04.10.2013 Ҡала тарихын яҙышҡан
Уҙған быуаттың етмешенсе йылдары уртаһында Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлап, ул ваҡыттағы Күмертау районында хеҙмәт юлымды дауам иттем. Район үҙәгенә йомош менән килһәм, ҡаланың урта өлөшөндә урынлашҡан хеҙмәт алдынғыларының ҙур фотографиялары ҡуйылған матур итеп биҙәлгән аллеяға инеп сығырға ла ваҡыт табырға тырыштым. Унда бер нисә тиҫтә фотоһүрәт араһында мөләйем йөҙлө, донъяға ышаныс менән ҡараған, күкрәгендә бер нисә дәүләт наградаһы булған шәхескә һоҡланып та, ғорурланып та ҡарай торғайным. Фото аҫтына «Үзбәков Сәфәрғәли Сәйетғәли улы – брикет фабрикаһының киптереү ҡорамалы машинисы» тип яҙылғайны.
Был ағай – минең ауылдашым. Ул Мәләүез районының Һәргәй ауылында 1928 йылда тыуған. Яҡташтарым хәтерләүенсә, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Ғаиләлә алты баланың иң өлкәне булараҡ, ул ата-әсәһенә ҡустыларын һәм һеңлеләрен ҡарарға ярҙам итә, йорттағы күп эште башҡара. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа каникул ваҡытында урындағы колхозда тырышып эшләй. Тулы булмаған урта белем алғас, егет әрме сафына саҡырылғансы туған хужалыҡта хеҙмәт юлын башлай. Совет Армияһы сафына Сәфәрғәли ағай дүрт йылға Чукотка ярымутрауына ебәрелә. Ҡарт һалдат хәтерләүенсә, һәр саҡ тип әйтерлек һыуыҡ, көслө ел иҫкән ерҙә хеҙмәт итеү бик ауыр була. Ләкин бәләкәйҙән ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнеп, сынығып үҫкән башҡорт егете һыр бирмәгән, хеҙмәттә башҡаларға өлгө күрһәткән. Хәрби часть командованиеһы тарафынан бирелгән һарғайып бөткән Рәхмәт хаттары ошоға дәлил.
Күптәр хәтерләйҙер, ХХ быуаттың икенсе яртыһы башында республикала башланған төҙөлөштәргә, яңы нигеҙ һалынған ҡалаларға, йәшлек романтикаһына бирелеп, егеттәр, ҡыҙҙар күп барҙы. Әрме сынығыуы үткән, көсө ташып торған Сәфәрғәли ҙә күптән түгел генә барлыҡҡа килгән Күмертауға килеп, отвальщик булып шахтаға эшкә урынлаша. Яңы һөнәргә хеҙмәт урынында өйрәтәләр. Күмер сеймалын тейәү-бушатыу менән бәйле булған эш физик көс тә, өлгөрлөк тә, таһыллыҡ та талап итә. Күптәр ауыр хеҙмәт шарттарына түҙмәй, бынан китә. Ағай хәтерләүенсә, яңы һөнәр буйынса эшләү уға, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаған кешегә, әллә ни ауыр ҙа булмаған.
«Эштән арып ҡайтһаҡ та, клубҡа уйынға, киноға йөрөргә лә өлгөрҙөк», – тип иҫкә төшөрә ул йәшлек йылдарын. Ике йылдан һуң эшенә бик тә яуаплы ҡараған Сәфәрғәлиҙе бригадир итеп ҡуялар. 1966 йылда коллективында абруй менән файҙаланған Сәфәрғәли Үзбәковты тағы ла яуаплыраҡ вазифаға – күмер сеймалын киптереү ҡорамалы машинисы ярҙамсыһы итеп брикет фабрикаһына күсерәләр. Тырыш ир яңы һөнәрҙең нескәлектәренә эш урынында ғына түгел, ә махсус китаптар уҡып та төшөнә, белмәгәнен тәжрибәле хеҙмәттәштәренән төпсөнөп һораша. Һөҙөмтәлә Сәфәрғәли ағай һөнәрен сағыштырмаса тиҙ үҙләштерә, машинист та унан ҡәнәғәт була. Эш күләмен күҙ алдына килтереү өсөн ҡорамалдың оҙонлоғоноң – 8, ә киптереү барабаны диаметрының 4 метр икәнлеген әйтеү ҙә етәлер. Күмер 180 градус эҫелектәге пар ярҙамында киптерелә, уның бер партияһы ярты сәғәттә кибергә тейеш. Шуның өсөн дә машинисҡа үҙенең ярҙамсыһы менән сеймал тейәү, уны киптереү ваҡытын, киптерелгән массаның еүешлеген күрһәткән приборҙарҙы бер туҡтауһыҙ күҙәтеп тороу фарыз. Эш процесының бер генә параметры теүәл үтәлмәһә, брак продукция сығыуын көт тә тор. Ошо оло яуаплылыҡҡа юғары температуралы, көслө генә тауыш сығарған ҡорамал менән идара итеүҙе лә өҫтәһәк, Сәфәрғәли Сәйетғәли улының ниндәй шарттарҙа эшләүен күҙ алдына килтерергә булалыр. Күп тә үтмәй, Иван Денисов, Константин Клоков кеүек тәжрибәле машинистар ярҙамында яңы һөнәрҙең нескәлектәрен тырышып үҙләштергән