04.10.2013 Ҡарағайлы итәгендә ҡан ҡәрҙәштәр ҡор йыйҙы
Тәбиғәттең йәмле мөйөшөндә
Урын алған Хажы ауылы.
Ишетелә унда тымыҡ көндә
Йылғаларҙың шаулап ағыуы,
Һандуғастың ҡанат ҡағыуы...
Хәтижә РИЗУАНОВА.
Хажы ауылы, Ишембайҙан 34 саҡрымда ғына ятыуына ҡарамаҫтан, төпкөл, бәләкәй ауылдарҙан һанала. Әммә бәләкәй булһа ла, ул үҙенең тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән оло ауыл. Ҡарағайлы тауына һыйынып, Шиҙе, Берғамыт йылғаларына уранып ҡына ултырған ауыл ер йөҙөндәге охмаж мөйөшөн хәтерләтә. ХХI быуатта – һәр кешелә кеҫә телефоны, һәр өйҙә интернет селтәре булған заманда, Хажыға “зәңгәр яғыулыҡ” үтмәүе лә, һыу селтәрҙәре, асфальт юл, мәсет, мәктәп, клуб, фельдшер пункты, хатта һатыу нөктәһе булмауы ла хажыларҙы тыуған төйәген ҡалдырып китергә мәжбүр итмәй. Киреһенсә, һәр кем үҙ көнөн күреп йәшәй. Халыҡ күберәк мал тота, итәк-итәк балалар үҫтерә, барлыҡ байрамдарҙы ла бер ҙур табын артында ҡаршылай.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ла хажылар дәррәү әҙерләнде. Йәш саҡтарҙы иҫкә алып, үткәндәрҙе барлап, хәл-әхүәл менән бүлешеп ултырырҙан алда берҙәм тырышлыҡ менән байтаҡ эш башҡарылды: өмә ойошторолоп, тирә-яҡ таҙартылды, элекке клуб урамы тимер ҡойма менән кәртәләнде. Бынан тыш, Этҡол яғынан боролоу менән һәр кемде Ҡарағайлы тауы башында “Хажы” тигән яҙыу ҡаршылауы үҙе бер мөғжизәгә әүерелде. Был эште лә байрам алдынан ауыл активистары башҡарып сыҡты: бер нисә көн буйы кис төшөү менән, мал-тыуарҙы урынлаштырғас, хажылар тауға менеп яҙыу яҙҙы, шунан уны эзбиз менән буяны. Һыу ташыуҙа Флүр Баянов менән Азат Аубаев ярҙам итте.
– Ауылға килеүсе барлыҡ кеше был яҙыуҙы күреп аптырай. Киләһе йылда, Алла бирһә, эргәһенә ҡурай ҙа төшөрөп ҡуясаҡбыҙ әле, – тип белдерҙе ауыл тормошонда һәр саҡ әүҙемлек күрһәтеүсе Зилә Фәизова.
Байрам көндө ауыл тағы ла йәмләнеп, матурайып китте. Тамырҙарын барларға төрлө тарафтарҙан халыҡ йыйылғайны. Оҙаҡ йылдар күрешмәгән ауылдаштар өсөн был осрашыу айырыуса тулҡынландырғыс булды.
Байрам алдынан иң тәүҙә жюри ағзалары йорттар буйлап йөрөп сыҡты. Һәр урамда уларҙы һый-хөрмәт, йылы һүҙ менән ҡаршыланылар. Зәйнәб һәм Зәйнулла Кинйәғоловтар йортонда боронғо башҡорт ҡәсәбәләре урын алһа, Нурзидә һәм Фәрит Дауытовтар ҡунаҡтарҙы башҡорт кейемдәрендә халыҡ йырҙарын башҡарып ҡаршыланы. Нәзифә һәм Юнир Ғәлиәскәровтар балалары менән компьютерҙа фотоларҙан эшләнгән видеотаҫма күрһәтте. Ғәйшә һәм Байтимер Салауатовтар өҫтәлендә башҡорт халҡының милли ризыҡтары урын алғайны: башҡорт балы, ҡаҙы, сәк-сәк, ҡымыҙ, ҡоймаҡ, бәрәмәс, ҡаҡы, мейес икмәге, самауыр сәйе. Гөлзада һәм Фәнил Мәхмүтовтарҙың да табыны бай булды. Гөлнара һәм Ришат Ғәлиуллиндарҙың ихатаһы гөл-сәскәгә күмелгәйне. Ҡыҫҡаһы, һәр йорт хужаһының байрамға ентекләп әҙерләнеүе күренеп торҙо.
Байрам майҙанында кистән үк тирмә, сәхнә, эскәмйәләр ҡоролғайны. Һүҙҙе башлап, ошо ерҙә тыуып үҫеп, өлгөлө тормош көтөп, тыуған тупраҡта ерләнгән ата-бабаларҙың изге рухына аят уҡылды. Хажыларҙы ошо матур байрамдары менән ҡотларға Һайран ауыл хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиева килгәйне.
– Хажыларҙың күңел усаҡтары һәр саҡ янып тора. Арағыҙҙа ауылым тип дәртләнеп йәшәүселәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Быйыл беҙ ҙур үҙгәреш кисерҙек: Хажы, Арлар, Һайран ауылдарын берләштергән территориаль йәмәғәт үҙидараһы – ТОС булдырҙыҡ. Был ҡыуаныслы яңылыҡ ошо ауылдар халҡы үҙ ерендә ныҡлы баҫып тора тигән һүҙ, – тине үҙ сығышында Әминә Зәкәриә ҡыҙы.
