01.11.2013 Ҡатын-ҡыҙ хаҡында
Алла ҡатын-ҡыҙҙы яһағанда бик һуңға тиклем эшләгән. Бер көндө уның эргәһенә фәрештә килеп:
– Ни өсөн һин уны эшләүгә бик күп ваҡыт түгәһең? – тип һорай.
– Һин, – ти Алла, – уны эшләр өсөн ниндәй үҙенсәлектәрҙе ҡулланыуыма ҡара. Ул тиҙ генә йыуыла торған, әммә пластиктан түгел, 200-ҙән ашыу хәрәкәтләнеүсән «частары», һәм иҫ киткес һомғол, зифа буйлы булырға тейеш. Ауырығанда ул үҙен-үҙе дауалай белергә, тәүлегенә 18 сәғәт эшләргә бурыслы. Уның тик ике генә ҡулы булырға, әммә ул бер юлы бөтә балаларын да ҡосаҡлай алырға, ҡосаҡлай ғына түгел, ә уларҙың бөтә күңел, йә башҡа ауыртыныуҙары бөтөрлөк итеп ҡыҫып ҡосаҡларға тейеш.
Фәрештә быларҙы иҫе китеп тыңлай һәм:
– Ә был стандарт моделме? Бер көндә ул тиклем эшләү мөмкин түгел. Иртәгәгә ҡалдырып тор, – ти.
– Юҡ, – ти Алла, – уны бөгөн тамамлаясаҡмын, һәм ул минең иң яратҡаным буласаҡ.
Фәрештә яҡыныраҡ килеп, ҡатынға ҡағыла:
– Бәй-бәй, Тәңрем, ул бит бигерәк йомшаҡ.
– Эйе, ул йомшаҡ, әммә мин уны шундай көслө иттем. Һин уның нимәләр эшләй һәм нимәләргә түҙә алыуын күҙ алдыңа ла килтерә алмайһың. Ул бик нескә, әммә ундағы көс иҫ киткес.
– Ә ул уйлай беләсәкме? – тип һорай фәрештә.
– Ул уйлау ғына түгел, хатта күндерә лә аласаҡ.
Фәрештә ҡатындың сикәһенә ҡағыла һәм:
– Минеңсә, ул боҙоҡ килеп сыҡҡан, ана бит, нимәһелер аға ла башлаған.
– Юҡ, яңылышаһың, – тип төҙәтә уны Алла, – был бит күҙ йәштәре.
– Ә улар нимә өсөн? – ти фәрештә.
– Күҙ йәштәре уның бойоғоуын, мөхәббәтен, яңғыҙлығын, ҡайғырыуын һәм дә ғорурлығын сағылдыра.
Фәрештә шаҡ ҡата.
– Аллаҡайым, һин бит, ысынлап та, даһи! Бөтәһен дә уйлағанһың.
– Эйе, – ти Алла. – Уның ир-атты шаҡ ҡатырырлыҡ көсө бар. Ул илағыһы килгәндә көлә аласаҡ, үҙенә ярҙам кәрәккәндә башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Уның бер генә ҡарашы ир-ат башҡара алмаҫлыҡ нәмәләрҙе эшләйәсәк.
Шунан бер аҙ шым тора ла, ныҡ итеп көрһөнөп:
– Әммә унда кәрәкмәгән, бөтә ғүмерен юҡҡа сығарырлыҡ бер нәмә бар, – ти.
– Нимә, нимә ул? – тип ҡыҙыҡһына фәрештә.
– Ул үҙенең хаҡын белмәй… – ти Алла.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.