RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Беҙ илен һаҡлағандарҙы ғына яҡлайбыҙ», –

08.11.2013 «Беҙ илен һаҡлағандарҙы ғына яҡлайбыҙ», –

«Беҙ илен һаҡлағандарҙы ғына яҡлайбыҙ», – ти БР хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау комитеты рәйесе Владимир Симарчук
Улдарын хәрби хеҙмәткә оҙат­ҡан ата-әсәләр был комитетты яҡшы белә. Һалдат улдарының хәрби частарындағы көнкүреште яҡшыртыуҙы, «бабайлыҡ»ҡа юл ҡуймауҙы, ҡуҙғатылған енәйәт эштәрен яңынан тикшереп, ғәҙел хөкөм сығарыуҙы һорап, ғәҙеллек юллап, ата-әсәләр комитетҡа туҡтауһыҙ ағыла ла ағыла. Грузия, Тажикстан кеүек тынысһыҙ төбәктәрҙә булып, унда хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы утлы ғәрәсәттән алып сығыуҙа ла ҡатнаша был ойошма. Йөҙләгән хәрби часта Баш­ҡортостандан килгән һалдаттар менән осрашыуҙар ойошторола, уларға гуманитар ярҙам таратыла. Чечен һуғышы комитет өсөн бигерәк тә һынылыш осоро була. Ғәйепһеҙ юғалып, яҙмыштары һаман да билдәһеҙ булып ҡалған егеттәрҙең исемдәрен асыҡлауҙа, эҙләүҙә, тотҡонлоҡта булған егеттәрҙе азат итеүҙә улар хәрбиҙәр өсөн оло ярҙамсы, ҡайғы-хәсрәткә батҡан әсәләр өсөн терәккә әүерелә. Һөҙөмтәлә 27 Башҡор­тостан егете азат ителә.
Ҡасандыр йәмәғәт башланғысында ғына ойошторолған комитеттың эшен күптәр белә. Әле лә юристарҙы, табиптарҙы, психологтарҙы туплаған был йәмәғәт ойошмаһы үҙ бурыстарына тоғро ҡала. Ул бөгөн ниндәй һулыш менән йәшәй? Ниндәй осраҡтарҙа әрме хеҙмәтенә алыныусыларға, һал­дат­­тар­ҙың ата-әсәләренә, хәрбиҙәргә ярҙам итә ала? БР Хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен яҡлау комитеты етәксеһе Владимир Симарчук менән ошо һорауҙарға яуап эҙләнек.

– Владимир Федорович, һеҙҙең комитетты белмәгән кеше һирәктер. Әйҙәгеҙ, ойошманың тарихына күҙ һалайыҡ...
– 80-се йылдарҙа илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланды, һүҙ азатлығы китте. Тажикстанда һуғыштар башланғас, ата-әсәләр, ни эшләп тыныс тормошта беҙҙең улдарыбыҙ һәләк була, тип мөрәжәғәт итә башланы. Ниңә беҙ тыуған илде һаҡлайбыҙ, ул үҙ һалдатын һаҡлай алмай, тигән һорау тыуҙы. Шулай итеп, йәмәғәт башланғысында хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтеү, уларға социаль яҡтан ярҙам итеү маҡсатында бер ойошма булдырҙыҡ та. Йәмәғәт ойошмаһының, әлбиттә, көсө самалы ине. Әммә үҙебеҙҙең дәғүәләребеҙ менән хәрби частарға тынғылыҡ бирмәнек. Әсәләрҙе йыйып, гарнизондарға сыға инек. Тәүге мәлдәр­ҙә, әлбиттә, беҙҙе һанламаҫҡа тырыштылар, әммә ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн ныҡ торҙоҡ, хәрби хеҙмәткә ыңғай ҡарашта булыуыбыҙҙы, әммә ундағы тәртипһеҙлектәргә юл ҡуймаясағыбыҙҙы белдерҙек.
