04.10.2013 Яратҡан эш табыш килтерә
Салауат ҡалаһында йәшәүсе Гөлнур Амангилдинаның үҙенсәлекле шөғөлө бар
Кеше ҡасан үҙен бәхетле итеп тоя? Яратҡан һөнәре буйынса эшләгәндә. Оҡшатып шөғөлләнгән хеҙмәт кенә кешене ысынлап та бәхетле итә. Сөнки ул йәне тартмаған һөнәргә ваҡытын бүлмәгәс, бер ваҡытта ла арымаясаҡ. Әгәр һис ҡасан да эшләгең килмәһә, яратҡан һөнәреңде һайла, тигән тапҡыр әйтем дә бар бит хатта.
Интернеттағы “Бәйләнештә” сайтындағы дуҫтарым араһында Гөлнур исемле ҡыҙҙың ҡыҙыҡлы фоторәсемдәрен күреп ҡалдым. Яҙыу аша ғына аралаша торғас, был ҡыҙыҡлы шәхестең үҙен күреп һөйләшеү теләге тыуҙы.
Гөлнурҙың шөғөлө – гипстан матурлыҡ тыуҙырыу. Ҡул эштәрендә күңел йылыһы, төҫтәр байлығы күп. Уның серҙәренә мин дә төшөнөргә тырыштым.
Ул сабыйҙарҙың аяҡ-ҡулдарының эҙен ала, килеп сыҡҡан форма гипс ярҙамында ҡатырыла. Был эҙҙәрҙең һәр һыры гипста уйылып ҡала. Һындар төрлөсә биҙәлеп, рамкаға ҡуйыла. Йәш парҙарҙың бергә ҡушылған ҡулдарының, ирендәр һындары ла ғүмерлеккә иҫтәлеккә ҡаласаҡ.
– Өфөлә уҡып йөрөгәндә үк гипстан төрлө һындар эшләргә тигән хыялым бар ине. Бер йыл элек был минең яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Материалдарҙы интернет аша таптым. Бер эшкә ике аҙна тирәһе ваҡыт китә. Һындарҙы яһағанда, айырыуса уларҙы рамкаға ҡуйғанда тормош иптәшемдең ярҙамы ҙур. Бындай ғәҙәти булмаған һәм ҡабатланмаҫ бүләк һәр кемдең өйөн биҙәйәсәк, – ти Гөлнур.
Гөлнур яғымлы әсәй ҙә, яҡшы тормош иптәше лә. Гипстан һындар эшләүҙән тыш, тәҙрә пәрҙәләре тегеү менән дә мауыға. Етмәһә, шиғыр ҙа яҙа икән. Был ҡыҙға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел!
Хәҙер магазиндарҙа шул тиклем күп биҙәүес материалдар табырға мөмкин. Шуларҙы файҙаланып, һоҡланғыс әйберҙәр эшләп була. Кибеттәге һымаҡты түгел, ҡабатланмаҫ биҙәктәрҙе уйлап, фантазияғыҙҙы эшкә егеп, үҙегеҙсә башҡара алаһығыҙ. Ҡул эшенә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Зауыҡлы кешеләр бер ҡайҙа ла һатылмаған, бер данала ғына башҡарылған эштәргә өҫтөнлөк бирә. Шуның менән улар башҡаларҙан айырылып тора, үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итә. Былар һеҙҙең дә ҡулығыҙҙан килә, шулаймы?
Ҡул эштәрегеҙҙе туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға төрлө байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә бүләк итеп була. Ҡыҙыҡһынып һораусылар табылһа, һатыр өсөн дә эшләргә мөмкин. Магазиндан алып бүләк иткәнгә ҡарағанда үҙ ҡулдарыңдың йылыһы, күҙ нурҙарың һалынғаны күпкә ҡәҙерлерәк түгелме ни?!
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.
Автор фотоһы.