01.11.2013 Спортта ла, сәнғәттә лә үҙ кеше
Ирек Шәмиғолов, төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүҙән тыш, бейергә лә, йырларға ла, ҡурайҙа һәм гармунда уйнарға ла ярата
... «Һунарсы» бейеүе. Башҡара – Ирек Шәмиғолов!» – алып барыусы иғлан итеп тә бөтмәне, көй башланды һәм сәхнәгә һалмаҡ ҡына баҫып башҡорт милли кейемендә баһадир сыҡты. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай, аптырап, сәхнәгә текәлдем: «Бәй, был теге спортсы егет түгелме һуң?!» Аптырарһың да шул, әгәр Иректе ошоғаса тик спорт ярыштарында ғына күреп өйрәнһәң. «Бөрйән айыуы» (уны күптәр шулай тип кенә атай) – йөҙөү, көрәш, еңел атлетика, волейбол, ҡаҡма туп (лапта), йәйге полиатлон буйынса район данын төрлө кимәлдәге ярыштарҙа яҡлап, әллә нисә тапҡыр чемпион титулын яулаған шәп спортсы. Һабантуйҙарҙа Ирек көрәш майҙанына сыҡһа, ярышташтарының күбеһе артабан бәйгелә ҡатнашыуҙан баш тарта, сөнки ул барыбер уйнап ҡына тигәндәй барыһын да арҡаһына һала. Туҡһандан ашыу килограмм ауырлыҡ категорияһында һис бер кемгә бил бирмәгән көрәшсенең әлеге мәлдә еңел генә сәхнәлә бейеп йөрөгәнен күреп, хатта ла хайран ҡалынды. Баҡтиһәң, Ирек былтыр уҡ «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында Марсель Мөхәмәтғәлин, Ғәзинур Ямғурсин менән бергә «Перовский» бейеүен башҡарып, беренсе урын алырға өлгөргән икән. Бына һиңә «айыу»!
– Элек мин үҙемде, ысынлап та, айыу кеүек ауыр кәүҙәле итеп тойҙом ул, – тип көлдө Ирек, бүркен сисеп, тирле маңлайын һөртә-һөртә. – Берәй ваҡыт сәхнәлә бейермен тип ғүмерҙә лә уйламаным. Сибай институтына уҡырға ингәс, беренсе сентябрь тантанаһында Риф Ғәбитовтың «Еҙ үксә»һен бейенеләр. Шунда бейеүгә ғашиҡ булып, их, шулай бейергә өйрәнергә ине, тип ҡыҙыҡтым, һәм тиҙ генә «Ете ырыу» ансамбленә яҙылдым.
Яҙылыуын-яҙыла ла бит, тик репетицияларҙа ни ҡәҙәре тырышып тыпырламаһын, уны төп составҡа индермәйҙәр. Ләкин Ирек бирешә торғандарҙан түгел, бигерәк ныҡыш кеше ул. Килеп сыҡмай тип, ансамблде ташламай, һаман тиргә батып бейеү менән шөғөлләнеүен дауам итә. Ярты йылдан теләгенә ирешә – «Ете ырыу» составына эләгә!
– Кеше үҙен төрлө һөнәрҙә һынап ҡарарға тейеш, тип уйлайым. Үҙемдең тәрбиәләнеүселәремә лә шуны тыҡып торам, – ти спорт мәктәбенең көрәш һәм волейбол буйынса тренеры. – Шуға ла миндә шөғөлләнеүсе балаларҙың күбеһе «Ялҡын» бейеү ансамблендә лә бейей, башҡа түңәрәктәргә лә әүҙем йөрөй.
Ирек бәләкәйҙән бар нәмәне күңел биреп башҡарырға өйрәнгәс, бейегәндә лә бейеүгә башкөлләй инеп китә. Һәм яңы бейеүгә тотонор алдынан мотлаҡ рәүештә уның тарихын өйрәнә. Башҡалар ыңғайына поп-музыканы ла тыңлай алам, әммә үҙем генә булғанда оҙон көйҙәрҙе, башҡорт халыҡ йырҙарын мөкиббән китеп тыңлайым, тигән егеттең тағы бер яратҡан шөғөлө бар – тәбиғәткә сығып йөрөү.
