RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

25.10.2013 ХАЛЫҠ ЙЫРСЫҺЫ

Әлхәмделлиллаһишөкөр! Тыуа тора. Ер хазинаһы менән күңел хазинаһы араһында минең генә аҡылым етмәҫлек, мин генә аңлата алмаҫлыҡ эске бер бәйләнеш барҙыр ул, моғайын.
Абдулла Солтановты Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим иткән көндәрҙә, дәүләт филармонияһы залында уҙған концертында, сәхнәнән сығыш яһап, мин бына шул турала һүҙ ҡуҙғатҡайным. Бәлки, киләсәктә белгестәр был фаразды тикшереп ҡарар әле, тигән өмөт тә белдергәйнем. Шөкөр, һүҙ башында телгә алған концерттан һуң фекер алышҡанда, шуға аңлатма биреүгә бер ынтылыш яһалыуға юлыҡтым.
Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры, медицина фәндәре докторы, профессор Зәкиә Тереғолованың әйткәне: “Учалы, ысынлап та, үҙенең геофизик, геохимик урыны менән шулай урынлашҡан – Учалыла ҡаҙылма хазиналар менән рухи хазиналар бергә ярашып, килешеп килгән. Планетаның ошо еренән яралған кешенең зәғиф күңелле булыуы мөмкин түгел. Кеше тигән хромосомалар йыйынтығын йәшәгән еренә тәбиғәт бына шулай яраҡлаштырып яралтҡан. Шуға күрә лә Абдулла Солтанов, Флүрә Килдейәрова кеүек талант эйәләрендә беҙ тәбиғәттең мөғжизәүи көсөнөң сағылышын күрәбеҙ. Бары бына шундай кешеләр генә беҙҙең шарттарҙа халҡыбыҙҙың күңел вулканының атылыуын кәүҙәләндерә ала. Халҡыбыҙҙың рухи дарманы тигән был вулкан йылдарға, быуаттарға һуҙылған иҙеү арҡаһында гел баҫтырылып, гел баҫырылып килгән. Шуға күрә лә мин: “Абдулла ағай – башҡорт халҡының быуаттар буйы йыйылған йөрәк әрнеүенең бәреп сығышы ул”, – тип әйтә алам.
Мин табибә. Шуға күрә беләм. Эстетик яҡтан бик үк уңышлы булмаһа ла, бер сағыштырыу. Ше­ште хирургтар яра, әгәр ярмаһалар, ваҡыты еткәс, ул үҙенән-үҙе ярыла. Халҡыбыҙҙың моңоноң, быуаттар буйы йыйылған зарының ярып сығыуы ул – беҙҙең Абдулла ағайыбыҙ.
Учалы – Ер шарының энергия балансы үҙәге. Бына шул ул беҙгә Абдулла ағай ише таланттар тыуҙырған, шул ул – беҙгә көс, ҡеүәт, дәрт биргән ҡөҙрәт.”

Ҡурайсы менән
йырсының тәҙрәләренең яҡын булғаны

Ҡурайсы менән йырсы яҙмышташ, моңдаш һәм... дандаш заттар. Улар һәр саҡ йәнәш. Икеһе бер кешеләй, бер үк көйҙө бер күңелдән үткәргәндәй, бер-береһен ҡеүәтләшеп кенә тыңлаусылар күңелен арбай ала. Юлай Ғәйнетдиновтан ишетергә насип булған йырында халыҡ шуға күрә шундай ҡурайсы менән шундай йырсыны күҙ уңында тотоп, бына ни тигән:
Ҡурайсы ла менән йырсының, кем,
Тәҙрәләре йәнәш булһасы!
Ҡурайсы ла менән йырсының, кем,
Ғүмерҙәре оҙон булһасы!

Ҡурайсы ла менән, һай, йырсы, кем,
Һүҙ ҡатмайынса ла аңлаша.
Ҡурайсы ла менән йырсы ос(о)рашһа,
Ары торһон бүтән тамаша!
Башҡорт йыры, ғәҙәттә, тәү ҡа­раш­ҡа ғына үтә лә ябай тойола. Әлеге йыр ҙа шуға дәлил. Ҡарамаҡҡа, ҡурай һәм йыр маһир­ҙарының тәҙрәләре яҡын булыуын теләү – уларҙың үҙ-ара тиҙ хәбәрләшеп, кәрәк саҡта йорттан сыҡмай ғына ла йыр-моң һуҙышырға уңайлылыҡ хаҡында уйланыу әйтеп бирелгән кеүек тәүге ике юлда. Ә һуңғы икеһе, күңелдәрҙе рухландырыр моң, йыр бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт йөҙөнән ғүмер теләп алғышланыу ғына һымаҡ. Һүҙ юҡ, был йырға ошондай тура мәғәнә лә һалынған. Әммә быныһы – уның өҫкө ҡаты ғына, “күҙ күргән өлөшө” генә. Икенсеһе, аҫтараҡ ятҡан ҡаты, тағы ла мәғәнәлерәк: ҡурайсы менән йырсының тәҙрәләренең йәнәш булыуын теләү был осраҡта уларҙың донъяға ҡараштарының, тимәк, уй-хистәренең дә йәнәшәлеген теләүҙе аңлата булыр; ә һуңғы юлдар – уларҙың ошо яҡынлығының ғүмерле булыуын хуплау ул. Ошо йәһәттән ҡарағанда, Юлай – Өфөлә, Абдулла ағай Учалы төбәгендәге Үрге Ҡобағошта йәшәүенә ҡарамаҫтан: “Был ҡурайсы менән был йырсының тәҙрәләре йәнәш”, – тиергә була.
Әйткәнемә бер дәлил. Күп йырһөйәрҙәрҙең хәтерендәлер әле. Алтмыш йәше тулғас, Абдулла ағай Өфөгә килгәйне. Уның юбилей концерты “Юбилейный” мәҙәниәт һарайында үткәйне. Шул сығышына әҙерләнгән мәлендә миңә уның менән “Башкирия” ҡунаҡханаһында гәпләшеп ултырырға насип булғайны. Тәүгә ултырҙаш булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, мин унан байтаҡ һорауыма һаран ғына (әйткәнемсә, ғөмүмән, Абдулла ағайға йәйелеп китеп һөйләшеп ултырыу бик үк хас түгел), әммә тулы уҡ яуап алдым. Шунда һүҙҙең осо үҙенән-үҙе ҡурайсы мәсьәләһенә барып ялғанды. Йырсым үҙе менән йыр юлдашы, моңдаш булып йөрөгән бүтән ҡурайсыларҙың исем-шәрифтәрен әйтеп тормаҫтан (күрәһең, бер кемдең дә хәтерен ҡалдырғыһы килмәне):
– Ҡурайсылар булыр булыр ҙа, Юлай Ғәйнетдинов кеүектәре һирәк булыр, – тип һалды.
– Ул ҡайһы яғы менән оҡшай һуң?
– Улмы? Юлай ҡусты һинең йырыңды теләһә ҡайһы еренән эләктереп ала белә. Эләктереп тә ала, көйөңдө күтәрә лә белә.
Минең һорауыма шул булды уның яуабы.
“Башҡортостан” ДТРК-һының “Хазина” ижад берекмәһе етәксеһе, БР-ҙың халыҡ артисы, Рф-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнет­диновтың әйткәне: “Яҙмышыма рәхмәт! Ул мине Абдулла ағай менән осраштырҙы.
1983 йыл ине. Бер көндө Учалынан Абдулла ағай килеп төштө. Килде лә:
– Юлай ҡустым, һинең менән йыр яҙҙырырға тип килгәйнем бит әле, – тине. Район мәҙәниәт бүлегенән командировка ла алып тормаған, тотҡан да килгән. Күрәһең, күкрәгенән моң ташып килгән мәле булғандыр инде.
– Ярар һуң, ағай. Булдырабыҙ уны, – тим.
Был хәл төшкә тиклем булды. Мин радионың музыкаль редакцияһына шылтырата һалдым.
– Шулай-шулай. Абдулла ағайҙы яҙҙырырға ине.
Рәхмәт инде, төпсөнөп тә торманы Фәниә Байгилде ҡыҙы.
– Төштән һуң рәхим итегеҙ, – тине.
Төштән һуң, студия әҙ генә бушаған мәлдән файҙаланып, ағай­ҙың йырҙарын яҙҙыра һалдыҡ.
Уйлап ҡараһаң – аптырамалы хәл. Абдулла ағай йырҙарын ҡабатлап та өлгөрмәгән, көйөн көйләп тә ҡарамаған – әле генә поездан төшкән. Әммә бынамын итеп йырланы ла ҡуйҙы! Бер тынала унлап йыр яҙҙырҙы ла, минән эш ҡалманы, тигән кеүек, ҡайтып та китте”.
Буласаҡ моң юлдашы йыр бүлешер кешеһе менән тәүге осрашыуын Юлай ҡусты бына шулай бәйән итте.