– Илдең төп ҡалҡаны – уның ҡеүәтле Ҡораллы Көстәре. Ниңә һуң беҙҙең ил әрмелә һалдат өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙыра алмай?
– Миңә Тажикстандағы һәм Чечнялағы һуғыштарҙы күрергә тура килде. Ҡан ҡойош илгә генә түгел, һалдат өсөн дә ҙур һынау ул.
Лайыҡлы шарттарға килгәндә, әрмелә бер ҡасан да ресторан ашнаҡсылары эшләмәй, меню ла төрлөсә булыуы ихтимал. Бына миңә бер әсәй килгәйне. Ҡоро паек менән генә туҡландыралар, тип зарлана. Ул аҙыҡ түгелме ни? Армия шулай һынауҙарға түҙергә әҙерләй ҙә инде. Ә һуғыш сыға ҡалһа?!
«Дедовщина» тураһында күп һөйләйҙәр хәҙер. Ул элек тә булды, буласаҡ та. Тәжрибә туплаған һалдат, әлбиттә, йәштәргә икенсе төрлөрәк ҡарай, өйрәтә. Был – коллективта була торған тәбиғи хәл. Әммә «бабайлыҡ» ҡанһыҙлыҡ булырға тейеш түгел. Беҙгә бындай факт­тар­ҙы йәшереүҙең мәғәнәһе юҡ.
Былтыр Түбәнге Новгородтағы частарҙың береһендә бер егетебеҙҙең муйынын һындыралар. Ул ауыр йәрәхәттән һәләк була. 2011 йылда бер һалдаттың башына аталар. Беҙ ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыуға өлгәштек, уларҙың ғаиләләренә страховка аҡсаһы ла түләнде.
Бөгөн Борай районынан хеҙмәт иткән егеттең эше буйынса судҡа материалдар әҙерләйбеҙ. Иҫерек офицер БТР-ға ултырып, уны ауҙара. Һөҙөмтәлә уның менән булған һалдаттарҙың береһе ауыр йәрәхәттәр алғандан һуң инвалид булып ҡала. Разведкала хеҙмәт иткән егеткә ике йылға ғына инвалидлыҡ бирәләр. Был ғәҙелһеҙлек түгелме? Беҙ үрҙә һанап үтелгән ваҡиғаларға күҙ йомоп ҡарай алмайбыҙ.
Бөгөн беҙгә улдары урта профессиональ уҡыу йорттарында уҡыған ата-әсәләр балаларының һуңғы курста әрмегә алыныуына ризаһыҙлыҡ белдереп килә. Элекке кеүек уларға кисектереү бирелмәй. Был да бит дәүләт яғынан уйланылмаған эш. Ниңә шул студенттың уҡып бөткәнен көтмәҫкә? Әйҙә, профессионалды армияға ал. Ә бит әрме хеҙмәтенән һуң егеттең яҙмышы бөтөнләй икенсе боролош алыуы ла ихтимал. Йәки икенсе бер миҫал. Егет бына-бына уҡыуын тамамларға тора, ә уны хәрби бурысын үтәргә ебәрәләр. Июндә ҡулына диплом алғанын көтөп, көҙгө саҡырылышта ла хәрби хеҙмәткә ебәрә алалар бит.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең комитетҡа юҡ-бар үтенестәр менән килгән ата-әсәләр ҙә бар. Бер көндө: «Улымдың тиҙҙән өс йәше тула, иремә отпуск юллап булмаҫмы икән?» – тигән үтенесен белдереп, бер ҡатын килде. Беҙ бит Оборона министрлығы түгел, бер йыл хәрби хеҙмәт ваҡытында ниндәй ял ти ул?!.
Мине ата-әсәләрҙең битарафлығы ла уйға һала. Сирле улын хәрби хеҙмәткә ебәрәләр ҙә, һуңынан беҙгә илап килеп етәләр. Ошоғаса нимә уйлап йөрөгәндәр­ҙер. Билдәле, часҡа килгән һалдатты бер генә командирҙың да ебәргеһе килмәй. Хәрби табип комиссияһы һине сәләмәт итеп тапҡан икән, һин минең өсөн ауырыу һалдат түгел, әйҙә хеҙмәт ит, тигән фекерҙә ул.