Хажы ауылы старостаһы Фәрит Дауытов башҡарылған эштәр, киләсәккә ҡуйылған маҡсаттар менән таныштырып үтте.
– Ауыл халҡы менән һәр саҡ өмәләр ойоштороп, ағас ултыртабыҙ. Яңы ғына элекке клуб урамын таҙартып, тимер ҡойма менән кәртәләп алдыҡ. Ошо көндәрҙә оло эш башҡарырға торабыҙ – элекке таш келәттән ауыл халҡы өсөн бер мөйөш эшләргә ниәтләйбеҙ. Былтыр район һабантуйында бәләкәй ауылдар араһында 2-се урын алып, 8 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булғайныҡ. Беҙ был аҡсаға төҙөлөш материалдары һатып алдыҡ. Быйыл һабантуйҙа 3-сө урын алып, бүленгән 5 мең һум аҡсаға шифер алдыҡ, – тип яңылыҡтар менән уртаҡлашты ауыл старостаһы.
Уның уң ҡулы, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын булдырыусы, һәр яңы башланғыста әүҙемлек күрһәтеүсе Зилә Фәизова үҙ сиратында байрамды ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән данлыҡлы уҡытыусылар Венера менән Марат Абдуллиндарға халыҡ исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Марат ағай – ауылдың аҫыл улы, ысын патриоты. Инде оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул беҙгә өлгө, әйҙәүсебеҙ. Һәр яҡлап ярҙам итә, ауыл өсөн йүгереп йөрөй. 2012 йылда ҡойоно кәртәләүҙә ярҙам күрһәтһә, быйыл ҡойо эргәһенә үҙ урамынан беседкаһын килтереп ҡуйҙыртты. Шулай уҡ байрамды ойоштороуҙа депутат Илдар Алтынбаевтың да өлөшө бар. Ул ауыл халҡына һарыҡ бирҙе, – тине Зилә Ҡәйүм ҡыҙы.
Сәхнә түренә бер-бер артлы ауылдың ағинәйҙәре-аҡһаҡалдары, өлгөлө парҙары, аҫыл ул-ҡыҙҙары күтәрелде. 53 йыл бергә иңгә-иң терәшеп татыу ғүмер итеүсе Хәбирә һәм Байрамғәле Ғәлиуллиндар, өлгөлө йәш ғаилә Рәзилә менән Әнүр Ғәлиәскәровтар, күп балалы Сулпан менән Айрат Баязитовтар, ауыл активистары – Нурзидә Дауытова, Әлфирә Аубаева, Зилә Фәизова һәм башҡалар сәхнә түрен биләне. Хажының билдәле шағирәһе Хәтижә Ризуанованың ҡыҙы Тамара әсәһенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе һәм ауылдаштарына уның китаптарын бүләк итте. Туймазынан ҡайтыусы эшҡыуар Фроза Ғәлиуллина ололарға хәйер итеп таҡыя-яулыҡ, сәй өләште.
Байрам сағыу концерт номерҙары менән биҙәлде. Флүзә менән Әптрәхим Ғәликәевтар гармун көйөнә музыкаль сәләмдәрен еткерҙе. Һәр теләүсе сәхнәгә күтәрелеп, йырын да, бейеүен дә башҡарҙы. Байрамдың төп өлөшөнән һуң ауылдаштар Ҡарағайлы тауы итәгендә ҙур табын ойошторҙо. Әсәле-ҡыҙлы Әлфирә менән Әлфинә Аубаевалар, Айгөл Таштимерова, Рәзилә Ғәлиәскәрова ҡорбан итеп салынған һарыҡ итенән тәмле аш менән былау бешереп, ауылдаштарын һыйланы.
Байрамда ғына түгел, бөтөн ауыл тормошонда әүҙемлек күрһәтеүселәрҙең барыһын да һанап, яҙып, һөйләп бөтөү мөмкин түгелдер. Ауылдың өс егете – Азат Дауытов, Айбулат Баязитов, Айнур Вәлиев әле әрме сафтарында хеҙмәт итә. Ҡәләм тирбәтеүсе ҡыҙҙар Гүзәл Таштимерова менән Айһылыу Дауытова, ауылдашыбыҙ Хәтижә Ризуанова кеүек шағирәләр булабыҙ, тип тырыша. Сажиҙә һәм Рәис Ибраһимовтар, Фәнүзә һәм Әхмәт Әбүбәкировтар, Хәмдиә һәм Миңлеғәриф Фараевтар өй туйларға тора. Ауылда яңы ер участкалары алыусылар ҙа байтаҡ. Тимәк, ныҡлы ышаныс менән, ауыл үҫешә, тип әйтергә була.
Быйыл Хажы ауылы республикала барған “Айыҡ ауыл” акцияһында ҡатнаша. Урындағы халыҡ эскенән генә баш тартып ҡалмаған, был ағыуҙы һатыусыларға ҡаршы көрәш алып бара, йәш быуынды тәртипле, иманлы итеп тәрбиәләй. Байрам көндө йәш пар Эльвира менән Рудиль Ялалетдиновтарҙың айыҡ никах үткәреүе лә быға асыҡ дәлил. Хажыларҙа айыҡ, иманлы ауыл булыу өсөн ҡеүәт тә, дәрт тә етерлек.
Сер генә итеп әйткәндә, әле ауыл халҡы Хажыла туризмды үҫтереү уйы менән дәртләнеп йәшәй. Бының өсөн унда тәбиғәт тарафынан барлыҡ уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, ауыл халҡына берҙәм булып, ең һыҙғанып яңы башланғысҡа тотонорға ғына ҡала.
Гөлназ ХАЛИҠОВА.