RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киләсәк “Йәншишмә”нән башлана

18.10.2013 Киләсәк “Йәншишмә”нән башлана

Киләсәк “Йәншишмә”нән башлана Почта таратыусы апайҙы түҙемһеҙләнеп көткән бала, ниһайәт, “Йәншишмә” гәзитен ҡәҙерләп ҡулына ала. Йөрәге дарҫлап тибә, башында бер генә уй: “Әҫәрем баҫылғанмы-юҡмы?!” Үҙенең фамилияһын күреп ҡалғас, бар донъя яҡтырып китә! Ҡыуанысынан әле бер, әле икенсе аяғында һикергеләгән бала ошо көндән үҙ яҙмышын журналистика менән бәйләргә ҡарар итә. Таныш күренешме? Гәзит ана шулай күптәргә ҡанат ҡуйҙы һәм әле лә был изге эшен дауам итә. 83 йыллыҡ бай тарихы булған балалар баҫмаһында кемдәр генә тәүге сирҡаныс алмаған да ижадына етерлек дәрт тупламаған?! Эйе, күптәр өсөн киләсәк “Йәншишмә”нән башлана.
Ошо гәзиттә ябай хәбәрсенән алып баш мөхәррир вазифаһына тиклем юл үткән Мирсәйет ЮНЫСОВ менән әңгәмәләштек.
– “Йәншишмә” гәзитенең балалар өсөн ижад майҙаны булдырып, йәш быуынды әҙәбиәткә ылыҡтырыуҙа роле бик ҙур...
– Ысынлап та, шулай, “Йәншишмә” милли кадрҙар әҙерләүгә булышлыҡ итә тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Республиканың матбуғат, радио-телевидениеһында эшләүселәрҙең күптәре – беҙҙең конкурстарҙа ҡатнашҡан, гәзитебеҙҙә тәүге ижади емештәрен баҫтырған, ҡәләмдәрен һынаған кешеләр. Улар “Йәншишмә”нән көс-дәрт алып, бөгөнгө бейеклектәргә артыла алған.
Баҫмабыҙҙа эшләп, баш мөхәррир булып киткәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Йомабикә Ильясова (“Башҡортостан ҡыҙы” журналы), Тамара Юлдашева (“Аҡбуҙат” журналы), Ғималетдин Яруллин (“Сельские узоры”). Ә “Кызыл таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов бала сағында “Йәншишмә”нең йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булып, “Артек” балалар лагерында ял итеп ҡайтҡайны.
Гәзит элек-электән төрлө саралар, конкурстар уҙғара. Мәҫәлән, һуғыш йылдарында гәзит уҡыусылар танк һәм самолет төҙөү өсөн бергәләшеп тимер һыныҡтары йыя. 1975 йылғы ҡоролоҡта мал аҙығы әҙерләү ниәтендә гәзит ойошторған “Сәтләүек” акцияһына бөтөн республика балалары әүҙем ҡушыла.
Матур йолаларҙы бөгөн дә дауам итәбеҙ. Бәйгеләребеҙҙә ихлас ҡатнашҡан, әүҙем яҙышҡан балаларға “Йәш хәбәрсе” таныҡлығы йыл да тапшырылып килә. 1977 йылдан “Йәншишмә” гәзите призына Йәш саңғысылар ярышы уҙғарыла. Гәзит битендә бик күп ҡыҙыҡлы бәйгеләр ойошторола. Балалар – илебеҙ киләсәге. “Йәншишмә” гәзите уларҙы физик һәм рухи яҡтан камиллаштырырға тырыша.
Элегерәк “Йәш хәбәрселәр” семинары уҙғарылып килде. Һуңғы тапҡыр ул 2010 йылда булды. Әүҙем яҙышҡан малай­ҙар менән ҡыҙҙарҙы редакцияға саҡырып, яҙыусы-шағир­ҙар, тәжрибәле журналистар менән осрашыу үткәрә торғайныҡ. Мастер-кластар, фәһемле һөйләшеүҙәр балаларға бик оҡшай ине. Бындай сараны йыл да ойошторғо килә, әммә әлегә ундай мөмкинлек юҡ.
“Йәншишмә”, “Йәшлек” һәм “Башҡортостан” – айырыл­ғыһыҙ өс таған. Беҙ балаларҙы ижадҡа ылыҡтырып, уҡырға өйрәтәбеҙ, был баҫмаларға уҡыусылар әҙерләйбеҙ.

