RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шундай рәхәт хәҙер!

22.11.2013 Шундай рәхәт хәҙер!

Шундай рәхәт хәҙер! Әбйәлил районының Байым ауылынан Дөсмөхәмәт Шаһбалов күргәндәрен аҡ ҡағыҙ битенә төшөргән бик үҙенсәлекле кеше булған
Донъяла бөтөнләй гөл-сәскә яратмаған кеше бармы икән?! Юҡтыр! Берәүҙәр гүзәллеге менән барыһын хайран ҡалдырған раузаларға, георгиндарға, орхидеяларға битараф булмаһа, икенселәр нескә матурлыҡтары күҙҙе сағылдырмаған күгәрсен күҙенә, кәләш гөлөнә, миләүшәләргә ғашиҡ. Кемдер ҡыр сәскәләрен күреп «аһ» итһә, кемдер тәҙрә төптәрендә күҙҙең яуын алған гөлдәргә һоҡланып туймай... Ҡыҙыҡ, ә сәскәләр, гөлдәр беҙҙе, кешеләрҙе, яратамы икән? Әбйәлил районының Байым ауылында йәшәүсе Ғәлекәевтарҙа булып ҡайтҡандан һуң был һорауға ыңғай яуап алдым – улар ҙа беҙҙең һөйөүҙе яуапһыҙ ҡалдырмай! Һәр хәлдә, Ғәлекәев­тарҙың йортонда үҫкән алоэ гөлө Биктимер Әлипбай улы менән Рәүиә Дөсмөхәмәт ҡыҙының өйләнешеүҙәренә 33 йыл тигәндә сәскә атып, ошо татыу ғаиләгә, әйтер­һең дә, үҙенең наҙын бүләк иткән. Йорт шарттарында бик һирәк сәскә атҡан йөҙйәшәр «өй табибы»нан бындай уҡ иғтибар көтмәгән Ғәлекәевтар бүләккә ҡыуанып бөтә алмай.
– Гөлдәр яратам мин, – ти, һөйөнөп, Рәүиә апай. – Бер ваҡыт тик дарыу итеп файҙалана торған гөлдәрҙе үҫтерҙем, аҙаҡ төрлө төҫтәге яран гөлөнә күстем, унан һуң миләүшәләр тәҙрә төбөн биҙәне... Дүрт улдан һуң тыуған ҡыҙ бала булғанғамы икән, атайым мине ныҡ яратты һәм йыл һайын тыуған көнөмә умырзаялар бүләк итә торғайны. Был ғәҙәтте ирем менән ҡыҙым Әминә дауам итә...
Һүҙ үҙенән-үҙе алой гөлөнән Рәүиә апайҙың атаһына күсте. Ни бары өс синыф белемле, әммә күпте күреп, бар халыҡ кисергәнде үҙ елкәһендә татып, күргәндәрен аҡ ҡағыҙ битенә төшөргән бик үҙенсәлекле кеше булған Дөсмөхәмәт Шаһбалов. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул көн һайын көн торошон ҡағыҙға теркәгән, шуға бәйле һынамыштарҙы, юрауҙарҙы яҙып барған. Ауылда булған төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла яҙырға иренмәгән. Шуларҙы йыйып, Рәүиә апай китап итеп баҫтырырға уйлағас, һеңлеһе, был көләмәстәрҙе «Йәшлек»кә ебәр, тигән: «Китапты барыһы ла уҡый алмаҫ, ә гәзитте күп кеше алдыра». Әммә Рәүиә апай атаһының яҙмаларын гәзитебеҙгә ебәреп өлгөрмәй, проблема үҙенән-үҙе хәл ителә.
