RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һыусыҡҡан шишмәһе

04.10.2013 Һыусыҡҡан шишмәһе

Һыусыҡҡан шишмәһеӘүлиәнең ҡәбере эргәһендә доға ҡылып, аяҡҡа баҫып та өлгөрмәнек, бер иңкеш беҙҙе оҙатып йөрөүсебеҙ тирәләй оса башланы. “Кил, кил, әйҙә”, – тип, юлдашыбыҙ уға усын ҡуйыуы булды, бөжәк шунда уҡ асыҡ “аэродром”ға килеп тә ҡунды, уның тирәләй әйләнеп осоп йөрөй ҙә башланы. “Күп һөйләмә, тиһеңме? Ярай, бар, ос!” – тип, иңкеште, ҡош осорған шикелле, осороп ебәрҙе. Бәй, был әҙәм үҙе бер мөғжизә лә баһа, тип ғәжәпләнеп ҡуйҙым. Ябай кешене сағырға яратыусы бөжәктең нәҡ уның усына ултырып, күндәмлек күрһәтеүен нисек аңлатырға һуң?!
Һыусыҡҡан шишмәһе. Тарих төпкөлөнән быуындан-быуынға тапшырылып килгән ысын булған хәл-ваҡиғамы, әллә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына бәйле берәй хикәйәтме, әммә уның тураһындағы тәүсығанаҡтар, яҡташым Вердинанд Яҡшыгил­дин һүҙҙәренсә, X быуаттарға ҡайтып ҡала. Имеш, хәҙерге Ейәнсура районының Ҡырғыҙ Муйнағы ауылы эргәһендә Өҫкәлек йылғаһының ике ярында урынлашҡан ете тауҙың береһенең – Аҡтауҙың – башында ул замандарҙа ҙур күл йәйрәп ятҡан. Һыуы бик шифалы күл ҡарағас урманының ҡап уртаһында булған, ти. Аҫаба башҡорттар шул тау тирәләй аҡ тирмәләрен ҡороп йәшәгән. Аҡтау урындағы Үҫәргән ырыуы халҡының Ҡояшҡа табыныу урыны булған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Сыңғыҙ хан сиреүе был ерҙә йәшәгән халыҡҡа зыян килтермәйенсә, урап үткән һәм уларҙан яһаҡ түләтмәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ерҙә йәшәгән башҡорттарға икенсе афәт ябырылған – ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ яуы килеп, ырыуҙы талап, халҡын ҡырған. Аҫабалар Аҡтау күленең уларҙың ҡулына төшөүен теләмәгән һәм йәнтәслимгә ҡаршы торған. Тик килмешәктәр һан һәм көс яғынан өҫтөнөрәк булған: көрәшкә ташланыусыларҙы тотоп, күлгә ташлағандар һәм, шифалы һыулы күлгә эре-эре таштар ырғытып, тупраҡ менән күмгәндәр. Дошман тиҙҙән был тирәлә нигеҙ тиртеп, тирмә ҡороп, йәшәй башлаған, ти. Өҫкәлектең үрендәрәк урынлашҡан бөгөнгө Ғәббәс, Өмбәт, Ҡырғыҙ Муйнағы ауылдары исемдәре шул замандарҙан ҡалған, тиҙәр.
Ошо хәлдән һуң ике быуат үтеп киткән. Бер көндө Аҡтау аҫтынан шул тиклем көслө шишмә бәреп сығып, ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ ауылдарын ағыҙып алып киткән. Был тирәлә йәшәгән үҫәргәндәрҙең Муйнаҡ тигән бик аҡыллы аҡһаҡалы булған. Ул башҡорт ерен яҡлап сығыш яһаған Кинйә Арыҫланов менән бәйләнеш ойоштора, һәм тиҙҙән бергә тупланған башҡорттар баҫҡынсыларға ҡаршы көрәш аса. Дошманды Яуҙыбай урманына тиклем ҡыуып алып баралар һәм Аманингән тигән үҙәктә ҡырып һалалар. Ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ баҫҡынсылары күмелгән ҡәберлек өҫтөнә икенсе йылына артыш дәррәү үҫеп сыға. Ул урын әле лә Артыш ҡәберлеге тип йөрөтөлә. Күрәһең, тәбиғәт үҙе үк был тирәнең насар энергетикаһын шул артыш ярҙамында таҙартҡан. Әйткәндәй, был тирәлә йәшәгән әлеге Арыҫланов фамилиялы ара Кинйә Арыҫла­новтан киткән, тип фаразлайҙар.