Абдулла Солтановтың халыҡ профессионалы булғаны

Гөлдәр Моратованың әйткәне: “Юғары музыкаль белем алып йырлаусы йырсыларыбыҙ харап күп беҙҙә. Әммә ләкин Абдулла ағай һымаҡ, йырҙы еренә еткереп, йөрәктәрҙе ярырлыҡ итеп, тыңлаусы күңеленең һәр күҙәнәгенә еткереп йырлаған йырсыларыбыҙ бик әҙ. Бер шағир әйтмешләй, йырсыһы булһа, көйсөһө юҡ; көйсөһө булһа, моңо юҡ; моңо булһа, тауышы юҡ. Беҙҙең Абдулла ағайыбыҙҙың моңо ла бар, тауышы ла бар, профессиональ кимәле лә бар. Тәбиғәттә бындай күренеш бик тә һирәк осрай. Шуға ла Абдулла ағайҙың йырын олоһо ла, кесеһе лә, башҡорто ла, башҡаһы ла аңлай, үҙ итә”.
Гөлдәр Сабит ҡыҙының ошо һүҙҙәре, ирекһеҙҙән, Шәйехзада Бабичтың “Йырсыны көткәндә” тигән шиғырын хәтерләргә мәжбүр итте. Бына ни тигән бөйөк шағир:
Мөмкинме ҡыҙыҡ йырға ҡыҙыҡмаҫҡа,
Моңланып, моңло көйгә
бойоҡмаҫҡа?
Таш ҡолаҡ, үлгән йөрәк, туңған баштар
Моңлоға моңаймаҫ та, бойоҡмаҫ та:
Әҙәмде төрлө хәлгә һалған йырҙар
Наҙанды ҡыҙҙырмаҫ та, һыуытмаҫ та...
“Урал” фольклор ансамбле солисы Мәмдүҙә Буҙыҡаеваның әйткәне: “Абдулла ағай менән Фран­цияға барыу иҫ китмәле булды. Ул “Ҡарасура”ны йырлағанда бөтә француздар иланы. Ә беҙҙе саҡырған Президенттары, Франсуа Миттеран, урыҫсалап: “Эт-то естественно получилось! Как хор-рошо!” – тине ошо хәлде күреп”.
Юлай Ғәйнетдиновтың әйткәне: “Профессиональ йырсыларҙы махсус педагогтар үҫтерә, Абдулла ағай үҙен-үҙе үҫтергән кеше. Бәләкәй сағында, ауылдашы Ғәлимйән тигән ағайҙарҙың патефонын тыңлап, шунан халыҡ йырҙарын отоп ала башлай. Тәбиғәттән тауышы барын белгәс, үҙ аллы йырлаған да йырлаған. Бәләкәйҙән аңлы рәүештә оҙон йырҙарҙы үҙ итә ул. Мәктәптә уҡығанда, йыр дәрестәрендә лә, мал көткәндә лә тик халыҡ йырҙарын йырлай.
Әммә мин шуның менән килешмәйем: “Абдулла Солтанов – көтөүсе”, – ти ҙә ҡалалар. Көтөүселек (ғөмүмән, донъя көтөү) – уның өсөн ҡушымта ғына, йәшәүенең маҡсаты иҫәпләнгән эш араһындағы шөғөлө генә. Уның өсөн иң мөһиме – йыр, йыр, йыр, тағы ла йыр. Анығыраҡ әйтһәк, уның стихияһы – халыҡтың оҙон көйлө йыры. Иғтибар иткәнегеҙ бармы? Ул бер ҙә ҡыҫҡа йырҙар йырламай. Оҙон йырҙарҙың да һәр береһен йырлап бармай. Үҙенең күңеле менән, аңы менән тойоп, бар булмышы менән ҡабул иткәнен генә йырлай. Уның эске бер тойомо бар”.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, республикабыҙ­ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, йырсы Флүрә Килдейәрованың әйткәне: “Абдулла ағай тураһында, профессиональ йырсы булараҡ, мин шуны әйтә алам: ул – халыҡ йырсыһы. Мин уны шулай тип таныйым. Әгәр ҙә рәсми рәүештә Башҡортос­тандың халыҡ йырсыһы тигән маҡтаулы исем булдырылһа (ә уның булдырыласағына өмөтөм бар), беренсе булып уны Абдулла ағай алыр ине. Бөтә йырсыларыбыҙ, шул иҫәптән профессионалдар араһынан да, мин уны бер ҙә һәүәҫкәр тимәйем, сөнки ул халыҡ көйҙәрен башҡарыу буйынса профессиональ кимәлгә күтәрелгән йырсы, һәр хәлдә, профессиональ йырсы бул­һам да, мин уның кимәлендә йырларға тырышам, үҙемдең уҡыусыларыма ла Абдулла ағайҙы өлгө итеп ҡуям.
