04.10.2013 Ололар тормоштоң тәмен белһен өсөн
Өфөлә “50 Плюс. Оло йәштә булыуҙың бөтә ыңғай яҡтары” тип аталған универсаль күргәҙмә эшләне. Оло йәштәгеләр көнөндә – 1 октябрҙә асылған сара бөгөн кис ҙур гала-концерт менән тамамлана.
Күргәҙмә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Ул ололар өсөн тәғәйен экспозициялар теҙмәһе генә түгел. Сараға килгән кешеләр пенсияға сыҡҡандан һуң артабан да эшләү мөмкинлектәрен өйрәнеү, һалым һәм башҡа түләүҙәр хаҡында мәғлүмәт туплау, төрлө юҫыҡтағы юридик һорауҙарға яуап табыу кеүек мөһим мәсьәләләр буйынса белгестәрҙән консультация ала алды. Бынан тыш, универсаль күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында республикала эшләгән төрлө банкылар ҙа бар ине. Кредит-финанс ойошмалары ла йәше 50-нән үткәндәр өсөн социаль продукцияларын тәҡдим итте.
Әлбиттә, күргәҙмәлә һаулыҡ мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бүленде. Медицина белгестәре менән кәңәшләшеү, һаулыҡты диагностикалау өсөн бик күп мөмкинлек булыуы сараны йәнләндерҙе. Илдең төрлө урындарынан килгән белгестәр медицина аппараттары ярҙамында теләгән һәр кемдең һаулығын тикшерҙе, акциялар ҙа ойошторҙо. Сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаусы лекциялар ҙа уҡылды. Шулай уҡ дөрөҫ итеп, стресс кисермәй генә ҡартайыу психологияһын аңлатыу өсөн белгестәр һөйләшеүҙәр ҙә ойошторҙо. Финанс мәсьәләләрен өйрәтеү, дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарының нескәлектәрен аңлатыу, баҡсала эшләүҙе дөрөҫ ойоштороу өсөн мастер-кластар ҙа булды. Оло йәштәге кешеләргә бөгөн баҙарҙа һорау менән файҙаланған һәм көнө буйы эшләүҙе талап итмәгән һөнәрҙәр тураһында ла һөйләнеләр. Күргәҙмә барышында шахмат һөйөүселәр турнирҙа көс һынашты. Был да оло йәштәге кешеләр бер-береһе менән яҡындан танышып, бергәләп ял итеү мөмкинлектәрен белһен өсөн бик шәп булды.
Күргәҙмә бөгөн тамамлана. Ошондай саралар ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, район үҙәктәрендә лә ойошторолһа, шәп булыр ине. Ғүмер буйы эшләп, пенсияға сығыусыларҙың береһенең дә өйҙә генә ятҡыһы килмәйҙер. Пенсия йәшендәге кешеләр ҙә әүҙем тормош алып барырға теләй һәм уларға саҡ ҡына йүнәлеш биреп ебәреү йәмғиәт өсөн файҙаға ғына.
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.