– Ирем уҡытыусы булғас, күп уҡыны, – тип һөйләй ул. – Атайым, кеше яҙғанын уҡығансы, үҙең яҙ, ти торғайны. Ә һин үҙең китап яҙа алаһыңмы һуң, тип һораһаҡ, пенсияға сығып, бушап ҡына алайым, тип яуапланы. Әммә, яҙышһа ла, китап, тип ауыҙын асманы, хәлдән килмәҫ, тип уйлағандыр инде. Атайым вафат булғас, әсәйем, Таһира Исмәғил ҡыҙы, быларын һиңә бирергә ҡушҡайны, тип бер төргәк дәфтәрҙәрен тотторҙо. Атайым китап сығарыу тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыуҙы миңә аманат итеп тапшырған, тип аңланым быны. Нисек китап сығарырға икән, тип баш ваттым, беҙҙең кеүек ябай кешенең хәленән килмәҫтәй һымаҡ ауыр мәсьәлә ине. Ләкин, ныҡ теләһәң, теләк ҡабул була, тиҙәр, Хоҙай үҙе юлдарын эҙләп таба, кәрәкле кешеләргә юлыҡтыра.
Рәүиә апай менән дә шулай була. Ҡыҙы Әминә «Осҡон» гәзите ойошторған шиғырҙар бәйгеһендә еңгәс, бүләк алырға бергә редакцияға баралар. Шунда Рәүиә апай хәбәрсе Рәхимә Мусина менән танышып, уның ярҙамында үҙнәшер юлы менән китап сығарыуға өлгәшә. Дөсмөхәмәт Шаһишәрип улы гел дә, һәр бер кеше ғүмере – үҙе бер китап, тип әйтергә яратҡан, шул һүҙҙәрҙе китаптың исеме итеп алған Рәүиә апай.
Артыҡ нәмәгә өмөт итмәй генә ошо китапты ҡулыма алһам да, бай, халыҡсан, һутлы тел менән яҙылғас, бер тында уҡып сыҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. 1931 йылдың 21 декабрендә Туйыш ауылында тыуып, колхозлашыу осорон, һуғыш ялҡынын, һуғыштан һуң ауыр йылдарҙы, торғонлоҡто татыған Дөсмөхәмәт Шаһишәрип улының ғүмере күҙ алдымдан үткәндәй булды. Тотош быуындың яҙмышы сағылдырылған был китапта. Бала сағында йәшенмәк уйнағанда ябыуһыҙ тупаҡ башлы йорттар башында йәшенеп йөрөгән Дөсмөхәмәт утыҙ етенсе йылдың октябрь – ноябрь айҙарында НКВД машинаһында кешеләрҙе алып киткәндәрен яҡшы иҫтә ҡалдырған.
Инде олоғайғас, ғәйепһеҙ кешеләрҙе ғәйепләп, балаларҙы етем ҡалдырҙылар, тип яҙа: «Совет власы бик ҡаты закон ҡорҙо. Аҡыллы, һәләтле кешеләрҙән ҡурҡтылармы? Ҡайҙа көтөүсе, ҡайҙа наҙан, бер нәмә лә белмәгән кешеләр генә тороп ҡалды...» 1943 йылдың февраль – март айҙарында халыҡтың йонсоуы, аслыҡ башланып, кешеләрҙең тифтән ҡырылыуы ла күңеленә ауыр эҙ һала: «Таң атҡансы ике-өс кеше үлеп тора... Ҡайһы бер өйҙән берәү ҙә ҡалмай үлеп бөттөләр. Аслыҡҡа сыҙай алмай, өйҙәрен картуфҡа алмашып ашанылар. Ауылда мал, эт ҡалманы». Ошондай үкенесле, көс еткеһеҙ ауыр эш менән тулы йылдарҙа ла улар рух көсөн, алдағы яҡты тормошҡа ышаныстарын юғалтмаған – шуны уйлаһам, күңелем тулып китә. Һәм Дөсмөхәмәт Шаһбаловтың: «1998 йылда газ килде. Шундай рәхәт хәҙер! Тамағыбыҙ ашҡа, өҫтөбөҙ кейемгә туйҙы, аллаға шөкөр!» – тип ҡыуанып яҙыуы бөгөнгө көндөң ҡәҙерен белергә саҡырыу кеүек яңғырай. Әгәр хатта гөлдөң гөлө сәскә атып, үҙен яратҡан кешеләр­ҙе шатландырырға тырыша икән, беҙгәме инде тормошҡа зарланып йәшәргә?!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”