RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тынғы белмәҫ аҡһаҡал

16.11.2010 Тынғы белмәҫ аҡһаҡал

Тынғы белмәҫ аҡһаҡал«Йәшлек»тең әлеге мәлдә 17 меңгә яҡын даими уҡыу­сыһы булған кеүек, даими авторҙары ла байтаҡ. Уларҙың хаттары, шылтыратыуҙары аша, үҙҙәре килеп һөйләүенән район, ауыл ерендә барған хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булып торабыҙ. Хәйер, бындай дуҫтарыбыҙҙың күбеһе хаҡында гәзит уҡыусыларыбыҙ баҫма биттәренән уҡып белә.
Шундай әүҙем һәм өлкән быуын авторҙарыбыҙҙың береһе – Күгәрсен районының Төпсән ауылында йәшәүсе Миңнулла Ғәлимйән улы Әлимғолов. Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙҙы уның менән яҡынданыраҡ таныштырып үтмәксебеҙ.
Миңнулла Ғәлимйән улына ошо көндәрҙә 80 йәш тула. Аҡһаҡал – тыуған районының ҡорҙашы. Үҙенең тормошо тураһында түкмәй-сәсмәй бәйән итеүенән ошо дәүер эсендә илебеҙҙә, шулай уҡ Күгәрсен райо­нында булып үткән тарих биттәренә ингән һәм инмәй ҡалған хәл-күренештәрҙе, шул быуын балаларының ниндәй тормош юлы үтеүен бәйнә-бәйнә күҙ алдына килтерергә мөмкин.
1930 йыл. Бәләкәй генә башҡорт ауылында аслы-туҡлы ғына йәшәгән ишле крәҫтиән ғаиләһендә тағы ла бер ир бала донъяға килә. Атай-әсәй көнө-төнө ҡыр эшендә тир түккәндә үҙенән өлкәнерәк туғандары ҡулында ҡалған малай, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып, крәҫтиән икмәгенең әсе тир менән һуғарылыуын яҡшы үҙләштереп, әрһеҙ булып үҫә. Ете йәшендә тыуған ауылында беренсе клас­ҡа уҡыр­ға бара. Башланғыс мәктәпте тамамлаған йылды һуғыш башлана. Быуыны ҡатып та өлгөрмәгән малайға өлкәндәр менән бер рәттән, ҡара эшкә егелергә тура килә.
Һуғыш йылдарында күрелгән михнәттәрҙе Миңнулла Ғәлимйән улы тетрәнмәйенсә иҫләй алмай. Ул йылдарҙың һәр көнө, һәр миҙгеле күңелендә мәңге юйылмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдыр­ған, һәм улар, һаҡһыҙ ҡағылған һайын, йәнде әрнетеп, бәғерҙәрҙе өтә.
Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: ул дәһшәтле йылдар балаларында аң-белемгә ынтылыш бик көслө була. Миңнулла ла артабан йәйен-ҡышын Юлдыбай ете йыллыҡ мәктәбенә йәйәүләп йөрөп уҡый. Колхоз идараһы юл ыңғайы үҫмергә үҙ йомоштарын да ҡушып ебәрә – ул ике арала почтальон ролен башҡара. Иртәнсәк идаранан барлыҡ мәғлүмәт-белешмә­ләр­ҙе ауыл советына алып барып тапшыра, ә дәрестән һуң, почтаға инеп, хат-телеграммаларҙы ауылына алып ҡайтып, тәғәйен еренә таратҡандан һуң, Миңнулла мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән әсәһенә ярҙамға ашыға, мейескә утын яғып, мәктәпте йылытыу, класс бүлмәләрен таҙа һәм тәртиптә тотоу оло һәм кесе Әлимғоловтар иңенә төшә. Үгеҙ егеп, урмандан утын ташыу­ҙары 80 йәшкә еткән аҡһаҡалдың әле лә күҙ алдында тора.
Һуғыштың тамамланыуы тураһындағы хәбәр Төпсәнгә лә килеп етә. Яу яланында ятып ҡалғандар тураһында хәтерҙе яңыртып, ауылға фронтовиктар ҡайта башлай. Ауылға яйлап йән инә. Ниһайәт, Миңнуллаға ла уҡыуын артабан дауам итеү форсаты тейә – Мораҡ педучилищеһына уҡырға инә. 1951 йылда уны тамамлап, тыуған районының Бикбулат ауылына уҡытыу­сы булып эшкә килә. Дүрт йыл эшләгәндән һуң, заманса уйлай һәм эш итә белгән әүҙем егетте район комсомол комитеты инструкторы итеп тәғәйенләйҙәр һәм комсомол путевкаһы менән сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү программаһы буйынса Мәҡсүт МТС-ына ебәрәләр. Бында ла ул үҙен оҫта ойоштороусы итеп таныта. Тик ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдар эҙһеҙ үтмәй – сәләмәтлеге ҡаҡшаған егет тыуған ауылына кире ҡайтып, уҡытыусылыҡ эшенә ныҡлап тотона. Ярым емерек ауыл мәсете бинаһын мәктәпкә әйләндереү өсөн дә әҙ тир түгелмәй. Шулай итеп, Төпсән ауыл балалары үҙ мәктәбендә уҡыу мөмкинлегенә эйә була.
Йәш уҡытыусының эше район, республика кимәлендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Уның педагогик эшенә, методик алымдарына таянып, уҡыу­сылар өсөн дәреслектәр сығарыусы авторҙар Төпсән мәктәбен дәреслектәр сығарыу буйынса тотороҡло мәктәпкә әйләндерә. Тәүге йылда уҡ өсөнсө класта уҡыған 11 уҡыусы, уҡытыусыһы менән бергә Әүлиә тауына сығып, тирә-яҡты күҙәтеп, үҙ тәьҫораттары тураһында инша яҙа. Дәреслек автор­ҙарының береһе – Төхвәт Хәлим улы Аслаев ошо иншаларҙы бик оҡшатып, дәреслегендә оҫта ҡуллан­ған.
Һәләтле уҡытыусыны, белемен камиллаштырыу маҡсатында, 1969 – 1970 йылдарҙа Өфөгә бер айлыҡ белемде камиллаштырыу курсына ебәреп, яңы программа буйынса уҡытыу алымдарына өйрәтәләр. Курстан һуң Миңнулла Ғәлимйән улы үҙ районында уҡытыусылар менән үҙ белемен һәм оҫталығын уртаҡлаша. Ошо йылдарҙа ул «Халыҡ мәғарифы отличнигы», 1979 йылда «Өлкән уҡытыусы» исемдәренә лайыҡ була.
Белемгә ынтылған кеше өсөн уҡыу бер ҡасан да һуң түгел. 49 йәшендә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инеп, биш йылдан уны уңышлы тамамлап, ҡулына юғары белем тураһында диплом ала ул. Вузда белемде камиллаштырыуҙың һәр форсатын оҫта файҙалан­ған уҙаман үҙ хеҙмәтендә мотлаҡ кәрәгәсәк электрик, киномеханик һөнәрҙәрен дә ала. Ошо һөнәрҙәренә таянып, география, биология дәрестәрендә техник алымдар­ҙы ҡулланыу, йәғни теге йәки был тема буйынса кинофрагменттар күрһәтеү балаларҙың белемен тағы ла тәрәнәйтеү мөмкинлеген бирә. Быларҙың барыһы ла эҙһеҙ үтмәй – уның уҡыусылары мәктәптән һуң юғары, урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға инә. 1991 йылда иһә район мәктәптәренән тәүгеләр­ҙән булып үҙенең мәғариф учреждениеһына электр менән йылытыу системаһын индерә.
Мәктәп яны участкаһында уҡытыу­сы уҡыусылары менән бергә һынау майҙансыҡтарын булдыра. Һөҙөм­тәлә картуфтан бер йәйҙә ике тапҡыр уңыш алыу тәжрибәһен үҙләштерәләр. Ул ғына ла түгел, мәктәп ашханаһында уҡыусылар өсөн бушлай туҡланыу ойошторола.
Йәйге каникул да ауыл балалары өсөн ҡыҙыу эш осорона әүерелә: тыуған яҡ яландарында улар дарыу үләндәре, емеш-еләк, ҡайын бөрөһө йыйып тапшырып, спорт инвентарҙары һатып алына. Балаларҙың мәктәптә алған тормош һабаҡтары артабан, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫҡас та, бик ҡулай булыуын күрһәтә. Ауыл ерендә йәшәгән бик күп уҡыусыһы әле лә хөрмәтле уҡытыусыларына фәһемле һабаҡтары өсөн бик рәхмәтле.
Уҡытыусының педагогика өлкәһендә алған белеме, туплаған тәжрибәһе тураһындағы материалдар «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында даими донъя күрә. Уның үҙенең иҫәбе буйынса ғына ла журналда 34 материалы баҫылып сыҡҡан, ул ошо уҡ баҫманың лауреаты исемен алған.
Миңнулла Ғәлимйән улының дәүләт наградалары байтаҡ. Уларҙың һәр береһе бөтә ғүмерен ауыл балаларына белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған оло шәхестең хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып тора. Әйтәйек, «Уҡытыусы-методист», «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исемдәр генә лә йәш быуынға үҙ тормош тәжрибәһен, белемен тапшырыусы алдынғы уҡытыусының еңел булмаған хеҙмәтенә ил тарафынан лайыҡлы баһа бирелеүен раҫлай.
Хеҙмәт ветераны әле лә, 80-гә етһә лә, аяҡ һуҙып, өйөндә ятмай. Ауылдаштарына, райондаштарына файҙалы булыуҙы хуп күрә ул. Оло Эйек йылғаһы аша Төпсән менән Юлдыбай ауылдарын тоташтырасаҡ аҫылмалы күпер төҙөтөүҙе юллап ҡына ла күпме тупһаларҙы тапарға тура килә уға. Ниһайәт, моратына ирешә: күперҙең тәүге свайҙары ҡатылған да инде.
2000 йылда Төпсән ауылы мәктәбе ябылған. Аҡһаҡал, тыуған ауылы балалары тураһында ҡайғыртып, уны ҡайтанан астырыу тураһында хыяллана. Сөнки белем усағы ауыл ерендә төп мәғариф учреждениеһы ғына түгел, ә мәҙәни-рухи үҙәк, ауыл халҡын ойоштороп, туплап тороусы урын икәнлеген яҡшы белә ул.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”