– Урман-ҡырҙарға барған һайын барғы килеп тик тора ла ул, – тип әңгәмәсем, һушы китеп, үҙенең тыуған еренең гүзәллеген маҡтарға тотондо. – Беҙҙең Бөрйән – донъялағы иң гүзәл ер! Уны бер ергә лә алмаштырырға мөмкин түгел. Элек аграр университетта дүрт йыл уҡытырға тура килгәйне, ҡала бер ҙә күңелгә ятманы. Форсаты сығыу менән тыуған ергә ҡайта һалдым, һәм бер ҙә үкенмәйем. Әйтәләр бит әле, ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә, тип, мин дә тап шулай уйлайым. Ҡайным Самат Сабитов мин кейәү булған йылдан алып солоҡсолоҡ серҙәренә өйрәтә башлағайны, шунан бирле был эш тә оҡшаны ла ҡуйҙы.
Ирек Шәмиғолов нимәгә тотонһа ла, бар нәмә лә ҡулынан килә торған кеше, сөнки, үҙе әйтмешләй, бөтә нәмәне лә рәхәтләнеп эшләй, бер ҙә килеп сыҡмай тип тормай. Бала саҡта ярыштарҙа еңелеп, ошо сәбәпле янып-көйөп, күберәк шөғөлләнергә ынтылған спортсы бөгөн спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе балаларға, спорт – ул тәү сиратта сынығыу мәктәбе, тырышһағыҙ – бар нәмә лә хәлегеҙҙән киләсәк, тип өйрәтә. Миңә үпкәләп, үсегеп йөрөмәгеҙ, эсмәгеҙ, тартмағыҙ, тип тә әйтергә ярата:
– Көслө, ысын ир-егет булығыҙ, тим. Спортта ғына түгел, тормошта ла бит еңергә лә, еңелергә лә тура килә. Еңелгәнде лә лайыҡлы күтәрә белергә кәрәк. Хаталарҙан фәһем алып, уларҙы башҡа ҡабатламай алға атлау – көслөләр ғәҙәте.
Бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләгәндәрҙән айырмалы, Ирек Шәмиғоловтың йәшәү рәүеше һүҙҙәренән айырылмай. Юҡҡа ғына ул «Салауат йыйыны» батыры исемен яуламаған – рухлылығы йөҙөнә сыҡҡан, көсө ташып тышҡа бәреп тора. Үҙен бөтөн республикаға танытҡан Иректең һәләттәре спорт, бейеү менән генә сикләнмәй: ул йырлай, ҡурайҙа һәм гармунда уйнай!
– Бәләкәй сағымда концерттарҙа күреп, атай-әсәйҙән синтезатор һорағайным, – Ирек, хисләнеп, пианинола уйнаған хәрәкәттәр яһай. – Улар, әҙерәк ҙурай ҙа, шунан алып бирербеҙ, тине. Әммә заманалар үҙгәреп китеп, атай-әсәйем синтезатор алып бирә алманы. Хыялым бала саҡта тормошҡа ашмай ҡалғас, ҡыҙым Фәниләгә синтезатор алып бирҙем дә, хәҙер икәүләп шуны бызҡылдатабыҙ. Улым Ирназар ҙа, ситтә ҡалғыһы килмәй, уйнарға маташа. Декретта ултырғанында биология фәненән кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған кәләшем Алһыуға рәхмәт, бер ҙә беҙҙе тыймай, киреһенсә, дәртләндереп, маҡтап тора. Уға ярарға тырышып, беҙ оторо ҡыҙып уйнай башлайбыҙ. Бына шулай бер-беребеҙҙең күңелен күрә-күрә, күңелле генә йәшәп ятабыҙ.
Балалар минең юлдан китерме, әллә әсәләре кеүек фән юлын һайлармы – уны үҙҙәре үҫкәс хәл итер, тигән Ирек Шәмиғолов бер аҙҙан һикереп тороп, хушлашты ла, яңынан сәхнә артына ашыҡты. Һәм күп тә үтмәне, тағы уның сығышын иғлан иттеләр. Шуға ла бер һорау яуапһыҙ ҡалды – минең юл, тип, ул тәү сиратта спортты күҙ уңында тоттомо икән, әллә бейеү сәнғәтенме?
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Әйткәндәй
Ғүмере буйы «Урал» колхозында агроном булып эшләгән Ғәли Мөҙәрис улы менән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Вәлимә Мөхәммәт ҡыҙы Шәмиғоловтарҙың ҡыҙҙары Нурзилә лә спортта үҙен һынап өлгөргән. Сибай институтына уҡырға ингәс, Бөрйәндә һис кем шөғөлләнмәгән ҡаҡма туп (лапта) уйыны менән ҡыҙыҡһынып китеп, ул да ошо ярыш төрө буйынса спорт мастерлығына кандидатлыҡ яҡлаған.