менән дәлилләй, йәш ваҡытта үҙең өсөн йәшәп ҡалырға кәрәк тип, эгоистик маҡсаттарҙы алдына килтереп ҡуя. Ә шулай ҙа Әршитте генә ғәйепләү дөрөҫмө икән? Ни өсөн һуң Сәйҙел уны тыңлай? Киләсәктә илдең геройы буласаҡ кешенең үҙ уйы юҡмы ни, ниңә ул Әршиткә ҡаршы көрәшмәй? Лирик герой – шағир, үҙенең яратҡан геройҙары Сәйҙел менән Зәйнәп яҙмышы өсөн әсенеп, уларҙың Әршиткә ҡаршы көрәшмәүҙәре өсөн дә үкенес белдерә.
Ҡасандыр Зәйнәпте баланан баш тартырға мәжбүр иткән Сәйҙел хәҙер, балаһыҙлыҡ ғазабын күтәрә алмай, Зәйнәптең үҙенән баш тартыуға барып етә. Ярай әле һуңынан Сәйҙел менән Зәйнәп әршитлекте еңеп, ғаилә ҡороу бәхетенә ирешә.
Үкенескә күрә, бындай күренештәр әлеге ваҡытта ла күҙәтелә. Гүзәл заттарҙың күбеһе, карьера, эш тип янып, кейәүгә сығыу, бала табыуҙы артҡы планда ҡалдыра. Әлбиттә, карьера эшләү ҙә бик һәйбәт, ә шулай ҙа әсә булыу үҙе ни тора?! Тамара Ғәниеваның: “Эй, хоҙайым, яҙҙырмасы әсәлек бәхетенән”, − тигән шиғыр юлдары иҫкә төшә. Әсә булыу бәхетенә тиң бәхет бармы икән донъяла ? Әсәлек хисен, әсә булыу тәмен тоймаған ҡатын – ярты ҡатын, минеңсә.
Гөлназ ХӘСӘНОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Иҫке Бәпес ауылы.