RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәләмәт йәшәйем тиһәң, йүгер!

18.10.2013 Сәләмәт йәшәйем тиһәң, йүгер!

Сәләмәт йәшәйем тиһәң, йүгер!Ошо көндәрҙә Ишембай райо­нының Петровское ауылы иң көслө йүгеректәрҙе йыйҙы. Унда күптән инде йолаға әүерелгән еңел атлетика буйынса “Петровское ҡулсаһы” уҙышы үтте. Баш­ҡортостан Республикаһы кө­нөнә арналған ярышта Ишембай ҡалаһы һәм райо­нынан, Салауат, Өфө ҡалаларынан бөтәһе 175 спортсы ҡатнашты.
Уҙыш үткәреләһе көн һалҡын булды, ваҡыты менән ямғыр һибәләп торҙо. Ләкин еңел генә кейенгән спортсылар, әйтерһең дә, быны һиҙмәй: улар тирә-яҡтарына эйелеп зарядка яһай, мускулдарын яҙа. Аңлашыла, ун километрлыҡ иң оҙон дистанция алдынан етди әҙерлекһеҙ булмай.
Старт һыҙығына тәүгеләрҙән булып иң бәләкәйҙәр – 7 – 12 йәшлек малай-ҡыҙҙар баҫты. Күптәре бындай ҙур уҙышыуҙа тәү тапҡыр ҡатнаша. Шулай ҙа уларҙың бөтәһендә лә финишҡа килеп етерлек сәм һәм дәрт тә барлығы һиҙелә.
Уҙышыуға башланғыс биргән йәш спортсыларҙан һуң биш саҡрымлыҡ дистанцияға 60 йәштән өлкәнерәк спортсылар сыҡты. Ветерандарҙың ярыштарҙа ҡатнашып сынығыуы яҡшы күренде. Хәҙер инде тәжрибәле спортсыларҙың бармаҡ менән генә һанарлыҡ булып ҡалыуына ҡарамаҫтан, улар һаман сафта һәм спорттан айырылғыһыҙ булыу­ҙары ҡыуандыра.
– “Петровское ҡулсаһы” уҙышында бишенсе тапҡыр ҡатнашам. Ишембайҙан үҙемдән ике йәшкә өлкәнерәк Рауил Миһра­новты (73 йәш!) үҙемә тиң ярышыусы тип һанайым. Бөгөн ул минән саҡ ҡына ҡалышты, – тип уртаҡлашты биш километрлыҡ араны беренсе булып үтеүсе 71 йәшлек Өфө ветераны Анатолий Карпенко.
Ә ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Бына стартта ун саҡрым арала көс һынаусы спортсылар күренде. Күҙ асып йомғансы улар уҡтай алға атылды. “40 минут тирәһе уҙа, йылыға инеп торһаҡ та була”, – тиһәләр ҙә, финишҡа яҡынлашыусы тәүге спортсының күренеүе һиҙелмәй ҙә ҡалды. Уның артынса икенсеһе, өсөнсөһө лә ҡалманы. Егеттәрҙән әллә ни күпкә ҡалышмай, ҡыҙҙар ҙа күренде. Саҡ-саҡ тын алып йүгереп килһәләр ҙә, ярышта ҡатнашыусыларҙың кәйефе күтәренке ине. Уҙыштың маршруты еңелдән булмаһа ла, етеҙҙәр араһында бирешеүселәр осраманы.
– Петровскоеға дүртенсе тапҡыр килдем. Дистанция оҙон ғына булғанға күрә иптәш ҡыҙҙар менән бергә йүгерергә тырыштыҡ. Бындай ярыштарҙа ҡатнашыу файҙалы ла, күңелле лә, – тип һөйләне Күгәрсен районы ҡыҙы, ӨДНТУ-ның Салауат ҡалаһындағы филиалы студенткаһы Лиана Иҫәнгилдина.
Ярыш аҙағында еңеүселәр билдәләнде, бик күптәр миҙалдарға, аҡсалата бүләктәргә эйә булды. Тик, нисек кенә булмаһын, ярышта еңеүгә ҡарағанда ҡатнашыу мөһимерәктер.

Гөлназ ХАЛИҠОВА.
Ишембай ҡалаһы.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”