– Атайымдың, Зөлфитдин Яҡ­шы­гилдиндың, ғәрәпсә яҙылған күн тышлы ҡалын иҫке китабы була торғайны. Мәжлес йыйһа, ҡунаҡтарға шул китапты асып, ҡысҡырып уҡыр ине. Күп нәмә шул замандан хәтеремдә ҡалған. Ошо китап тураһында хәбәр ни рәүешлелер органдарға барып еткән. Атеизм осоро ине бит. Бер көндө ят кешеләр өйгә килеп, тентеү үткәреп, китапты алып сығып китте. КГБ-нан тинеләр, ул кешеләрҙе, – тип хәтерләй Вердинанд ҡорҙаш. – Был төбәктең тарихи урын булыуын дәлилләгән факт­тар бик күп. Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа ошо тирәлә ҡаҙынып, боронғо тәңкәләр, көршәк, ҡы­лыс, һөңгө, һауыт-һаба, шулай уҡ кеше һөйәктәре таба торғайныҡ. Табылдыҡ­тарҙың күбеһен мәктәп музейына тапшырҙыҡ. Шиш­мәнең һыуы теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын, саф. Уның шифаһы хаҡында тирә-яҡта легендаға тартым хәбәрҙәр таралған. Ә уның шундай көсөнә, хәйер, был урындың илаһи ҡөҙрәткә эйә булыуына үҙем менән булған мөғжизәүи хәлдәрҙән һуң ныҡ ышанам.
Һәүәҫкәр тарихсы бәйән итеүенсә, ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтарҙы ҡыуғандан һуң аҫаба халыҡ шишмәгә ағыла башлай. Ҡыуыш ҡороп, айлап йәшәгәндәр бында. Тиҙҙән Өҫкәлек буйына Сәғүд Ғәрәбстанынан бер әүлиә килеп урынлаша. Ул ислам динен тарата башлай. Хөрмәтләп-ҙурлап, уға халыҡ өй һалып бирә. Ә әүлиә кешеләрҙе дауалай, исламға өйрәтә. Әжәле еткәнен белгәс, минең ҡәберемде кәртәләмәгеҙ, өҫтөмә таш өймәгеҙ, кәшәнә ҡормағыҙ, тигән васыятын әйтеп ҡалдыра. Уны Аҡтау итәгендә ерләйҙәр.
– Тәғәйен генә ҡайҙа күмелгәнен әйтеп булмай. Әммә 1975 йылдарҙа ҡәбергә оҡшаш урынға тап килгәйнем: өҫтөнә түңәрәк-йәлпәк таштар йәйелгән, өйкөм-өйкөм булып ҡына йәм-йәшел үлән үҫкән. Донъялар үҙгәреп, иман ҡайта башлағас, уның ҡәберен кәртәләп ҡуйырға кәрәк, юғиһә, мал да, бәндәләр ҙә тапап бөтөр, тип, бала саҡта тоҫмаллап ҡуйған урынға килгәйнем, таш­тар­ҙы тапманым. Шуныһы ҡыҙыҡ, беҙ, өлкәндәр, таштарҙы күрмәйбеҙ, ә 5 – 6 йәшлек балалар күрә. Күҙәтеүемсә, уның ҡәбер урынын мал да, тапамайынса, ситләтеп үтә, – тип торған һайын ҡыҙыҡ­тыр­ҙы әңгәмәсем. – 1994 – 1995 йыл­­дарҙа иллеләгән кешене йыйып, бында алып килеп, шишмәне таҙартып, рәшәткәләп ҡуйғайныҡ, артабан был эш район етәкселәре кимәлендә хәл ителде. Изге кешенең васыятына тоғролоҡ ҡылып, ҡәберен кәртәләмәҫкә булдыҡ. Тик уның хөрмәтенә граниттан ҡәбер ташы эшләтеп, уны тау үренәрәк ҡуйып, кәртәләнек.
