RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәстәрлекле әсәй ҡулдары

22.11.2013 Хәстәрлекле әсәй ҡулдары

Хәстәрлекле  әсәй ҡулдарыӘсәйҙәрҙең йомшаҡ ҡулдары беҙгә кескәй саҡтан уҡ таныш. Улар һәр саҡ хәрәкәттә, һәр ваҡыт эштә. Был шулай булырға тейеш тә һымаҡ. Ә бит әсәнең хеҙмәте – үҙе батырлыҡ. Хәҙерге заманда ике-өс бала тәрбиәләп үҫтереүе лә еңелдән түгел. Ә улар унау булһа?
Һүҙем күп балалы әсә, һоҡланғыс ҡатын һәм өләсәй Гөлйыһан Ибә­туллина тураһында. Ун бала әсәһе ул беҙҙең Гөлйыһан апай – өс улы һәм ете ҡыҙы бар.
Ярай әле хәҙер ауылдарҙа «зәңгәр яғыулыҡ», электр уты, һыу бар. Ә улар Камил ағай менән балаларын үҫтергәндә ауылыбыҙҙа газ да, электр плиталары ла булманы. Һыуҙы ҡоҙоҡтан ташый инек. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле – бер тапҡыр ашарға ултырғанда табынға бер юлы өләсәй менән бергә 13 кеше ултыра. Икмәк тә һалырға, һыйыр ҙа һауырға, кер ҙә йыуырға, аш та бешерергә һ. б. Һанап бөтөргөһөҙ эштәр. Үҙ-ара татыу, аңлашып, ярҙамлашып йәшәгәнгәлер инде, бер ҡасан да улар­ҙың зарланғанын ишетмәнек. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән Гөлйыһан апай балаларына бик матур тәрбиә бирә алған. Камил ағай менән бөтә оҫталыҡтарын уларға бирергә тырыш­ҡан. Балаҫ һуғыу оҫтаһы ла ул. Ҡыҙҙары ла ҡул эштәренә шәп: балаҫын да һуғалар, тәмле итеп бешеренә лә беләләр. Улдары ла эшсән, тырыш. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигән әйтем тап Гөлйыһан апайҙың балалары тураһында һымаҡ.
Хөрмәтле әсәй бөгөн балалары тураһында ҙур ҡәнәғәтләнеү менән һөйләй, уларҙың бәхетле яҙмышы өсөн ҡыуанып йәшәй. Ибәтуллиндарҙың улдары ла, ҡыҙҙары ла мәктәптә уҡығанда уҡ әүҙем, тырыш булды. Ололары бәләкәстәренә ярҙамлашып, мәктәпте матур итеп тамамлап, бөгөн илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ғүмер итәләр. Улар араһында уҡытыу­сы ла, медицина хеҙмәткәре лә, социаль хеҙмәткәр ҙә, тәрбиәсе лә бар. Ә иң өлкән улдары – Әүхәт Төмән өлкәһендә урындағы пенсия фонды начальнигы. Гөлйыһан апай­ҙың дүрт ҡыҙы – уҡытыусы һөнәрен һайлап, тәрбиә-уҡытыу эшендә маҡтаулы белгестәр. 18 ейән-ейәнсәргә һәм һигеҙ бүлә-бүләсәргә өләсәй ул. Ошондай һоҡланғыс әсәләр менән осрашҡандан һуң күңел күтәрелә, рухи байлығың артҡандай була. Бындай ғаиләләрҙең төп сифаты – эш һөйөүсәнлек. Дөрөҫ йәшәүҙәренең сере лә ошо тырышлыҡталыр, уңғанлыҡталыр, моғайын. Балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн ата-әсә арымай-талмай эшләй. Ә бишек эргәһендә үткәргән йоҡоһоҙ төндәре күпме?! Һәр көн өҫтәлдә – ризыҡ, мәктәпкә таҙа кейем булһын өсөн күпме көс һәм ваҡыт кәрәк. Хәстәрлекле әсә балалары хаҡына барыһына ла түҙә.
Бөгөн дә ул балалары, ейәндәре өсөн борсолоп йәшәй. Ҡайтмайыраҡ торһалар, хафалана, уйлана. Сөнки ғәзиздәренең тормошонда барыһы ла яҡшы булһа ғына бәхетле ул әсә кеше.
– Шундай матур заманалар килде, ерҙәге ожмахта йәшәйбеҙ, зарланырға урын юҡ, – тип ҡыуана Герой-әсә Гөлйыһан Ибәтуллина. – Өҫтәлебеҙ тулы ризыҡ, өйҙәребеҙ йылы, һыу крандан ғына килә. Балаларым, ейәндәрем менән бәхетлемен.

Гөлшат САМАТОВА.
Дәүләкән районы,
Мәкәш ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”