RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

18.10.2013 Маруся

Маруся Көҙгө һалҡын кис. Көнө буйы яуған ямғыр һаман да әкренләп быҫҡаҡлай бирҙе. Ҡыҙымды мәктәптән ҡаршы барып алдым да, икәүләп әкрен генә һөйләшә-һөйләшә өйгә ҡайтып киләбеҙ. Килә торғас, ҡайҙандыр бесәй балаһының тауышы ишетелде. Юлыбыҙҙы яҡтыртып килгән фонарь менән тауыш сыҡҡан яҡҡа яҡтыртһам, юл ситендә йоҙроҡ ҙурлығы бесәй балаһы ултыра. Ямғырға өшөп, күшегеп бөткән, тауышы ла ҡарлығып сыға. Нәркәс ҡыҙым уны күреп ҡалыу менән, әллә йомшаҡҡайҙы йәлләп, әллә өйҙә сысҡандарҙың күп булыуына: “Атай, әйҙә өйгә алып ҡайтайыҡ, өшөп бөткән бит, асыҡҡандыр ҙа”, – тип инәлергә тотондо. Ни әйтергә белмәй, бер бесәй балаһына, бер ҡыҙыма ҡарап: “Ҡыҙым, ул берәй кешенеке булһа? Икенсенән, бигерәк бысранып бөткән”, – тип уны бесәйҙе алмаҫҡа өндәй башланым.
– Атай, өйгә ҡайтҡас уҡ уны йыуындырам...
Шулай бәхәсләшә торғас, икебеҙ бер һүҙгә килеп, бесәй балаһын өйгә алып ҡайттыҡ. Нәркәс, тамаҡ ялғарға ла онотоп, тасҡа йылы һыу ҡойҙо. Бесәй балаһын иркәләп кенә: “Маруся, кил әле бында, әйҙә, мин һине йылы ғына һыуҙа йыуындырам”, – тип һөйләнә-һөйләнә бесәйҙе йыуындыра башланы. Уның Маруся тип өндәшеүе миңә ҡыҙыҡ тойолдо.
– Ҡыҙым, ни өсөн һин уны Маруся тип әйтәһең? Берәй икенсе исем уйлап ҡарайыҡ, – тигән булдым.
– Юҡ, атай. Бөгөн беҙ дәрестә “Морозко”ны уҡыныҡ, унда Маруся тураһында һүҙ бара. Бер етем ҡыҙ тураһында был әҫәр. Миңә шул ҡыҙ бик йәл булды. Шуға ла был бесәй балаһына Маруся тип исем ҡушҡым килә.
Беҙ әсәһе менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та: “Йә, улай булғас, Маруся икән Маруся булһын”, – тип ризалаштыҡ. Марусяны йыуындырып бөткәс, ҡыҙым бәләкәй балалар­ҙы йүргәккә төргән һымаҡ таҫтамалға урап, диванға алып барып һалды. Бесәй балаһы шунда уҡ мыр-мыр килеп, иҙрәп йоҡлап та китте. Шулай итеп, Маруся беҙҙең ғаилә ағзаһына әйләнде. Көн артынан көндәр уҙҙы, Марусябыҙ ҙа үҫте. Хәҙер өйҙә сысҡандар йүгерешеп йөрөмәй, уларҙың булғаны ла онотолдо. Шуныһы ҡыҙыҡ, һәр тотҡан сысҡанын ишек эргәһенә теҙеп һалып ҡуя, йәнәһе, ҡарағыҙ, хәҙер кем өйҙә хужа.
Йәмле яҙ еткәс, Маруся урам тирәһендәге япмаларҙы тикшереп йөрөй башланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, мин ҡайҙа – ул шунда, бер аҙым да ҡалмай, кис йоҡлар­ға ятҡас, аяҡ өҫтөнә менеп ята ла, шунда ял итә. Иртә таң менән балыҡҡа йыйынһам, ул да минең менән йәмле Әй буйына бара. Бәләкәйерәк бер-ике балыҡты ашап алғас, тәбиғәтте өйрәнергә ағас араһына инеп китә. Сәпсектәрҙе баҫтыра.
Бер көн иртән малдарҙы көтөүгә ҡыуырға тип сыҡһам, ишек алдында ике ҡомаҡ ята. Әһә, Маруся күршеләрҙең ҡомаҡтарын эләктерә башлаған икән, тип уйлап ҡуйҙым. Ике-өс көн үтеүгә иртән сығыуыма аяҡ аҫтымда йылан ята. Туҙбашты Маруся быуып һалған. Мин уны сүплеккә ырғыттым. Әллә күршеләрҙең ҡомаҡтары бөттө, тау эргәлә генә булғас, Маруся унан тейендәр ташый башланы.