– Һеҙгә йылына нисә мөрәжәғәт килә?
– Йылына яҡынса 700 – 800 кеше мөрәжәғәт итә. Һәләк булғандар буйынса ла мөрәжәғәттәр күп. Ата-әсәләре страховка түләттереүҙе, пенсия юллауҙы һорай. Күптән түгел генә бер әсә килгәйне. Улы Силәбелә өс ай ғына хеҙмәт итеп өлгөрә. Хәрби ант та ҡабул итә алмай ҡала. Тура юлдан сығам тип, һаҡланыла торған урындан сыҡҡанда ҡарауыл атып үлтерә. 15 йыл ата-әсәһенә пенсия түләнмәй. Хәрби комиссариаттыҡылар – пенсия идаралығына, пенсия идаралығы, хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итегеҙ, тип мәсьәлә хәл ителмәй ҡала. Беҙҙең ярҙам менән әсә кеше улы өсөн страховка аҡсаһын алды. Хәҙер суд аша уға пенсия юлланыҡ.
Һаулығында тайпылыштар булған ил һаҡсыларының хоҡуҡтарын йыш яҡларға тура килә. Беҙҙә эшләгән табиптар, медицина документтарын ҡарап, уларға консультациялар бирә, кисектереүҙәр ҡаралған ауырыуҙар расписаниеһы менән улар­ҙың диагнозын сағыштырабыҙ, кәрәк икән, хәрби-табип комиссияһы ҡарарҙарына ла дәлилдәр менән дәғүәләр яҙабыҙ.
Йылына 10 – 15 кеше һалдатты Башҡортостанға яҡын урынға күсереү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Нисә ай хеҙмәт итәһе бар, тиһәң, дүрт айы ҡалды, тиҙәр. Хаба­ровскиҙа хеҙмәт иткән кешене Алкинға күсереүҙең өс айҙан ашыу ваҡыт алғанын уйлап та бирмәй улар. Ярай, егет яңы урынға күсте лә, ти. Барыһын да яңынан башлар­ға, яңы мөхиткә яраҡлашырға ла кәрәк бит әле уға.
Улығыҙҙы күсереүгә бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ бит, тиһәк, үпкәләйҙәр. Мин бит йәнкиҫәгем өсөн борсолам, тиҙәр. Ә ниндәй ата-әсә бор­сол­май ҙа, хәүефләнмәй икән?! Инвалид ата-әсәһе, ҡатыны менән балаһы булған хәлдә, һалдат Башҡор­тос­танда йәки уға яҡын өлкәлә хеҙмәт итә ала. Үҙ хәлен алдан белдереп, хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһына был хаҡта әйтергә кәрәклеген белергә тейештер бит.
Хеҙмәт иткем килмәй, нисек кисектереү алырға икән, тип тә егеттәр килә. Аныҡ ҡына сәбәптәре юҡ икән, ғәфү ит, беҙҙең комитет һинең кеүектәр өсөн түгел, тип улар­ҙы кире бороп сығарабыҙ.
– Сер түгел, хәрби хеҙмәттән ҡасыусылар ҙа осрай. Билдәле, яңы килгән һалдат әрмеләге кәмһетелеүҙәргә түҙә алмай. Һеҙ дезертир­ҙарға ярҙам итәһегеҙме?
– Быйыл бер генә ундай осраҡ булды. Ул егетте лә дезертир тип әйтеп булмай.
Екатеринбургтағы частарҙың бе­реһендә офицер ике егетте туҡмай. Уларҙың береһе хәрби прокуратураға мөрәжәғәт итә. Офицерға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғаталар, егеттәрҙе Силәбегә күсерәләр. Туҡмалған егет юғалып ҡала торған, көсһөҙ егеттәрҙән түгел. Физик яҡтан әҙерлекле. Беҙҙең хәрби частар менән бәйләнеш насар түгел, һөйләшеп, хәлде аңлатып, Шишмә райо­нындағы Алкин ҡасабаһына күсерҙек.
