RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда...

18.10.2013 Ә беҙҙең ауылда...

Илмир ӘЛТӘПОВ, Әбйәлил районының Дәүләт ауыл хакимиәте башлығы:
– Быйылғы йәйҙә беҙҙең ауыл хакимиәтенә ҡараған Яңауыл, Дәүләт ауылдары ташҡындан ныҡ зыян күрҙе. Һыу баҫыуҙан зыян күргән кешеләр матди ярҙамды алып бөттө. 14 кеше – 50 мең, 137 кеше 15 мең һум күләмендә ярҙам алды. Ситтә эштә булып ҡалған, документтарын ваҡытында алып килеп өлгөрмәгәндәргә матди ярҙам юллау өсөн өҫтәмә исемлек ебәрҙек. Халыҡ хәҙер әкренләп ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә, йорт-ҡураларын тәртипкә килтерә. Ауыл халҡына һатып алыу өсөн картуф та, заказ буйынса бесән дә килтерелде. Күптән түгел Яңауыл ауылында капиталь төҙөлөштән һуң мәҙәниәт йорто сафҡа инде. Бина тыштан сайдинг менән көпләнде, ҡыйығы, тәҙрәләре алмаштырылды. Эстән стеналар ҙа һыланды. Урамдар һыу менән йыуылғас, Яңауыл, Ҡушый, Дәүләт ауылдарында ҡом-таш түшәлде. Әкренләп һыу баҫыу эҙемтәләре шулай бөтөрөлә.

Сулпан КАМАЛОВА, Учалы районының Сораман ауылы:
– Ауылдағы төп белем биреү мәктәбе башлан­ғыс мәктәпкә ҡалдырылғас, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн әҙерлек төркөмө асылды. Ата-әсәләр сабыйҙарын иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем унда йөрөтә ала. Балалар тиҫтерҙәре менән аралашып, уйнап, туҡланып ҡайта. Ошоғаса Сораманда балалар баҡсаһы юҡ ине.
Ауылдаштарым быйыл тағы бер һөйөнөс кисер­ҙе – ауылыбыҙға һыу үткәрелде, колонкалар ҡуйылды. 20-гә яҡын кеше уны өйҙәренә лә индер­ҙе. Һыу бик тәрәндән сыҡҡас, күптәр ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыу мәшәҡәтенән ҡотолдо.

Хәбир ХӘСӘНОВ, Бөрйән райо­нының Аҫҡар ауыл хакимиәте башлығы:
– Беҙҙә Стәрлетамаҡ – Магнитогорск маршруты буйынса юл төҙөлә башланы. Юлсылар 2015 йылға тиклем эштәрен тамамларға тейеш. Үҙебеҙҙең ДРСУ бер саҡрымлыҡ юл һалды, ете саҡрымды быйыл «Региондорстрой» ойошмаһы һалырға тейеш. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 100 саҡрым алыҫлыҡта ятабыҙ. Яҡшы юлдар сафҡа инһә, төпкөл Аҫҡар, Исламбай, Брәтәк ауылдары халҡы өсөн Өфөгә йөрөү уңайлы буласаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”