Шулай итеп, тағы ла ҡыш етте. Әй буйында ғына йәшәгәнгә, бер көн балыҡҡа бармаһам, үҙемде ауырыу кеше һымаҡ тоя инем. Балыҡ йәшниген күтәреп алыуым була, Маруся ла минең арттан Әй буйына эйәрә. Боҙҙо тишеп, ҡармағымды һалыуыма, бесәйем эргәгә килеп тә ултыра. Әле ҡармаҡтың осо һелкенмәй ҙә, әммә Маруся алға ынтылһа, мин дә ҡармаҡты тартам, ә унда балыҡ эләккән була. Әлбиттә, тәүге балыҡтарҙы Марусяға бирәм. Аяҡтары өшөй башлаһа, ул мин ултырған йәшникте тырнарға тотона. Ҡумтаның ҡапҡасын алыуым була, бесәй эсенә инеп тә ята. Ҡайһы балыҡсыларҙың артынан эттәре эйәреп килә. Эт тауышы ишетһә, бесәйем йәшникте эске яҡтан тырнарға тотона. Йәнәһе: “Сығар мине тиҙерәк”. Март айы еткәс, Маруся тышта һалҡын тип тормай, өйҙә ҡунмай башланы. Ниндәйҙер ят бесәйҙәр беҙҙең урамда күренә башланы, өй башында пыр туҙып һуғышып та алалар. Тәбиғәт үҙенекен итә шул.
Тағы ла йәмле яҙ килеп етте. Ҡар иреп бөтөүгә Марусябыҙҙың өс бәләкәс кенә балаһы тыуҙы. Ҡыҙым менән ситтән генә күҙәтеп йөрөйбөҙ. Шул тиклем балаларын иркәләй, баштарын ялай, бер һүҙ менән әйткәндә, эргәләренән дә китмәй. Күп тә үтмәй, бесәй балалары үҫеп китте, бер-береһенең артынан йүгереп, өйҙә шаяралар. Көтөү ҡайтҡас, ҡармаҡтарымды алдым да Әй буйына төшөп барам. Минән алда килгән балыҡсылар, йылмайышып: “Һин хәҙер балыҡҡа бөтөн ғаиләң менән йөрөй башлай­һыңмы?” – тип көлөшөп ҡала.
– Юҡ мин үҙем генә, – тигән булам.
– Артыңа әйләнеп ҡара.
Ысынлап та, яр башынан Маруся өс балаһын эйәрткән дә, минең арттан килә икән.
– Әсәләре балыҡсы булғас, хәҙер балаларын өйрәтергә килтерә, – тип мин дә көлөп ҡуйҙым.
Бер көн шулай урамда эшләп йөрөгәндә өйгә инергә булдым. Ишекте ябам тигәйнем, бесәй балаһын яңылыш ҡыҫтым. Бер генә әсе итеп ҡысҡырҙы ла, иҫтән яҙған һымаҡ булды. Уны күтәреп алдым да карауаттың мөйөшөнә һалып ҡуйҙым. Эш менән мауығып йөрөп, кискә өйгә инһәм, бесәй балаһы үлгән икән. Өйҙә Маруся ла, балалары ла күренмәй. Күңел һиҙгәндәй:
– Әсәһе, һин Марусяны күрмәнеңме? – тип һорап ҡуйҙым.
– Юҡ, карауатта бер балаһы йоҡлап ята, ҡалғандарын күрмәнем, – тип өндәште.
Шул көндән Маруся ике балаһы менән өйгә ҡайтманы. Үлгән балаһын баҡса мөйөшөнә ерләп ҡуйҙым. Тора-бара беҙҙең ғаиләлә юҡ-барҙан ғына тауыш ҡуба башланы, оҙаҡ та үтмәй, ғаилә тарҡалды. Күпме йыл үтһә лә, Маруся исемле бесәй иҫтән сыҡмай. Мин һаман уның алдында үҙемде ғәйепле тоям. Бәләкәйҙән атай-әсәй, эт менән бесәйҙе йәберләргә ярамай, тип әйтә торғайны. Кешеләргә уларҙың ҡарғышы ныҡ төшә икән. Шул булғандыр инде бесәй рәнйеше.

Энгель ҒӘЙФУЛЛИН.

Салауат районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”