01.11.2013 Сәфәрсе Юлай
Бындай сығанаҡтар биргән белемгә эйә, шул сығанаҡтарҙың башында торған арҙаҡлы ғалимдарҙың күҙенә салына йөрөгән кеше һәләт менән генә түгел, сараһыҙҙың көнөнән дә ғалим булып китергә мөмкин ине. Юлай Псәнчин тәбиғи һәләте менән ҙур фәнгә аяҡ баҫты. Халыҡта шундай әйтемдәр бар: «Ананан ул тыуыр, ата юлын ҡыуыр», «Атанан күргән – уҡ юнған». Бындай халыҡ аҡылы Юлайға атап әйтелгән һымаҡ.
Өйөндә ул фән йондоҙо аҫтында үҫте. Атаһы – арҙаҡлы төркиәт белгесе, башҡорт теленең стилистикаһына, риторикаһына, тарихи грамматикаһына нигеҙ һалыусы, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары дәреслектәре, программалары авторы, Рәсәйҙең Педагогик һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Вәли Шәғәли улы Псәнчин (1932 – 2013). Шуға күрә лә Юлай фәндә үҙ бураҙнаһын шунда уҡ һалды. Фән донъяһында ул кеше фекере менән йәшәмәй. Уның үҙ концепцияһы, ҡарашы, методикаһы һәм методологияһы бар. Әгәр ул шундай сифаттарға эйә булмаһа, «Башҡорт телендә исемгә ҡараған һүҙ үҙгәртеүсе категорияларҙың стилистикаһы» тигән ҙур күләмдәге монографияһы донъя күрер инеме? Был тәңгәлдә уның «Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә килештәр системаһының стилистикаһы» тигән фундаменталь хеҙмәтен дә онотмайыҡ. Юлай – талантлы ғалим, егәрле, ултыраҡ ғалим. Улай ғына ла түгел, фәнгә етди һәм тәнҡитсел ҡарашы бар.
Докторлыҡ диссертацияһын да стилистик проблемаларға арнауын үҙенә күрә бер ҡаһарманлыҡ тип ҡарарға мөмкин. Ни өсөн? Бының да яуабы әҙер. Башҡорт тел ғилемендә генә түгел, төрки, алтай һәм дөйөм тел белемендә стилистика бик ҡатмарлы фәндәрҙән һанала. Йәшермәйем, ғалимдар үҙҙәре лә был фәнде ҡатмарлаштырып ебәрә һымаҡ. Стилистика – яңы фән. XX быуаттың икенсе яртыһында ғына ул ныҡлап өйрәнелә башлай. Шул арҡала төрки телдәрҙә әзербайжан, ҡаҙаҡ, үзбәк мәктәптәре барлыҡҡа килә. Тимәк, стилистиканы өйрәнеү буйынса ныҡлы нигеҙ һалына. Ошондай уҡ йүнәлеш Татарстан менән Башҡортостанда ла барлыҡҡа килә башлай. Юлай Псәнчин ошо мәктәптәрҙең ыңғай һәм кире яҡтарын анализлай. Функциональ стилистиканың төп тәғәйенләнешен асып бирергә тырыша. Стилистик биҙәктәр телмәрҙә ята. Телмәрҙең башҡаларға тәьҫир итеү көсө, күркәмлеге, хис-тойғо биҙәге стилистик саралар менән бойомға ашырыла. Ана шул сараларға ентекле анализ яһай Юлай үҙенең төплө, фундаменталь монографияларында. Юлай – эҙләнеүсе, төпсөнөүсе, үҙ методологияһынан тайпылмаусы ғалим. Үҙ һуҡмағын үҙе һала. Башҡа тикшеренеүселәр һымаҡ, тапалған һуҡмаҡтан барыуҙы өнәмәй. Фәндә күренеклелек, оҫталыҡ, абруй, һәләт, хатта талант та ана шулай яулана. Маладис, Юлай! Фәндә үҙ тауышыңда ҡал.
Юлай Псәнчиндың «Башҡорт телендә исемгә ҡараған һүҙ үҙгәртеүсе категорияларҙың стилистикаһы» тигән монографияһы башҡорт телендә генә түгел, ә ҡайһы бер төрки (Урал һәм Волга буйы) телдәрҙә тәүге тәжрибә тип баһаланырға хаҡлы. Был хеҙмәттә автор ялғаулы һәм ялғауһыҙ күплек категорияһының стилистик үҙенсәлеген, эйәлек төшөнсәһе менән бәйле һүҙҙәрҙең яһалышындағы стилистик мәғәнәне асып бирә алған. Грамматик стилистикаға ҡағылышлы «абстракт эйәлек», «аныҡ эйәлек» төшөнсәләренең йөкмәткеһен асыҡлаған. Күплек һәм эйәлек категорияларының яһалышы телмәрҙең тасуирлыҡ һәм һүрәтләү мөмкинлеген көсәйтә. Был мәсьәләгә лә автор иғтибар итә. Телмәрҙең стилистик мөмкинлеген бары тик морфологияға ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай, ти автор. Артабан ул стилистика фәнен синтаксик һәм лексик аспектта өйрәнеү кәрәклеген дә әйтеп үтә.
Юлай Псәнчин үҙенең монографиялары менән башҡорт тел ғилемендә стилистика мәктәбен башлап ебәрҙе, тип һис икеләнеүһеҙ әйтеп була. Әлбиттә, уға тиклем дә стилистиканың тәүге бураҙналарын ярыусылар булды. Был йәһәттән Н. Дмитриев, Ж. Кейекбаев, Ғ. Сәйетбатталов, В. Псәнчин һәм башҡа ғалимдарҙың исемдәрен һағынып телгә алырға мөмкин. Әммә уларҙың хеҙмәттәрендә телмәр стилистикаһы нисектер тарыраҡ, сикләнгән планда өйрәнелде. Һүҙҙең донъя картинаһына ҡарата мөнәсәбәте (модаллек), мәғәнә төрҙәре, стилистик мөмкинлеге фән артында тороп ҡалды һымаҡ.
Юлайҙың хеҙмәттәрендә күплек, эйәлек, килеш категорияларының стилистик үҙенсәлектәре бик тәрәндән, юғары фәнни кимәлдә, системалы рәүештә өйрәнелә. Телмәр стилистикаһының мәғәнәүи асылына үтеп инә алған автор.
Юлайҙың монографияларын баштан-аяҡ уҡып сыҡтым. Ғалимдың фәндәге үҫешен күреп ҡыуандым. Ғилми тикшеренеү, эҙләнеү теләге һүрелмәһен ине, тип теләнем. Уның аналитик фекер йөрөтә белеүе лә хеҙмәттәрендә ярылып ята. Шуға күрә лә телмәр стилистикаһының әле фәндә билдәле һәм билдәле булмаған проблемалары буйынса анализы бик төплө, нигеҙле, ерлекле.
Юлай Псәнчин – бер яҡтан, атаһының, йәғни Вәли Шәғәли улы Псәнчиндың (арҙаҡлы ғалим: башҡорт, төрки, алтай телдәре белгесе) мәктәбен, икенсе яҡтан, академик Әҙһәм Рәхим улы Тенишевтың (1921 – 2004) мәктәбен үткән ғалим. Шуға күрә уның хеҙмәттәрендә ана шул ике йүнәлештең таянсыҡтарын абайларға булалыр. Фәнни-теоретик төшөнсәләргә лә авторҙың үҙ ҡарашы бар. Мәҫәлән, ул фәнни әйләнешкә «транспозиция», «стилистик потенциал» терминдарын индереп ебәрә. Шулай уҡ дөйөм тел ғилемендә тамам нығынған «окказиональ» төшөнсәһен «коннотатив» термины менән алмаштыра. Ошонда уҡ аңлатма биреп китеү кәрәктер: коннотатив мәғәнә – хис-тойғо, тасуирлыҡ, баһа биреү һәм образлылыҡ мөнәсәбәте.
Стилдең аңлатҡан мәғәнәһе «коннотатив» тигән термин эсенә генә һыя алмайҙыр, бәлки. Стилистика телмәргә мөнәсәбәтле. Телмәр – үҙ сиратында психологик категория. Ә шәхестең ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө холҡо телмәрендә сағыла. Һөйләү телмәренең бай стилистик ҡатламын (мәғәнә тығыҙлығын) яҙыу телмәрендә сағылдырып бөтөп булмай. Стилистиканың бик тә ҡатмарлы фән икәне ана шунда күренә лә инде. Кешеләр үҙ-ара телмәр ярҙамында аралаша. Совет осоронда: «Тел – кешеләрҙең аралашыуында иң мөһим сара», – тип, лингвистик тикшеренеүҙәрҙең методологияһын яңылыш юлға төшөрҙөләр. Тел – телмәрҙең һөҙөмтәһе. Эпистоляр стиль тип йөрөтөлгән хаттар стилендә лә монологик телмәрҙең сағылышы ята.
Тормош аяуһыҙ. Фән дә ана шул тормоштағы йәшәү рәүешенең бер күренеше. Унда ғалимдарҙың үҙҙәренсә асыштары, концепциялары, ҡараштары, донъя картинаһына дөрөҫмө-түгелме мөнәсәбәттәре, фараздары ята. Шуға күрә үҙеңсә абруй тип һанаған ғалимдың тикшеренеүҙәренә мөкиббән китеп табыныу түгел, ә тәнҡитсел баһа кәрәк. Фәнни табыштарҙы күреп, һағайма. Ул табыш, бәлки, бары тик фараз ғыналыр. Һин инанған, корифей тип атаған ғалимдар ҙа телмәр менән телде бутай. Шулай уҡ һүҙҙең дә психолингвистик асылына үтеп инә алманылар. Мәҫәлән, Д. Овсянико-Кулиновский, А. Потебня кеүек киң ҡарашлы ғалимдарҙың һүҙ тураһындағы концепцияһы ғалимдарҙың күбеһенең күҙ уңынан ситтә тороп ҡалды. Улар һүҙҙең өс формаһы барлығын иҫбат итте. Беренсеһе – һүҙҙең өн-хәреф формаһы, икенсеһе – һүҙҙең асылы, образы, өсөнсөһө – һүҙҙең мәғәнә формаһы. Быны мин, 50 йәше тулған өмөтлө, һәләтле, талантлы ғалим Юлай Вәли улы Псәнчин мыйығына урап ҡуйһын, тип яҙам. Сөнки ул – башҡорт теле буйынса мәктәп дәреслектәре, программалары авторҙашы. Мәктәп дәреслектәрендә һүҙҙең бар тик ике формаһына (өн-хәреф һәм мәғәнә) иғтибар бирелә. Шулай итеп, уҡыу әсбаптарында уҡыусыларҙың үҙ аллы фекер йөрөтә алыу мөмкинлегенә юлды бикләйбеҙ. Һүҙҙең эске формаһында һүҙ асылы, образы, халыҡтың йәшәү рәүеше, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, тарихы, дидактикаһы, мифологияһы ята. СССР-ҙың бөйөк психологы Л. Выготский әйтеүенсә (ул А. Потебня фекеренә таяна), «Һүҙҙең эске формаһы фекер йөрөтөү ағышын икенсерәк йүнәлешкә күсерә» (Л. Выготский. Психология искусства/ Под ред. М. Ярошевского. – М.: Педагогика, 1987. – 30-сы бит). Мәктәп дәреслектәренең сираттағы баҫмаһын әҙерләгәндә Юлай Псәнчин ошоларҙы, моғайын, иҫәпкә алыр, тип ышанам.
Бөгөн Псәнчин Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының «Сит ил төбәктәрен өйрәнеү» кафедраһы профессоры. Ул өс фән кандидаты әҙерләп, диссертацияларын яҡлатҡан, өс аспиранттың ғилми етәксеһе.
Илебеҙ шәрҡиәтселәренең V съезында 2004 – 2006 йылдарға Рәсәй шәрҡиәтселәре йәмғиәтенең вице-президенты итеп һайлана. 2004 йылдан Рәсәй шәрҡиәтселәре йәмғиәтенең координаторҙар советы ағзаһы.
Юлай Псәнчин ике йөҙгә яҡын фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәт яҙған. Улар араһында өс монография, байтаҡ дәреслек, программа, мәҡәлә бар.
Юлайҙы икенсе төрлө сәфәрсе тип тә атарға мөмкиндер. Алдағы йылдарҙағы сәфәре лә уңышлы, емешле, мәғәнәле булһын.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.