RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда...

04.10.2013 Ә беҙҙең ауылда...

Лариса ВАСИЛЬЕВА, Ауырғазы районы Кәбәс мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары:
– «Учительская газета» «Беренселәр араһында беренсе», «Мәғарифтағы лидерҙар», «Алдынғы ауыл мәктәптәре» исемлектәрен баҫтырҙы. Башҡортостандың мәктәптәре һуңғы икәүһенә ингән. Алдынғы ауыл мәктәптәре исемлегендә Ауырғазы районының Кәбәс мәктәбенең дә булыуы беҙҙең өсөн ҙур һөйөнөс булды.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында исемлекте әҙерләп биргән Мәскәү өҙлөкһөҙ методик белем биреү үҙәге беҙҙе иң яҡшылар иҫәбенә индергәндә өлгәш, берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу, уҡыусыларыбыҙҙың төбәк, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашыу һөҙөмтәләренә баҫым яһаған. Ҡаҙаныштарыбыҙ етерлек – беҙ «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» (ОБЖ) буйынса республика олимпиадаһында дүрт йыл рәттән алдынғы урындарҙы яуланыҡ, уҡыусыбыҙ Ф. Мөлөков Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, призлы урын яулап ҡайтты.
Рәсәй кимәлендә «Алдынғы ауыл мәктәбе» исеменә лайыҡ булыуыбыҙға, абруйлы жюри тарафынан юғары баһа алыуыбыҙға ҡыуанабыҙ һәм ғорурланабыҙ.

Зиннур ШАМОВ, Ҡариҙел районының Яҡуп ауылы:
– 25 октябрҙә ауылыбыҙ­ҙа мәсет асыу тантанаһы көтөлә. Уны Хәмзә хажи Ғәлләмов Туймөхәмәт әүлиә мәсетенең эргәһендә таштан төҙөттө. Иман йорто төҙөлөшөнә, әлбиттә, ауылдағы пенсионер­ҙар, райондағы ойошмалар, колхоздар, эшҡыуар­ҙар ҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Өс йылда бина төҙөлөп, сафҡа инде. Туймө­хәмәт әүлиәнең элекке мәсет урыны ла матур итеп тимер ҡойма менән кәртәләп алынды. Алла бойорһа, Яҡуп ауылы халҡы ла, ниһайәт, мәсетле буласаҡ.

Байрас ФАЗЫЛОВ, Белорет районының Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы:
– Тәртип иң тәүҙә таҙалыҡтан башлана. Абҙаҡ, Яңы Абҙаҡ, Мөхәмәт ауылдарында бер ай буйы, һәр кесе йома экологик көн тип иғлан ителеп, өмәләр үткәрәбеҙ. Иң тәүҙә дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре үҙ биләмәләрен тәртипкә килтерҙе, әле юл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартабыҙ, юлдарға ҡомташ түшәйбеҙ. Өмәләрҙә үҙ техникаһы менән эшҡыуарҙар ярҙам итә. Беҙҙең ауылда сүп-сар урыны юҡ. Ҡалдыҡтарҙы 30 саҡрымдағы Тимер юл ҡасабаһына алып барып түгергә кәрәк. Ауыл халҡы өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша тип әйтеп булмай. Әммә был эш күмәк эштән ситтә ҡалмаған ауыл активистары, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында башҡарыла. Халыҡты эшкә йәлеп итеүҙә уң ҡулым – ауыл старосталары ныҡ ярҙам итә, үҙҙәренең тәҡдимдәрен дә әйтәләр. Ауылдарҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙә гелән ойоштороу эштәре менән мәшғүл булған ауыл хакимиәте башлығы ғына өлгөрә алмай.
Тиҙҙән беҙҙә Баҡса байрамы ла үтәсәк. Унда ихата тирәһе күркәм, төҙөк булған, матур итеп баҡса үҫтергән ғаиләләрҙе билдәләйәсәкбеҙ.
Быйыл Абҙаҡ ауыл хакимиәте «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла ҡатнаша. Айыҡ ауыл исемен алыуҙан да бигерәк, халыҡ айыҡ тормош алып барһын, эскән ғаиләләр тәүбәгә килеп, шешә менән дуҫлыҡтарын, бәлки, өҙөр, көмөшкә һатыусылар үҙҙәренең шөғөлдәренән арыныр, тигән ниәттәбеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”