01.11.2013 Бәләкәй генә ҡыуаныстан да бәхет тап!
Венера, ҡасандыр мин дә һинең кеүек хәлдә инем. Ҡулыма эш бармай, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп йөрөгән мәлем. Бер ҙә йәшәгем килмәй, хатта үҙ-үҙемә ҡул һалыр сиккә килеп еттем, тип эс-серемде систем уҡытыусы әхирәтемә. «һин нимә, ә балаларыңды кем ҡулына ҡалдырып китәһең һуң?! Үҙеңде үлгәнһең тип күҙ алдыңа килтер. Балаларыңа әсәй наҙын кем бирер, улар кем ҡулына ҡалыр?! Эскән ирең ҡайғыһынан эсеп үлер. Береһенән-береһе бәләкәй балаларыңдың балалар йортонда үҫеүен теләйһеңме? Ирҙәр бит аптырап тормай, бисәһе үлгәс, икенсе ҡатын алып ҡайта һала. Дауалай алмаҫлыҡ ауыр сиргә юлыҡмағанһың, бына тигән итеп ҡорған донъяңды кешегә ҡалдырып, ҡыуандырма. һине теге донъяға ҡайғырып оҙатырҙар ҙа, оноторҙар», – тип әрләп ташламаһынмы.
Барыһын да күҙ алдына килтерҙем. Мәҫәлән, ауылдашым 3. апай, иренең эсеүенә һәм туҡмауына түҙә алмай, аҫылынып үлде. Мәңге айнымаған ирен дә аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм иттеләр. Туғандары балаларын тәрбиәгә алманы, улы менән ҡыҙы балалар йортонда үҫте. Төҫкә сибәр, эшкә бөтмөр, бик уңған ҡатын ине. Үҙе кеүек тырыш, ипле холоҡло берәй иргә эләкһә, яҙмышы ла икенсерәк булыр ине, моғайын.
Юҡ, мин әйтәм, үлем тураһындағы уйҙарҙы баштан ҡыуырға кәрәк. Балаларың өсөн йыйған донъяңды сит берәүгә ҡалдырып китергә ярамай. Хоҙай бүләк итеп биргән ғүмерҙе ҡыйырға хаҡың юҡ. Бәләкәй генә нәмәнән дә ҡыуаныс табып, бөгөнгө көнөң менән бәхетле булып йәшәргә кәрәк.
Тормоштан, йәшәүҙән арыу ‒ ул проблема түгел. Иң мөһиме – һин сәләмәтһең, әсәй булыу бәхетенә ирешкәнһең, үҙ донъяңды ҡорғанһың. Беҙҙең, ҡатындарҙың, тәғәйенләнеше – ғүмер буйына ғаилә бағыу ул. Ҡартлығыңда шул балалар йыуанысы менән йәшәйәсәкһең, шулар ҡулына ҡаласағыңды ла онотма. Депрессияға бирелгәнһең икән, бер ҡасан да үҙ-үҙеңә бикләнмә, йышыраҡ кешеләр араһында бул, әхирәттәрең, туғандарың менән күберәк аралаш, шылтырат, ҡунаҡҡа барып ҡайтырға ла ваҡыт тап. Форсатың сыҡҡанда китап уҡырға тырыш. Ҡулыңа эш бармағанда яратҡан шөғөлөңә тотон.
Күңел төшөнкөлөгө бер кешене лә ситләтеп үтмәй ул. Үҙ кәйефеңде үҙең көйләй бел, донъя мәшәҡәттәре баҫҡан йәшәйешеңә икенсе күҙлектән баҡһаң, барыһы ла яҡшы булыр.
Кәримә апайың.
Шишмә районы.