ярҙамсыны үҙ аллы эшләүгә күсерәләр. Минең шәхсән белеүемсә, Сәфәрғәли ағай тәбиғәте менән яңылыҡҡа ынтылыусан, төпсөр, ныҡышмал кеше. Ундайҙар хаҡында «Өҙмәйенсә ҡуймай» тиҙәр. Тап ошо сифаттар уға ҡатмарлы ҡорамалда ҡыҫҡа ғына осорҙа уңышлы эшләй башларға ярҙам иткәндер. Эшенә бик тә яуаплы ҡараған, кәрәк саҡта ваҡыт менән дә иҫәпләшмәгән, ярҙамсыл, етешһеҙлектәрҙе өнәмәгән белгесте фабрикала башҡаларға өлгө итеп ҡуя башлайҙар, уның фотоһы предприятиеның Почет таҡтаһына ҡуйыла. Хеҙмәт алдынғыһы киптереү цехына эшкә килгән күптәрҙе үҙ һөнәренә өйрәтә, тәжрибә уртаҡлаша. С. Үзбәков киптереү ҡорамалының эшен камиллаштырыу буйынса бер нисә тәҡдим дә индерә, һәм улар эштә иҫәпкә алына. Ағай уның булышлығы менән хеҙмәт алдынғылары булып киткән Петр Усовты, Виктор Овчаренконы яҡшы хәтерләй. Сәфәрғәли Сәйетғәли улы үҙе эшләгән смена инженеры Иван Селивановты талапсан, ярҙамсыл, ғәҙел булғаны өсөн тәрән ихтирам менән иҫкә ала. Әйткәндәй, хеҙмәт ветераны, һаулығы әллә ни шәптән булмаһа ла, элекке коллегалары менән мөмкин булғанса осрашып һөйләшергә тырыша. Хәҙерге ысынбарлыҡтан айырмалы, СССР заманында эш алдынғыларына ихтирам көслөрәк булды. Мораль дәртләндереүҙән тыш, матди булғаны ла әүҙем ҡулланылды. Үткән йөҙ йыллыҡтың етмешенсе йылдарында Сәфәрғәли ағайға хеҙмәттәге юғары күрһәткестәре өсөн предприятие фондынан тәүҙә «Москвич», һуңынан «Волга» маркалы еңел автомобиль бирәләр. Бөгөн ауылдашымдың архивында күп һанлы Маҡтау грамотаһы, диплом, Рәхмәт хаты һаҡлана, ә күкрәген Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, өсөнсө дәрәжә «Шахтер даны билдәһе» биҙәй. Ябай эшсе оҙаҡ йылдар фабрикала партбюро, профком ағзаһы була. Бөтә хеҙмәт юлын шахтер һөнәренә арнаған Сәфәрғәли Үзбәков 90-сы йылдар башында «Башкируголь» берекмәһе предприятиеларының, шул иҫәптән брикет фабрикаһының ябылыуын, таланыуын ауыр кисергән, әле лә тәрән үкенес белдерә.
«Емереүе еңел, ә бына яңынан төҙөү бер нисә йөҙ миллион һумға төшәсәк бит», – тип уфтана ветеран. Уның фекеренсә, ҡала эргәһендәге күмер запасы иртәме-һуңмы барыбер кешеләргә кәрәк буласаҡ, бөгөнгө көн менән генә йәшәргә ярамай. Ҡарт шахтерҙы кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тик файҙа алыуға нигеҙләнә барыуы, ришүәтселектең ныҡлы тамыр йәйеүе, йәштәр араһында тәртип боҙоуҙарҙың киң таралыуы бик тә борсой. Ул үҙе яйы тура килгән һайын йәш быуын вәкилдәре араһында тәрбиә эше алып барырға тырыша, осрашыуҙарға теләп йөрөй.
Ауылдашым ҡатыны Мәрйәм Ғибәҙәт ҡыҙы менән татыу ғаиләһендә өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улар ҙа, тейешле белем алып, был тормошта үҙ урынын тапты. Хужабикә оҙаҡ йылдар сауҙа тармағында уңышлы эшләп, хеҙмәт ветераны исемен алды.
Сәфәрғәли ағай, Күмертауҙа үҙ йортонда йәшәгәс, атаһының һөнәрен дауам итеп, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнде. Пенсияға сыҡҡас, ата-бабалар кәсебенә ныҡлабыраҡ тотоноу мөмкинлеге тыуа. Әле лә ҡарт шахтер ихатаһында ундан ашыу умарта тота. Үҙе әйтмешләй, һаулыҡ булғанда ниндәйҙер шөғөл кәрәк, өйрәнгән кешегә шунһыҙ йәшәү ҡыйын. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Үзбәковтарҙың өйө күркәм, ихаталарын йәйле-көҙлө йәшелсә түтәле, емеш-еләк, күп төрлө сәскәләр биҙәй. Эйе, уңған кеше һәр нәмәлә лә уңған, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ошо егәрлелек, бөтмөрлөк, тынғыһыҙлыҡ уларға мул тормошта, хеҙмәт тәмен тойоп йәшәргә, ауырлыҡтарҙы еңелерәк үткәреп ебәрергә мөмкинлек бирә. Улар быйыл үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Күмертау ҡалаһын булдырыуҙа, уның үҫешендә, сәскә атыуында, ғөмүмән, яҙмышында ҡатнашыуҙары менән ғорурлана.
Урал ҠӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы.