RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғәҙәти булмаған иғлан

01.11.2013 Ғәҙәти булмаған иғлан

Был хәл Японияла беҙҙең көндәрҙә була. Токио ҡалаһы гәзиттәренең береһендә иғлан баҫылып сыға: “Ата-әсә һатыла. Атайға – 70 йәш, әсәйгә – 65. Хаҡы теүәл 1000 иена, бер иенаға ла кәм түгел!”
Был иғланды уҡыған кешеләр шаҡ ҡата: “Бына ниндәй заманалар етте! Балалары ата-әсәһен һатыуға сығара башланы”. Башҡалар: “Ни өсөн власть бындай хәлдәргә күҙ йомоп ҡарай икән?” – тип ярһый. Иғлан оло ығы-зығы ҡуптара. Бөтә ерҙә тик уның хаҡында фекер алышалар, бәхәсләшәләр.
Гәзит күптән түгел ата-әсәһен ерләгән йәш ғаилә ҡулына барып эләгә. Һөйөклө кешеләре аварияла һәләк булыуҙан оло ҡайғы кисергән ир менән ҡатынға ата-әсәне һатыу­ға сығарыу мыҫҡыллау, мәсхәрәләүгә тиң була. Үҙ-ара кәңәш ҡороп, бәхетһеҙ ҡарттарҙы үҙҙәренең тәрбиәһенә алырға, хәстәрлек һәм һөйөү менән сорнарға теләй улар.
Йәш пар, талап ителгән сумманы алып, күрһәтелгән адрес буйынса килә. Улар раузаларға күмелеп ултырған иҫ китмәле бай вилланы күрә. Бәлки, икенсе йортҡа килгәнбеҙҙер, тип икеләнһәләр ҙә, ҡыңғырауға баҫалар. Ир менән ҡатынды оло йәштәге бөхтә, матур ҡиәфәтле әфәнде ҡаршы ала. Йәштәр гәзиттәге иғлан, ата-әсәләренең ваҡыт­һыҙ вафаты һәм ҡарттарҙы һатып алырға теләүе хаҡында һөйләп бирә. Әфәндене борсоған өсөн ғәфү үтенеп, адрес менән яңылышыуҙарын әйтәләр.
– Юҡ, юҡ! Һеҙ дөрөҫ килдегеҙ! Йортҡа рәхим итегеҙ, хәҙер мин ҡатынымды саҡырам, – тип яуап ҡайтара әфәнде.
Ул тиҙ генә ҡатыны менән әйләнеп килә һәм былай тип аңлата:
– Беҙ – был йорттоң хужалары. Башҡа ҡиммәтле милегебеҙ ҙә бар. Тик балаларыбыҙ ғына булманы. Хәләл тир менән тапҡан байлығыбыҙҙы лайыҡлы кешеләргә ҡалдырырға теләйбеҙ. Шуға күрә ошо иғланды уйлап сығарҙыҡ та инде. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең “тауар”ға “сауҙагәр” табыласағына ышанманыҡ та. Изгелегегеҙ һеҙгә хөрмәт өҫтәй, ә беҙгә ҡыуаныс килтерә. Уйлауыбыҙса, барлыҡ мал-мөлкәтебеҙҙе тыныс күңел менән һеҙгә ҡалдыра алабыҙ.

Л. ҺИҘИӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”