– Әйткәндәй, хәрби частарға ниндәй дәғүәләрегеҙ бар?
– Айырып ҡына әйтеп булмай. Бер часта егеттәр палаткала йәшәй икән, уны беҙ насар, шарттар юҡ тип оран һала алмайбыҙ. Хәрби шарттар­ға яраҡлаштырыу ғына бит был. Йәки әрмелә иҙән йыуыусылар ҙа тота алмайҙар. Килешәм, ХХI быуатта һалдаттар өсөн көнкүреш шарттарын яҡшыртыу кәрәк.
Хәрби частың абруйы командир­ҙарға, ғаиләһендә ниндәй тәрбиә алған һалдаттарға бәйле. Хеҙмәт итеү әсәйеңдең тәмле бәлештәрен ашап, туйғансы йоҡоңдо туйҙырыу түгел. Командир турникта әйләнергә ҡушҡанда сосиска кеүек аҫылынып тораһың икән, был кемгә оҡшаһын?
Офицерҙарҙы фатир менән тәьмин итеү, әлбиттә, өлгөрөп еткән мәсьәлә. Сөнки бөгөн, мәҫәлән, Сыбаркүлдә йәки Алкин ҡасабаһында торлаҡ табыуы ауыр, хаҡтары ла, Өфөләге менән сағыштырғанда, арзан түгел.
Һуңғы йылдарҙа дәүләтебеҙҙең әрмегә ҡарашы ныҡ үҙгәрҙе. Ниһайәт, хәрбиҙәр лайыҡлы эш хаҡы ала башланы.
– Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың статистикаһы алып барыламы? Башҡортостан буйынса ғына алғанда ла ай һайын цинк табуттар ҡайта…
– Юҡ. Ундай статистика алып барылмай. Элекке РФ оборона ми­нистры А. Сердюковтың, мәғлү­мәтәр сер итеп тотолорға тейеш, тигән бойороғо бар. Советтар Союзы ваҡытында мәғлүмәттәр йәмәғәтселеккә еткерелде. Ул йылдарҙа, хәрби конфликттарҙа һәләк булғандарҙы иҫәпләмәгәндә, беҙ­ҙең республиканан йылына төрлө сәбәптәр арҡаһында 50 – 60 һалдаттың ғүмере өҙөлә ине. Сәбәптәр төрлө: ҡорал менән эш итә белмәү, бәхетһеҙ осраҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү, туҡмалыу һ.б.
Элек беҙҙә әрмелә үлеүселәрҙең исемлеге алып барылды. Хәҙер ундайҙарҙың ата-әсәләре мөрәжәғәт иткән осраҡта ғына тикшерергә мөмкинлегебеҙ бар.
Әлеге көндә күп ғаиләләр, әрмелә хеҙмәт иткән улы банк картаһынан аҡсаһын ала алмай, йә икенсе кеше алған тип, ярҙам һорай. «Персональ мәғлүмәттәр тураһында»ғы законға ярашлы, банк та һеҙгә яуап бирә алмай.
– Афған, чечен һуғышында ҡатнашыусылар йыш мөрәжәғәт итәме? «Ҡыҙыу нөктә»ләрҙә хеҙмәт иткәндәр араһында ла льготалар менән файҙалана алмаусылар күп...
