18.10.2013 «Бәйләнештә» – башҡортса!
Эште башлау ғына – көс, аҙаҡ ул үҙенән үҙе инерция буйынса алға тәгәрәй. Этеп-эшләп тороусылар булһа, әлбиттә (дәртләндереп-ҡеүәтләп тороусылары ла кәрәк). Бына бит «Бәйләнештә» ижтимағи селтәрен дә башҡортсалаштырыу эше, ниһайәт, тамамланды.
Нижневартовск ҡалаһында йәшәүсе башҡорт егете, күп телдәр белгән уҡытыусы Салауат Әбсәләмов 2009 йылда ныҡ ҡыҙығып китеп, бала-саға, йәштәр генә түгел, инде өлкәндәр ҙә ихлас ҡулланған сайтты Айрат Шәмиғолов, Искәндәр Сәйетбатталов, Марсель Урманшин менән бергә туған телебеҙгә тәржемәләргә ниәт итә. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында был эш 2011 йылда туҡтала (сайт тиҙ ҙурая, үҫешә башланы, тәржемә текстарының һаны артты һәм улар ҡатмарланды). Ярты юлда быҫҡып тороп ҡала яҙған ғәмәлгә быйыл май айында Мәскәүҙә эшләүсе яҡташыбыҙ, веб-дизайнер Илдар Кинйәбулатов осҡон өҫтәп ебәрҙе лә, эш китте ҡыҙып-ҡайнап! Утыҙҙан ашыу кеше ҡатнашҡан был эште сәғәт механизмына оҡшатып ҡуя торғайным: двигателе – Салауат менән Илдар, көйләүсеһе – Флүрә Солтанова, ысҡындырғыс механизмы – филология фәндәре кандидаты Зиннур Сиражитдинов, өлкән тешле тәгәрмәстәр – Гүзәл Ситдиҡова, Мәүлит Ямалетдинов, Рөстәм Нурыев, һәм беҙ журналистар, уҡытыусылар – кескәй тешле тәгәрмәстәр... Моғайын да, Әлфиә Әбделмәнова, Гүзәл Кәримова, Айҙар Янышев, Рәфил Дәүләтбирҙин, Морат Солтанов, Мотал Рәмов, Әлфиә Аҡбутина, Азат Ярмуллин, Лариса Абдуллина, Гөлсәриә Әбилева, Светлана Насирова-Сөләймәнова, Алһыу Мәғәфүрова, Гөлдәр Камалова, Айгөл Арыҫланбәкова, Иҙел Үтәбаев, Айһылыу Борханова, Тәнзилә Ишкина, Гүзәлиә Балтабаева, Рәфис Ҡойбағаров, Айрат Шәмиғолов, Искәндәр Сәйетбатталов, Марсель Урманшин үҙҙәрен кескәй тәгәрмәстәр менән сағыштырыуыма үпкәләмәҫ. Сөнки улар тырышып-тырышып «әйләнмәһә», «сәғәттең» туҡтап та ҡалыуы ихтимал ине бит. Әйткәндәй, интерфейсты тәржемә итеү алдынғы илдәрҙең тигеҙ автобанында иномаркала елдереп, шып-шыма китеп барыу түгел ине, хас та үҙебеҙҙең асфальт юлдарҙан шалтыр-шолтор барғандай булдыҡ: әленән-әле бәхәстәр ҙә ҡалҡып сыҡты, һорауҙар ҙа күп тыуҙы, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа осраны. Тик, күреүегеҙсә, төрлө донъяуи ҡыйынлыҡтар кисерә-кисерә холоҡ нығытҡан тәржемәселәр бирешмәне, ауырлыҡтарҙы берҙәм, дәррәү йырып сығып, финишҡа етте: 17 мең текст башҡортсаға ауҙарылып, ҡат-ҡат тикшерелде, яңы төшөнсәләр тыуҙы, интернет терминологияһы шымартылды. Ниндәйҙер дан яулар, күкрәк ҡағыр өсөн түгел, ә халыҡ үҙ телендә иркен аралашһын өсөн был ҙур эш башҡарылды. Эйе, «ҙур», тим, сөнки бер ҡараһаң, телебеҙҙе һаҡлауға индерелгән кескәй генә өлөш тә кеүек, ә икенсе яҡтан, тап ваҡ инештәр оло йылғаларҙың һыуын арттырып, йәшәргә көс бирә. Беҙҙең «Бәйләнештә»ге уртаҡ эшебеҙ ҙә ана шулай телгә яңы һулыш өрөп ебәрәсәк, быныһында һис бер шик юҡ.
Финишҡа килеп етелһә лә, тәржемә, дөрөҫөрәге, мәктәптәге кеүек, хаталар өҫтөндә эш дауам итәсәк. Йомортҡала ла йөй эҙләп табыусылар була, тимәк, «Бәйләнештә»ге тәржемәләрҙә лә хаталар соҡоп сығарылыр. Тик, зинһар, хаталарҙы күреп ҡалһағыҙ, зәһәр, ҡәнәғәт йылмайып, тәнҡит утына тоторға ашыҡмағыҙ, ә шым ғына http://vk.com/vkbashkort берләшмәһендәге «Багтрекер» тигән фекер алышыуға яҙығыҙ йәки ошо берләшмәләге тәржемәселәрҙең берәйһенә хәбәр итегеҙ. Хаталар төҙәтеләсәк.
Ә хәҙер туған телебеҙҙә рәхәтләнеп аралашып, һыуһынығыҙҙы ҡандырыр өсөн «Бәйләнештә» сайтындағы «Көйләүҙәрем» («Мои настройки») бүлегенә инеп, телдәр исемлегендә башҡорт телен һайлағыҙ. Ышанығыҙ, был да үҙенә күрә телде һаҡлауға индерелгән өлөш буласаҡ. Һәм, әлбиттә, VK-лағы яҡшы яңылыҡ тураһында иптәштәрегеҙҙән һөйөнсө алырға ашығығыҙ – «Вконтакте» – «Бәйләнештә» башҡорт телендә! Ура!
P.S. Ошонда башҡорт хәрефтәрен нисек ҡуйырға өйрәтелгән – http://goo.gl/EDgqYQ