– Мирсәйет Ғүмәр улы, матбуғат өлкәһенә нисек килеп юлыҡтығыҙ?
– Хәйбулла районының Бәләкәй Әбеш ауылында донъяға килгәнмен. Бөгөн ул ауыл юҡ инде, “перспективаһыҙ”ҙар рәтенә индерелде. 6-сы класҡа тиклем Оло Әбештә белем алғас, Өфө ҡалаһының Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында уҡый башланым. Шунан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға индем. Дүртенсе курста уҡығанда “Ленинсы” (әлеге “Йәшлек”) гәзитендә мәҡәләм баҫылды. Шунан башланды минең журналистикаға юлым. Бер көн “Йәншишмә” гәзитенә барып, шағир Рәмил Йәнбәк менән таныштым. Ул миңә материалдар тупларға ҡуша ине, ә һуңынан эшкә саҡырҙы. 1986 йылда “Башҡортостан пионеры” гәзитендә хәбәрсе булараҡ хеҙмәт юлын башланым. Әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире Зөһрә Ҡотлогилдинаның ҡулы аҫтында эшләй башланым. Артабан бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары булдым. 1998 йылдан гәзиттең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнеләр. Шулай итеп, гәзиттең бар “кухня”һын үттем.

– Егерме ете йыл бер баҫмала эшләйһегеҙ. Һөнәр йә эш урынын алмаштырыу теләге булманымы ни?
– Әгәр ҙә мине яҙмыш “Йәншишмә” менән бәйләмәһә, моғайын, уҡытыусы булыр инем. Балалар менән эшләргә бик яратам. Күңелдәрендә кер булмаған малайҙар һәм ҡыҙҙар менән аралашыу, эскерһеҙ ҡараштарын күреү, уй-хыялдарын ишетеү оло ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә. Шуға ла командировкаларға йөрөргә яратам, республиканың бик күп мәктәбендә булдым. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡәләм тирбәткән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың бер нисә йылдан матбуғатта ышаныслы тауыштары ишетелә башлауына шаһит булаһың.

– Ғаилә хәлегеҙ?
– Тормош иптәшем Зәлифә менән ике ул үҫтерәбеҙ. Айҙар Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый, Рөстәм 9-сы класта белем ала. Эштә лә балалар өсөн эшләйем, өйҙә лә тик улар өсөн (йылмая). Бәхетем – балаларҙа, күрәһең.

– Хәҙер йәш быуын күберәк интернетта ултырыуҙы хуп күрә...
– Шуға күрә лә сайтты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Гәзиттең электрон версияһы менән даими танышып баралар. Шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс бәйгеләр үткәреп, балалар күңелендә ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ. Мәҫәлән, йәйгеһен “Йәйһылыу илендә” конкурсын ойошторғайныҡ. Каникул булыуына ҡарамаҫтан, балалар унда дәррәү ҡатнашты.
Хәҙер йәш быуын гәзит-журнал, китап уҡымай, тип барыһын да бер ҡалыпҡа һалырға тырышмағыҙ. Бөгөн дә “китап ене” ҡағылған балалар етерлек. Уларҙың зауығына тура килерлек әҫәрҙәр булғанда, уҡыусылар һәр саҡ буласаҡ. Элек балалар өсөн ижад иткән яҙыусылар күберәк ине. Рәшит Солтангәрәев, Динис Бүләков, Әнүәр Бикчәнтәев, Фәрит Иҫәнғолов замандарын һағынабыҙ. Балалар теле менән яҙылған, уларҙың донъяһын сағылдырған, ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек мажаралы хикәйә-повестарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Әлеге мәлдә уҡыусыларыбыҙ Факил Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәрен яратып ҡабул итә.
Балаларҙы әҙәбиәткә, ижадҡа ылыҡтырырға кәрәк. Китап, гәзит-журнал уҡыған кешелә насар уй булмай. Уларҙың ҡарашы киң, теле бай, төрлө ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булалар. Рәшит Солтангәрәевтың студент сағындағы хәтирәһе иҫкә төштө. Ул бик һуң ғына ятағына ҡайтырға мәжбүр була. Ҡаршыһында – ҡараңғы һәм һил тыҡрыҡ. Хулигандарға эләгеп ҡуймайым, шул юлдан үтергәме-юҡмы, тип торғанда, ҡулына китап тотҡан кеше шул юлдан үтеп барғанын күрә. Китап уҡыған кешелә насар уй булмай, тип уның артынан китә.

– Уҡыусыларығыҙға әйтер һүҙегеҙ...
– Һылыу ҡыҙҙар кеүек матур “күлдәк” кейгән төҫлө балалар гәзите Рәсәйҙә беҙҙә һәм Татарстанда ғына донъя күрә. Туған телебеҙҙе һаҡлауға, рухты нығытыуға тос өлөш индергән “Йәншишмә” менән дуҫлығығыҙ өҙөлмәһен. Гәзитебеҙҙең девизы – “Киләсәк һинән башлана”. Малайҙар һәм ҡыҙҙар, үҙегеҙҙе гәзит битендә күрһәтеп, ҡәләмегеҙҙе һынағыҙ һәм алдағы тормошҡа әҙерләгеҙ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Форсаттан файҙаланып, 50 йәшлек күркәм юбилейығыҙ менән дә ҡотлайбыҙ!

Гүзәл БИКМӘТОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”