Һыусыҡҡан шишмәһе яҡын тирәләгеләр, күрше Ырымбур өлкәһе халҡы өсөн дә күптән хаж урынына әйләнгән. Ҡалын кеҫәлеләрҙең һуңғы бер нисә йыл рәттән уға теш ҡайрауы билдәле. Бәғзеләр, атап әйткәндә, ырымбурҙар, уның биләмәһен һатып алып, сиркәүме, әллә башҡа нәмәме төҙөргә тигән ниәттәренән, урындағы халыҡтың ҡаршылығына юлығып, бик тиҙ дүнгән.
Шишмә һыуын һатып, бизнес ҡорорға уйлаусылар ҙа табылып тора. Ысынлап та, даулашырлыҡ та шул беҙҙең ғәзиз Һыусыҡҡан. Ваҡытында иҫтәренә килеп, тирә-яғын төҙөкләндереп, изге сығанаҡты һатырға ирек бирмәйенсә, күҙ ҡараһы кеүек итеп һаҡлап алып ҡалған ерле халыҡҡа, бигерәк тә урындағы Аҡһаҡалдар советы вәкилдәренә мең-мең рәхмәт уҡып, доға ҡылырлыҡ.
– Шишмә биләмәһе эсендәге мәсеткә хәйер һалыусылар күп. Шуныһы йәл, инде шул хәйер аҡсаһын да таларға, үҙләштерергә теләүселәр табылып ҡына тора. Йә ишеген емерәләр, йә йоҙағын ваталар. Хәйергә төшкән аҡсаны бушҡа әләф-тәләф итмәйбеҙ, ә йәмәғәт кәрәк-ярағына тотонабыҙ, – тип һөйләй урындағы хакимиәт башлығы Ғәҙел Шәрә­фетдинов.
– Беләһегеҙме, ошо шишмә тирәләй хилафлыҡ ҡылғандар бер йыл эсендә үҙ язаһын ала: улар йә берәй ҡазаға, йә бәхетһеҙлеккә осрай, – тип өҫтәне Һыусыҡҡан шишмәһенең изге булмышын, данын тергеҙеүгә күп тырышлығын һалған Вердинанд Яҡшыгилдин.
– Һыусыҡҡандан дистиллирлан­ған һыу ағып сыҡҡанлығын борондан белгәндәр. Быны Мәскәүҙә эшләтелгән анализ да күрһәткән. Уның шулай икәнлеген элегерәк мотоцикл аккумуляторына ҡойоп ҡарағандан һуң үҙем дә инандым, – ти Вердинанд туған.
Ҡоролоҡ йылдарында тирә-яҡтағы шишмәләр, йылғалар ҡороған мәлдә лә был изге шишмә тулы һыулы булып ҡалған. Уның һыуын, дарыу кеүек, ҡалаҡлап ҡына эсергә тәҡдим итәләр. Тамаҡ шешкәндән, аллергиянан дауа...

***
Изге урын тирәләй ҡайнаған тарихи хәл-ваҡиға һәм уларға бәйле мәғлүмәттәрҙе артабан да дауам итергә мөмкин. Мәҫәлән, Октябрь революцияһына тиклем Һыусыҡҡандың һыуы, ере менән күрше өлкә урыҫтары ирекле рәүештә, бер сикләүһеҙ файҙа­лан­ған. Баярҙары үҙҙәре өсөн өс өй төҙөп ултыртҡан. Бының өсөн улар башҡорттарға Өҫкәлек буйында өс тирмән төҙөп биргән. Ошо рәүешле ике милләттәге халыҡ һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда революция уты был тирәгә лә килеп етә. Урыҫ өйҙәренең, бер тирмәндең көлөн күккә осора динһеҙҙәр.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Ейәнсура районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”