Абдулла ағайҙың тауышы – тәбиғи рәүештә эшкәртелгән, ҡуйылған тауыш. Мин уны тыңлайым-тыңлайым да шундай уйға килеп ҡуям. Әгәр ҙә Абдулла ағай консерватория бөтөргән булһа? Ул барыбер халыҡ йырҙарын йырлаған булыр ине. Эйе, махсус әҙерлек үтһә, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә күтәрелер ине, тим. Ҡайһылай булғанда ла, профессиональ йырсыларға унан үрнәк алаһы бар. Бер генә миҫал. Башҡорттоң “Буран­бай”ы – башҡарыу өсөн бик тә ҡатмарлы йыр. Уны беҙҙең ише профессионалдар алдан әҙерлекһеҙ (распевкаһыҙ) йырлай алмай. Ә Абдулла ағай тота килеп йырлай ҙа ебәрә”.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, әҙибә Таңсулпан Ғарипованың әйткәне: “Беҙҙә талант эйәләре был мөғжизәнең Илаһи ҡөҙрәттән икәнен аңлап етмәй. Уны тиҙерәк туҙҙырыу яғын ҡарайҙар. Маҡтау, данлауҙы, комплиментты күтәрә алмайҙар. Эсә башлайҙар. Үҙҙәре уҡымышлы. Уларҙың күбеһе махсус урта йә юғары белемле. Белем бар – аң юҡ! Ил, халыҡ, бала-саға, ҡәрҙәштәр алдында яуаплылыҡ юҡ. Абдулла ағайҙың эсеп ятҡанын бер кем хәтерләмәй. Шуға ла һикһән тигән артылышҡа артылғанда ла, йәш сағындағы моңон ул матур һаҡлаған”.
Эйе, талант Аллаһы Тәғәлә тарафынан бәндәләренең барыһына ла бирелмәй. Бирелгән сүрәттә лә Хаҡ тәғәлә уны тигеҙ өләшмәй. Был осраҡта мин йырсылыҡ һәләтен, әҙәм тауышының моңлолоғон күҙ уңында тотам. Талант эйәләренең барыһы ла шул бүләктең тик үҙенеке генә түгел икәнен, күңеленә “ышаныс ҡағыҙы” (доверенность) буйынса ғына бирелгән дәүләт әһәмиәтендәге милли хазина икәненә төшөнә алмайынса, сама белмәй, алынған кредит кеүек күреп, тиҙ арала, бөгөнгөһө яраған, иртәгәһен ишәк уйлаған, тип типтереп, туҙҙыра һалырға тырыша. Шуға ла, ҡәҙерен белеп тотонорҙармы икән, тип, һынамаҡ өсөн, милли милек, милли хазина итеп Хоҙай биргән талантты, был бары минеке генә, уны үҙем ҡайһылай теләйем, шулай тотона алам, теләһәм, әрәм-шәрәм итә алам, тип уйлау-милләт, дәүләт алдында ҡылған енәйәт дәрәжәһендә баһаланырға тейеш.
Икенсе яҡтан, талантһыҙҙар, теге кем әйтмешләй, теләһә ниндәй юл менән дә үҙенә юл яра, ә бына ысын талант иғтибарға, ихтирамға һәм яҡлауға, һаҡлауға һәр саҡ мохтаж. Йәмәғәтселек яғынан да, дәүләт һәм хөкүмәт яғынан да.
Хөрмәтле үә ғиззәтле Абдулла Афзал улы! Бөтә моңһөйәрҙәр, йырһөйәрҙәр исеменән гәзит аша ошо оло тантанағыҙ менән ҡотлайбыҙ, илһамлы ижад, ижади илһам, сәләмәтлек менән бергә оҙайлы сәхнә һәм эфир ғүмере теләйбеҙ!

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.

(Аҙағы. Башы 15, 16-сы һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”