18.10.2013 «Йыһан ҡунағы» табылды
Ниһәйәт, Сыбаркүл төбөнән «Силәбе» метеоритын һөйрәп сығарҙылар. Космос «ҡунағы»н тәүгеләрҙән булып Силәбе өлкәһенең губернаторы Михаил Юревич тотоп ҡараны.
Хәтерләһәгеҙ, «Силәбе» метеориты 15 февраль иртәһендә Силәбе ҡалаһы күгендә шартланы. Уның шартлау көсөн Силәбе, Копейск, Сыбаркүл, Мейәс, Магнитогорск, Златоуст, Кәҫле ҡалаларында йәшәүселәр тойҙо. Ғәҙәттән тыш хәлдә 7 меңдән ашыу бинаның тәҙрәләре селпәрәмә килде, быяла ярсыҡтарынан 1,5 мең самаһы кеше йәрәхәтләнде.
Йыһан таштарының ярсыҡтары киңлеге – 30 км, ә оҙонлоғо 90 километрлыҡ биләмә буйлап һибелгәйне. Мажара эҙләүселәр, еңел аҡса эшләргә теләүселәр кемуҙарҙан уларҙы эҙләргә тотондо. «Метеорит һунарсылары» тапҡан киҫәктәрен интернетта 2 миллион 200 мең һумға тиклем хаҡ ҡуйып һаталар, имеш. Ә метеориттың иң ҙур өлөшө – ауырлығы 650 кг тартҡан болид Сыбаркүлгә төшкән булып сыҡты.
– Күп айға һуҙылған эҙләүҙең тамамланыуына шатлыҡ кисерәм, – тине губернатор. – Һыу аҫтында эҙләү эштәре оҙаҡ дауам иткәс, метеорит ваҡ таштарға ярылып таралғандыр, бәлки, тигән фекерҙәр тыуҙы. Водолаздар күл төбөндә ҙур соҡор ҡаҙып эҙләргә мәжбүр булды. Метеоритты күл төбөнән эҙләү һәм күтәреү операцияһына 1,6 миллион һум аҡса китте. Уны Силәбенең крайҙы өйрәнеү музейына тапшырасаҡтар. Белгестәр таштың килеп сығышын өйрәнәсәк.
Йыһан сюрприздары бының менән генә бөтмәй икән шул. Ошо көндәрҙә Ҡырым астрофизика обсерваторияһы астрономдары 420 метрлыҡ астероидтың Ергә табан осоуын күреп ҡалған. Уның 2032 йылдың 26 авгусында Ергә бәрелеүе мөмкин, тип белдерҙе белгестәр. Астероидтың тиҙлеге 9,93 км/c, орбиталар араһындағы ара – 1,7 млн км. Интернетта был фекер бик күп бәхәс тыуҙырҙы. Был йыһан есеме Ер планетаһы өсөн иң ҡурҡыныс астероидтар исемлегенә индерелде һәм хәүефлелеге I класҡа тиң тип баһаланды.
Һай, әттәгенәһе, беҙҙең халыҡ өр-яңынан тоҡлап тоҙ, шәм, шырпы запасы йыя башлармы икән? Хөрмәтле астрологтар! Саҡырылмаған йыһан ҡунағын был юлы Вашингтонға йүнәлтеүегеҙҙе һорайым. Хәйер, 2013 – TV135 Бәләкәй планетаһы (астероидҡа ошондай исем бирелгән) барлыҡ Ер йөҙөн юҡҡа сығарырлыҡ көскә эйә, тиҙәр. Әллә Марс планетаһына күсеп китергәме икән? Иллә-мәгәр, берәйһе Марстағы ипотека биргән банкыны белмәйме? Телефон номеры кәрәк, ярҙам итеп ебәрһәгеҙсе.
Л. ҺИҘИӘТОВА.