RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хоҙай биргән нәмәләрҙе алырға тырышығыҙ!

22.11.2013 Хоҙай биргән нәмәләрҙе алырға тырышығыҙ!

– Бер ваҡытта ла, – ти аҡыл эйәһе уҡыусыларына, – Алланан үҙегеҙҙе ауырлыҡтарҙан, етеш­һеҙлек һәм уңышһыҙлыҡтарҙан аралауын һорамағыҙ, быларҙы үҙ көсөгөҙ менән еңеп сығығыҙ.
– Үҙ көсөбөҙ менән? Бәй, һеҙ бит, беҙҙең бер ниндәй көсөбөҙ ҙә юҡ, ә уны беҙгә тик Алла бирә, тигәйнегеҙ, – ти тыңлаусылар.
– Иң тәүҙә һин минең ошо һорауыма яуап бир әле, – ти аҡһаҡал. – Беренсе тапҡыр мәктәпкә барғанда һинең бер ниндәй ҙә белемең юҡ, ә мәктәпте тамамлағанда бар ине. Ул ҡайҙан барлыҡҡа килде?
– Әлбиттә, уҡытыусынан, – тип яуапланы уҡыу­сы.
– Уҡытыусы бөтәһенә лә бер төрлө итеп белем бирә, ә ни өсөн уны төрлөсә үҙләштерәләр? – тип һаман төпсөнөүен белә аҡыл эйәһе.
– Мин бик күп көс һалдым, күп уйландым, ул аңлатҡандарҙы ҡабат-ҡабат башымдан үткәр­ҙем, бына шуның өсөн хәҙер уҡытыусым һөйләгәндәрҙең барыһын да яҡшы беләм.
– Бәлки, уҡытыусың башҡаларға ҡарағанда һиңә күберәк белем биргәндер? – ти аҡһаҡал.
– Юҡ. Уҡытыусыбыҙ беҙҙең барыбыҙҙы ла тиң күрҙе, беребеҙҙе лә айырманы. Теләге булғандар барыһы ла ул аңлатҡандарҙы алды. Ҡайһы ваҡыт уның арҡаһында хатта аңлатмаған нәмәләрен дә үҙебеҙ төшөнә торғайныҡ. Ә уҡырға, аң-белемен үҫтерергә теләмәгәндәр, былай ғына ваҡыт үткәреп, салбар туҙҙыр­ҙы, тора-бара улар алған ғына белемен дә онотто…
– Бына, – ти аҡыл эйәһе, – һин үҙеңдең һорауыңа үҙең яуап бирҙең. Тормоштоң бер үк нәмәләре беҙгә төрлөсә тәьҫир итә. Кемдер быларҙан алтын бөртөктәренә тиң тәжрибә ала, кемдер бер нәмә лә күрмәй ҙә, һиҙмәй ҙә. Шул арҡала уларҙың күңеле һәр саҡ буш була. Тырышлығыбыҙ, иғтибарлы булыуыбыҙ, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырышыуыбыҙ менән Алла биргән Көс, Мөхәббәт һәм Аҡылдың алтын бөртөктәрен үҙләштерә аласаҡбыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: «Барҙыҡы тағы ла артасаҡ, ә юҡтыҡы бер ваҡытта ла булмаясаҡ».

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”