– Афғанда булғандарҙың «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы эшләй. Ер алыу, фатирға сиратҡа ҡуйыу бу­йынса үтенестәр менән килгәндәр­ҙе шунда ебәрәбеҙ. Чечен һуғышы ветерандарын социаль яҡлау буйынса ла йәмәғәт ойошмалары бар. Ваҡытында «ҡыҙыу нөктә»ләр­ҙә хеҙмәт иткәндәр тейешле аҡсаһын, льготаларын алһын өсөн күп тырыштыҡ. Хәҙер бик ҡатмарлы осраҡтарҙа ғына беҙҙең комитет элекке хәрбигә ярҙам итә. Мәҫәлән, быйыл март айында Чечняла хеҙмәт иткән егет килде. Ут эсендә йөрөһә лә, һаман ветеран танытмаһын алмаған. Эш былай була. Эске эштәр ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән һалдат, яраланып, төрлө госпиталдәрҙә дауалана. Һауыҡҡан һалдаттарҙың бер төркөмөн Мәскәүҙән Ростовҡа оҙаталар. Документтарһыҙ, аҡсаһыҙ, етмәһә, ас егеттәр ҡайҙа барһын – ике көн вокзалда ҡуналар ҙа, төрлөһө төрлө яҡҡа таралыша. Ауыл егете аптырап тормай – Өфөгә юлланыусы поезд проводницаһы менән һөйләшеп китә. Теге ҡатын милләттәшен йәлләп, тыуған яғына алып ҡайта. Ҡайтҡас, хәрби прокуратураға бара. Ә унда хәрби комиссариатҡа барырға ҡушалар. Шулай ике арала йөрөй торғас, ваҡыт та үтә, документтар юллау ҙа онотола. 20 йыл үтһә лә, уның хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы юҡ. Ә күпме аҡсаһын юғалтҡан ул? Архивтарға юллама ебәреп, документтарын алыуға өлгәштек. Әлегә эш тамамланмаған. Егеткә ветеран танытмаһын юллап бирербеҙ, тип уйлайым.
– Һеҙ үҙегеҙ ҙә ике ул атаһы. Улар әрмелә хеҙмәт иттеме?
– Өлкән улым вузда уҡығанында хәрби кафедра тамамланы. Запастағы офицерҙарҙы үҙ ирке буйынса ғына алалар ине, ул әрмелә булыуҙы кәрәкле тип тапманы. Ә кесе улым хәрби хеҙмәттә булды. Ул ваҡытта Тажикстан «ҡыҙыу нөктә» булып һанала ине. Ике йыл хеҙмәт итте. Армиянан ҡайтҡас: «Атай, армия – иҫәрҙәр йорто, әммә был хеҙмәтте үтергә кәрәк», – тине. Ысынлап та, әрменең тарҡалып барған осоро, 1993 – 1995 йылдар ине. Хәрби хеҙмәттән улым бөтөнләй үҙгәреп ҡайтты. Армияға алынғансы уның уҡыуы менән проблемалар булһа, шунан һуң бөтөнләй әсәһе менән мине борсолдорманы. Хәҙер үҙе ике ул үҫтерә.
Әрме бит ул сынығыу мәктәбе генә түгел, егеттәрҙе тәртипкә, күндәмлеккә өйрәтә, коллективизм тойғоһо ла тәрбиәләй. Унда «Теләмәһәң, көсләп эшләтәбеҙ, белмәһәң, өйрәтәбеҙ» принцибы йәшәй. Ирмен тигән ир-егет был мәктәпте үтергә тейеш.
– Хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһының ҡарары менән килешмәгән егеттәр, улының хәрби хеҙмәте менән ҡәнәғәт булмаған ата-әсәләр һеҙгә нисек мөрәжәғәт итә ала?
– БР Хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау комитеты Өфөнөң Комсомол урамындағы 23/1 һанлы йортта урынлашҡан. Телефоныбыҙ – 282-19-59. Комитетта Һалдат даны һәм әсә хәтере музейы ла эшләй. Ул «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә һәм әрмелә төрлө сәбәптәр арҡаһында һәләк булған егеттәргә арналған. Бында улар­ҙың фотоһүрәттәре, хаттары, шәхси әйберҙәре һаҡлана. Теләгәндәр үҙҙәренең яҡын туғандарының да документтарын, фотоларын килтерә ала. Бик теләп ҡабул итәбеҙ.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”